17.03.2023 Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?
Һуңғы йылдарҙа һөйәкле культураларҙың сирҙәре күбәйеүе сәбәпле, уларҙың уңышы ла кәмеүе күҙәтелә. Коккомикоз, монилиоз сирҙәре лә ағастарға ныҡ зыян килтерә. Коккомикоз – бәшмәк ауырыуы, ямғырлы йылда ныҡ тарала. Япраҡтарында һоро, ҡыҙыл таптар барлыҡҡа килә. Һуңынан улар ҡойола. Бер аҙҙан ағас та әкренләп ҡорой башлай. Сейәне баҡыр купоросы менән эшкәртеү талап ителә. Монилиоз сейә емештәрен киптерә.
Энәлек күбәләге (боярышница) алма, груша, сейә ағастарына зыян килтерә. Яҙ бөрөләрҙе кимерә башлай. Май аҙағында ағас олононда ҡурсаҡтары барлыҡҡа килә. Һуңынан күбәләккә әйләнеп, ул япраҡтың өҫкө яғына 500-гә тиклем йомортҡа һала. Йомортҡанан сыҡҡан ҡарышлауыҡтар ағас япраҡтарын ашап, һеңерсәгә ҡалдыра.
Сейәнең лайлалы киҫәре (вишневый слизистый пилильщик) личинкалары тупраҡтың өҫкө ҡатламында ҡышлай. Яҙ личинкалар ҡурсаҡҡа әйләнә. Июнь-июль айҙарында өлгөргән бөжәктәр осоп сығып, япраҡ өҫтөнә йомортҡа һала.
Сейә оҙонмороно (вишневый слоник) сейә һәм сливаның сәскә бөрөләренә, япраҡтарына, сәскәгә һәм емештәргә ҙур зыян килтерә. Алтын йәшел төҫтәге ҡуңыҙ йәй уртаһында йәшел сейәгә йомортҡа һала, ҡарышлауыҡтар емеш һөйәгенә инә. Зыянлаған емештәр өлгөрмәй.
Сәскәләр барлыҡҡа килеү менән «Хорус» препараты, 2-3 аҙнанан «Скор» менән эшкәртәләр. Сейә ағасында сир булмаһын тиһәгеҙ, ҡойолған япраҡтарҙы көҙҙән йыйып яндырырға, ҡороған ботаҡтарҙы ҡырҡып ташларға, ағастың төбөндәге тупраҡты йомшартып, уға фунгицид эретмәһе һибергә, ботаҡтарҙы ла эшкәртергә кәрәк. Химикаттарҙы ла йыл һайын үҙгәртеп тороғоҙ.
Августа бордос ҡатнашмаһы менән эшкәртәләр.