30.06.2019 Машинаңды газонда ҡалдырма! Юғиһә штраф!
Апрель айынан алып Башҡортостанда машинаны газондарҙа туҡталҡаға ҡуйған өсөн штраф һалына. Түбәндә ошо үҙгәрешкә ҡағылышлы һорауҙарға яуаптарҙы ҡарағыҙ:
– Газондарҙа туҡталҡа тыйылды. Ни өсөн?
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары газондар, клумбалар һәм спорт, балалар майҙансыҡтары буйлап автомобилдәрҙә үткән йәки туҡталҡа яһаған өсөн штрафтар индерҙе.
Улар:
граждандар өсөн 1 – 2 мең һум,
вазифалы шәхестәр өсөн 5 – 10 мең һум,
юридик шәхестәр өсөн 20 – 30 мең һум тәшкил итә.
Был хәл тағы ҡабатланһа, штрафты икеләтә күләмдә түләргә тура киләсәк.
– Аҡсалата язаны кем һала?
Закон буйынса административ комиссиялар протокол төҙөргә һәм штраф һалырға хоҡуҡлы. Улар һәр районда һәм ҡалала бар. Телефондары һәм адрестары муниципалитеттарҙың сайтындағы “Административ комиссия” бүлегендә бирелгән.
– Кешеләр газонда, балалар йәки спорт майҙансығында ултырған автомобилде фотоға төшөрөп, водителгә штраф һалдырта аламы?
Эйе, улар быны эшләй ала. РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 26.7 статьяһының 2-се өлөшөндә фотоһүрәттәр һәм видео яҙмаһының дәлил була алыуы тураһында яҙылған. Тик бының өсөн түбәндәгеләрҙе үтәргә кәрәк:
– аноним мөрәжәғәт ҡабул ителмәй. Гражданға махсус бланк тултырырға (уны БР Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты сайтынан алырға мөмкин) кәрәк. Унда исем-фамилия, бәйләнеш телефоны, электрон почта, хоҡуҡ боҙоусының ҡайҙа һәм ҡасан асыҡланғаны һәм ниндәй аппарат менән төшөрөү тураһында яҙыла;
– фото һәм видео яҙмалары сифатлы булһын. Уларҙа автомобилдең газонда йәки балалар майҙансығында торғаны, номерҙары асыҡ күренһен. Яҡындағы йорттоң адресы яҙылған таҡтаны ла төшөрөгөҙ, был географик яҡтан аныҡлыҡ индерәсәк. Әгәр ҙә водитель салонда “Ошо номер буйынса бәйләнешкә инегеҙ” тип телефонын яҙып ҡалдырһа, уның менән дә кадр кәрәк.
Ғаризаны, фото- һәм видеояҙманы үҙегеҙ административ комиссияның электрон почтаһына ебәрегеҙ йәки үҙегеҙ алып барығыҙ.
– Мөрәжәғәт менән аҙаҡтан нимә булыуын нисек белергә?
Уға рәсми статус бирелә. “Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһындағы” федераль законға ярашлы, күрһәтелгән адрес буйынса административ комиссия ҡабул иткән ҡарар һәм документтар менән хат ебәреләсәк.
– Кеше машинаһын ышаныс ҡағыҙы (доверенность) буйынса һатҡан йәки уны ҡыуып алып киткәндәр. Ни өсөн ул штраф түләргә тейеш?
Әгәр ҙә штраф һалғанда машинаны бүтән кеше файҙаланһа һәм быны иҫбат итеп булһа – штраф шул мәлдә рулдә булған водителгә һалынасаҡ. Был каршеринг компанияларына ла ҡағыла: әгәр ҙә кемдер машинаны прокатҡа алып, уны клумбала ҡалдырһа, компанияға һорау мөрәжәғәте ебәреләсәк. Ваҡыты билдәле булғас, водителдең кемлеген асыҡлауы ҡыйын түгел – штраф шул кешегә һалынасаҡ.
– Әгәр ҙә штрафты 20 көндә түләгәндә, 50 процентлыҡ ташлама яһаласаҡмы?
Бындай ташлама кеше ташыу ҡағиҙәләрен боҙоу йәки юл сатынан үтеү тәртибен үтәмәгәндә һалынған штрафтарға ҡағыла. Газондағы туҡталҡаға ташлама ҡаралмаған.
– Ни өсөн башҡа объекттарҙа, мәҫәлән, тротуарҙа машинаны ҡалдырған өсөн яуаплылыҡ ҡаралмаған?
Бындай штраф бар. Тротуарҙа туҡталҡа өсөн бер мең һум, Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта өсәр мең һум штраф түләтәләр. Штрафтарҙы ЮХХДИ инспекторҙары һала.
– Автомобилдән газонға килтерелгән зыян нисек баһаланасаҡ?
Был осраҡта водитель килтерелгән зыян күләменән тыш, статья буйынса яуапҡа тарттырыла.
– Машиналарҙы эвакуатор алып китәсәкме?
Юҡ, уларҙы бер ҡайҙа ла алып китмәйәсәктәр. Газонда туҡталҡа яһаған өсөн водителдәргә штраф ҡына һалынасаҡ. РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 27.13 статьяһы буйынса, машинаны икенсе рәттә, тоннелдә, үткәүелдә, трамвай юлында, тротуарҙа ҡалдырғанда, тормоз системаһы эшлектән сыҡҡанда, водитель “право”һыҙ йәки иҫерек булғанда, эвакуатор саҡырыла.
– Мөрәжәғәт яҙып ебәреү өсөн телефон ҡушымтаһы бармы?
Әлегә юҡ, киләсәктә булдырыласаҡ.
– “Газон” һүҙе нимәне аңлата?
Законда терминға ошолай аңлатма бар: “йәшелләндерелгән биләмә” – “йәйәүлеләр, велойәйәүлеләр һәм велосипед юлдарының ҡаты япмаһына сиктәш һәм борт ташы (поребрик, бордюр) менән кәртәләнгән үләнле, сәскәле һәм (йәки) ағас-ҡыуаҡтар менән ҡапланған ер участкаһы”.
“Газон” һүҙенең берҙәм аңлатмаһы юҡ, һәр муниципалитет уны үҙенсә яҙып, “Төҙөкләндереү буйынса ҡағиҙәләр”гә индерә. Өфөлә ул бар. Ҡала советы депутаттары ҡарары менән клумба “ландшафт композицияһының үҙаллы элементын барлыҡҡа килтергән һәм парк ҡоролмаларының, ағаслыҡтарҙың фоны булған тәбиғи йәки махсус сәселгән үләндән барлыҡҡа килгән япма” булып тора.
Шуға күрә лә саҡ ҡына үләне булған урындан уттан ҡурҡҡан кеүек ҡурҡыу, автомобилде унда ҡалдырмау хәйерлерәк.
– Һорауҙар менән ҡайҙа шылтыратырға?
Яңы закон буйынса үҙегеҙҙең район йәки ҡала хакимиәтенең административ комиссияһы сәркәтибенә (телефондары сайттарҙа бар) шылтыратып кәңәшләшергә мөмкин. Әгәр ҙә хоҡуҡ боҙоу теркәлһә, БР Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының административ комиссиялар менән эшләү бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ. Телефоны: (347)218-10-34.
Әйткәндәй
Башҡортостанда ике айҙа газондарға машиналарын ҡуйыусыларға 14 миллион һум штраф һалынған. Шуның 7,5 млн һумы Өфө водителдәренә тура килә, тип белдерҙе 10 июндә республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә БР Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле.
Тыйыу индерелгәндән бирле республикала йәмғеһе 19072 законһыҙ туҡталҡаға ҡуйыу осрағы теркәлгән. Иң күбе – 10 меңдән ашыуы (дөйөм һандың 52 проценты) – баш ҡалала. Бынан тыш, Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Октябрьский ҡалаларында ла машиналарын тыйылған урындарҙа ташлап китеүселәр күп. 10655 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Бер нисә аҙналыҡ динамиканы тикшереү һөҙөмтәләренә ҡарағанда, был статья буйынса хоҡуҡ боҙоусылар һаны яйлап кәмей. Был – административ комиссиялар эше, урындағы үҙидара органдарының туҡталҡалар ойоштороуы һәм газондарҙы кәртәләүе һөҙөмтәһе. Шулай ҙа тыйылған ерҙәрҙә водителдәр машиналарын ҡалдырыуын дауам итә, – тип белдерҙе комитет етәксеһе.
– Туҡталҡалар етмәй бит!
Был проблеманы республика властары таный. Рәсми иҫәп буйынса, Башҡортостанда 310 меңдән ашыу машина ҡуйыу урыны кәрәк. Бөгөнгә 140 мең урын ғына ҡоролған, 170 меңен булдырыу кисектергеһеҙ мәсьәлә булып тора.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын үтәүсе Борис Беляев әйтеүенсә, машина урындары етмәү проблемаһы комплекслы хәл ителәсәк. Быға туҡталҡаны тыйыу тураһындағы юл тамғаларын тикшереү, үҙаллы ҡуйылған шлагбаумдарҙы һәм ҡапҡаларҙы алып ташлау, ихаталарҙа билдәләр (разметка) төшөрөү (был 9 мең урын бирәсәк), квартал-ара һәм ихата эсе юлдарын киңәйтеү (12 мең урын) кеүек саралар инә.
Хөкүмәттә шулай уҡ яңы торлаҡ комплекстары төҙөгәндә машина ҡуйыу урындары һанын билдәләгән нормативтарҙы үҙгәртеү тәҡдимен индерҙеләр. Бының өсөн норматив-хоҡуҡи акттарҙы яңынан ҡарау талап ителә.