RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Эшһөйәрҙәр затынан

03.07.2019 Эшһөйәрҙәр затынан

йәки Кисәге уҡытыусы Салауат Абдрахманов, яҙмышы ҡырҡа боролоп, ауыл хужалығына эшкә күсеүенә һис үкенмәй

Минән башҡа ла лайыҡлы кешеләр күп, шулар тураһында яҙығыҙ, тигән Салауат Абдрахмановты, данлы “Байрамғол” агрофирмаһының транспорт цехы етәксеһен, саҡ әңгәмәләшергә күндерҙек. Бергә эшләгән хеҙмәттәштәрегеҙҙе маҡтарға форсат сығып торғанда, нисек баш
тартаһығыҙ, тигәнгә генә риза булды.

– Улайһа, ошо цехта оҙаҡ йылдар тырыш хеҙмәт иткән Әхиәр Фәхрет­динов, Ринат Баһауетдинов, Мораҙым Лоҡмановтарҙы, йәштәрҙән Әлим Хәкимов, Илшат Хәйруллин, Хәбир Килмөхәмәтов, Салауат Шаһиевтарҙы айырым маҡтап үтер инем. Нимәгә тотонһалар ҙа, булдыралар, үҙ бурыстарына яуаплы ҡарайҙар. Хәйер, цехта бөтәһе лә шулай уңған ул, һәлкәү, булдыҡһыҙ түгелдәр. Ҡырҡҡа яҡын кеше эшләгән коллективыбыҙ татыу, берҙәм, ойошҡан. Эш мәлендә төрлө хәл булып китә, ләкин егеттәргә рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ. Артабан да иңде-иңгә терәп, бергә-бергә эшләргә яҙһын, тип торам.

Тырыш фиҙакәр хеҙмәте өсөн район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән Салауат Абдрахманов сығышы менән Ҡәйепҡол ауылынан. Атаһын, ғүмер буйы малсылыҡта эшләгән зоотехник Вассаф Әбдрәхим улын, элек ҡайҙа ебәргәндәр, ғаиләһе лә уның артынан йөрөп, төрлө ауылда йәшәп, ярты районды урап сыҡҡандар, тиһәк тә хаталанмаҫбыҙ. Әсәһе Әҡлимә Ғәбдрәхим ҡыҙы, уҡытыусы, кинйә улдары Салауатта педагогикаға һәләтте төҫмөрләп, уға үҙенең юлын дауам итергә кәңәш бирә. Салауат әсәһенең һүҙен йыҡмай, һигеҙенсе синыфтан һуң Белорет педучилищеһына уҡырға бара. Уны тамамлағас, егетте армияға алалар. Ике йыл Төркмәнстанда ил сиген һаҡлаған Салауат тыуған яғына ҡайтыу менән Наурыҙ урта мәктәбенә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша, БДПУ-ла ситтән тороп уҡып юғары белем дә ала.

– Балалар менән эшләүе бик ныҡ оҡшай торғайны, – ти Салауат Вассаф улы. – Мәктәптә эшләү осоро күңелле, тулы, дәртле йылдар булып йөрәктә һаҡлана. Беҙ ғаиләлә дүрт бала үҫтек. Гөлдәр, Гүзәл исемле апайҙарым, Илдар ағайым бар, улар уҡытыусы һөнәрен һайламаны, мин бер үҙем генә әсәй һәм атайҙың юлдарын дауам иткән һымаҡмын. Сөнки тәүҙә әсәйем кеүек уҡытыусы булып эшләһәм, аҙаҡ атайым һымаҡ – ауыл хужалығында.Үкенескә, ғүмерҙәре ҡыҫҡа булды: атайҙың арабыҙҙан китеүенә – 23 йыл, әсәй алты йыл элек фани донъянан баҡыйлыҡҡа күсте.

Наурыҙҙа эшләп йөрөгәндә Салауат Уральскиҙан Гүзәл Вәлиулла ҡыҙы менән таныша. Йәштәр, өйләнешкәс, Учалы ҡалаһына күсеп килә. Ғаилә башлығы ҡалабыҙҙың 12-се мәктәбендә башланғыс синыфтарҙа башҡорт теленән уҡыта. Ләкин атаһы мәрхүм булғас, улар Ҡәйепҡолға йәшәргә ҡайта. Салауатты Яңы Байрамғол ауыл советына ер белгесе итеп эшкә алалар. Алты йыл шунда эшләгәндән һуң тырыш егетте Ринат Ғәйнуллин “Байрамғол” агрофирмаһына инженер вазифаһына ҡоҙалай. Бөтөнләй таныш булмаған өр-яңы мөхиттә эш башлағанда аҡыллы кәңәштәре, атай-ағайҙарса йылы, яҡшы мөнәсәбәте менән ярҙам иткән Ринат Исмәғил улына Салауат һаманғаса тәрән рәхмәтле. Ныҡлап эш нескә­лектәренә өйрәнгәс, икенсе һулышы асылып, офоҡтары киңәйеп киткәндәй тойола. Дүрт йыл шул вазифала, һуңынан биш йыл транспорт цехында диспетчер булып эшләгән Салауатты өс йыл элек цех етәксеһе итеп үрләтәләр.

Күп һүҙ һөйләргә яратмаған, эш һөйгән Салауатты күптәр йырсы булараҡ белә, таный. Талантлы Ринат Жамалов етәкләгән “Байрамғол егет­тәре” халыҡ вокаль ансамбле составында улар ҡайҙа ғына, кемдәр генә алдында сығыш яһаманы икән?! Һәр саҡ алҡыштарға күмелеп, ижади конкурс­тарҙа еңеүҙәр яуланы Байрамғолдоң аҫыл ир-егеттәре. Тик Ҡәйепҡолдан Уральскиға йөрөп эшләгән Салауаттың репетицияларға бөтөнләй ваҡыты ҡалмай, шуға, ҡыйын булһа ла, уға ансамбль менән хушлашырға тура килә. Әммә сәнғәткә тартылышы әлегәсә көслө. Кәләше Гүзәл Уральскиҙа мәҙәниәт йортонда методист булып эшләгәс, Салауат уға концерттар алып барырға ла, сценарийҙар төҙөшөргә лә ихлас ярҙамлаша. Яңы йорт һалып сыҡҡан татыу Абдрахмановтар ғаилә­һендә ике ул үҫә. Өлкәндәре Динислам Магнитогорскиҙа тау университетында уҡып йөрөһә, Ғайсар мәктәптә дүртенсе синыфты бөткән. Элек Динислам “Ирәмәл” өлгөлө балалар бейеү ансам­блендә бейеп, ҡурай класында шөғөлләнһә, хәҙер Ғайсар ҙа шулай уҡ бейеүгә лә йөрөй, ҡурайҙа ла уйнай. Йыр-моңға һәләт Әҡлимә Ғәбдрәхим ҡыҙы яғынан, йәғни Абдразаҡовтар нәҫеленән килә.

– Мин бер музыка ҡоралында ла уйнай белмәйем, тәбиғи һәләт асылып, үҫешмәгән, – тип көлдө Салауат. – Комсомольскиҙа йәшәгәндә бер аҙ музыка мәктәбенә йөрөп ҡалдым, аҙаҡ һәләттәрҙе асырға мөмкинлек булманы. Ансамблдә йырлай башлауым да шул сәнғәткә тартылыуҙан ине ул. Әле лә онотолоп киткәндә көйләп алам. Йыр-моңһоҙ йәшәп булмай.

Бер Салауат Абдрахманов ҡынамы ни, байрамғолдарҙың ҡайһыһына төртһәң дә, йә йырсы, йә бейеүсе булып сыға. Алтын-йәшмә ятҡылыҡтарың ары торһон, шундай эшһөйәр, моңһөйәр кешеләребеҙ булғанда! Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, ергә тоғролоҡ һаҡлап, ауыл хужалығын алға һөйрәгән тырыштар тап шулар инде.




Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: Автор фотоһы






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»