17.03.2023 Кәбеҫтәне ҡара бөрсә баҫһа, нимә эшләргә?
Уларға ҡаршы көрәшеүҙең ябай ғына ысулы бар. Көндәр эҫетә башлау менән баҡсалағы гөрләп үҫкән йәшелсәләрҙе ҡара бөрсә, күбәләк ҡорто кеүек зарарлы бөжәктәр баҫа башлай. Һыуһыл, йәшел кәбеҫтә япраҡтарын ваҡ ҡына ҡара бөрсәләр һырып, тишкеләп бөтөрә. Ҡоротҡостар һөжүменән ыҙа сиккән йәшелсә япраҡтары йәмһеҙләнә, шиңә, үҫә алмай. Шуға уға ҡаршы ваҡытында көрәш башларға кәрәк.
Бының өсөн химия ҡулланмайынса элек-электән килгән ғәҙәти ысул менән йәшелсәне ҡотҡарып була. 5 литр һыуға 250 грамм көл һәм бер ҡалаҡ ҡырылған кер һабынын ҡушырға. Яҡшылап болғатып, бер тәүлек тоторға һәм иртән кәбеҫтәләргә һибеп сығырға. Ҡайһы бер баҡсасылар кер һабыны урынына дегет ҡушып яһалған шыйыҡсаны ҡуллана. Был осраҡта 5 литр һыуға 1 ҡалаҡ ғына ҡушалар.
Кәбеҫтә япраҡтарына утын йәки тәмәке көлө һибеп сығыу ҙа ҡара бөрсәләргә ҡаршы көрәшергә ярҙам итә.