RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (15-21 июль)

15.07.2019 Йондоҙнамә (15-21 июль)


Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Төрлө ҡатмарлы хәл күбәйер. Йыш ҡына бөтә яуаплылыҡты үҙ өҫтөгөҙгә алырға тура килер. Был арала эргәгеҙҙә ышаныслы кешеләр аҙ булғанын да асыҡ күрерһегеҙ, моғайын. Кесе йомала нин­дәйҙер юғалтыуҙар кисереүегеҙ ихтимал.

һыуғояр (21.01 – 19.02)

Аҙна һәйбәт килергә оҡшай. Был арала һеҙҙе ҙур ғына уңыштар көтәсәк. Һө­ҙөмтәлә элек ҡуйған маҡсаттарығыҙға һиҙелерлек яҡынайырһығыҙ. Бөтә эште етеҙ башҡарырһығыҙ, шуға күрә ялға һәм күңел асырға ваҡытығыҙ булыр.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна барышында үҙ көсөгөҙгә ыша­нысығыҙ күҙгә күренеп артыр. Бәғзеләр өр-яңы өлкәлә көстәрен һынап ҡарар. Күптәр һиҙелерлек уңыштарға өлгәшә алыр. Йомалағы хәлдәр ҡайһы бер кеше­ләрҙең һеҙгә ҡарата булған ысын мөнәсәбәтен асыҡ күрһәтер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Осор файҙалы аралашыуға бай бул­маҡсы. Хатта элегерәк боҙолған мөнә­сәбәттәрҙе тергеҙә алырһығыҙ. Башы­ғыҙға бер нисә өмөтлө фекер килер. Уларҙы йәшереп тормағыҙ, тәжрибәле кешенең фекеренә ҡолаҡ һалығыҙ. Шар­шам­былағы хәлдәр бер аҙ борсолорға мәжбүр итер.

Буға (21.04 – 21.05)

Төрлө сәбәп арҡаһында күптәрҙең үҙ көсөнә ышанысы кәмер. Йондоҙҙар был арала яҡшы белгән эш менән генә шөғөлләнергә ҡуша. Өйрәнелгән эш тәртибен һаҡлау ҙа бик мөһим.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Әллә ни һиҙелерлек уңыштар көтөлмәй. Тыныс күңел менән ҡәҙимге эшегеҙҙе баш­ҡарығыҙ. Шишәмбелә үҙегеҙгә ҡарата тәнҡит һүҙҙәрен дә ишетеүегеҙ ихтимал. Дөрөҫ һүҙгә яуап биреүе ҡыйын булыр. Йомалағы ваҡиғаларға тейешле иғтибар бирегеҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Көндәр бер аҙ ҡатмарлы килер. Ҡайһы бер хәлдәрҙең асылын аңлауы ҡыйын булыр. Төплө уйлағандан һуң дөрөҫ һығымта яһай алырһығыҙ. Матди яҡтан аҙна ҡәнәғәтләнерлек булыр.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Һәйбәт осор. Аралашыуҙа бигерәк тә уңырһығыҙ. Шишәмбелә ниндәйҙер хата ебәреүегеҙ ҙә ихтимал. Әйткәндәй, һеҙ уны яңынан ҡабатлайһығыҙ һымаҡ. Үткән ваҡиғаларҙан фәһем алырға өйрәнергә ваҡыттыр. Йомалағы эштәрегеҙ иғтибар талап итер.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Элек өҙөлгән араларҙы ялғау өсөн мөмкинлек булыр. Етди уйлап ҡарағыҙ: был һеҙгә кәрәкме? Төп эшегеҙҙә ҡыйынлыҡтарға тап булыуығыҙ ҙа ихтимал. Мөмкин тиклем эшлекле һәм шәхси мөнәсәбәттәрҙе айырырға тырышығыҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙна һәйбәт килер. Күпселек ваҡиға һеҙҙең өсөн ыңғай булмаҡсы. Ижади кешеләрҙең һәләттәре тағы ла асылып китер. Ярҙам итергә әҙер тороуығыҙ кешеләр алдында абруйығыҙҙы күтәрер. Йомала ниндәйҙер бүләк алырһығыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Был арала тормошоғоҙҙа үҙгәрештәр булыр. Һис борсолмағыҙ, уларҙан файҙа ғына күрерһегеҙ. Һаҡ булығыҙ, дуҫ булып ҡыланған кеше һеҙгә ҡаршы нимәлер эшләргә маташа кеүек һәм был беренсе мәртәбә түгел...

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Әйткән һүҙҙәрегеҙгә ҡарата иғтибарлы булығыҙ. Был бигерәк тә дүшәмбегә ҡағыла. Яңылыш ысҡынған бер һүҙ менән кемделер рәнйетеүегеҙ ихтимал. Кесе йомала уңайлы мәлде күрмәҫһегеҙ, моғайын. Аҙаҡ үкенеүегеҙ ҙә бар.




Автор: Өмөтбай
Фото: Т. АМАНОВ






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»