RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Һылыуҡай”ҙың исеме – Гүзәл!

25.06.2019 “Һылыуҡай”ҙың исеме – Гүзәл!

Силәбе өлкәһенең иң һылыу башҡорт ҡыҙҙары араһында үткәрелгән конкурста 24 йәшлек Гүзәл Йомағужина еңеү яуланы!

Әбйәлил районында тыуып, Учалы районының Уральск ҡасабаһында үҫеп буй еткергән Гүзәл бәләкәйҙән тиҫтерҙәре араһында әүҙемлеге менән айырылып тора. Ундағы энергия ун кешегә етер ине, биллаһи! Бар ергә лә өлгөргән, нимәгә тотонһа ла, еренә еткереп эшләргә күнеккән ҡыҙ фортепиано класы буйынса музыка мәктәбен дә, урта мәктәпте лә тик “бишле”гә тамамлай. Алтын миҙал яулаған тырыш, аҡыллы, әүҙем Гүзәл “Ирәмәл” өлгөлө балалар бейеү ансамблендә шөғөлләнергә лә, өйҙә ата-әсәһенә ярҙамлашырға ла ваҡыт таба. Яҙмышын һаулыҡ һаҡлау өлкәһе менән бәйләргә уйлап, Силәбе медицина университетына уҡырға инә. Юғары уҡыу йортонда ла дәреслектәргә генә текәлеп ултырмай, университет тормошонда ҡайнап йәшәй. Ойоштороу һәләтенә эйә булған, кешеләр менән аралашырға яратҡан шәп ҡыҙ әлеге ваҡытта “Рәсәй студент отрядтары” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе етәксеһенең урынбаҫары булып эшләй.

– Эшем ныҡ оҡшай, – ти Гүзәл. – Коллективыбыҙ татыу, уңған ҡыҙҙар һәм егеттәр менән бергә әллә күпме эш атҡарырға өлгөрәбеҙ. Киләсәктә, әлбиттә, табип булып эшләйәсәкмен, ә әлегә мине йәмәғәт эше нығыраҡ ылыҡтыра. Бала саҡта һылыуҡайҙар бәйгеһе тураһында бөтөнләй уйлап та ҡараманым, ундай уй башыма ла инеп сыҡманы. Унан башҡа ла тормошом ҡыҙыҡлы ине. Ә был юлы “Бәйләнештә” селтәрендә конкурс тураһында күреп ҡалдым да, кинәт кенә ҡатнашып ҡарарға булдым. Арғаяшҡа һайлап алыу турына килгәс, беҙ, ҡатнашыусылар, үҙебеҙ менән таныштырҙыҡ, ижади номерҙар күрһәттек. Мин “Өләсәйҙең бүләге” бейеүен башҡарҙым. Әйткәндәй, ул бейеү менән 2017 йылда “Байыҡ” республика телевизион конкурсында ҡатнашып, 2-се урын алғайным. Ошо тәүге турҙан һуң баһалама ағзалары ете ҡыҙҙы һайлап алды. Йырлап-бейеп, матур һүҙ һөйләп, һылыулыҡ менән генә әллә ни ары китеп булмай, тамаҡҡа әҙерләй белеүең мөһим, тигән кеүек, артабан аш-һыу конкурсында һәләтебеҙҙе тикшерҙеләр. Беҙгә өр-яңы ашамлыҡ уйлап сығарып йәки милли аҙыҡты үҙеңсә әҙерләп күрһәтергә кәрәк ине. Мин ЭремСәК-СәК әҙерләнем. Эйе, был конкурс мине шундай экспериментҡа илһамландырҙы.
Өсөнсө этапта иһә заманса башҡорт ҡыҙының образын уйлап табып, уны фотосессияла астыҡ. Фотосессиянан һуң Зилиә һәм Юлиә Бәхтиевалар менән осрашыу ойошторҙолар. Беҙ башҡорт ҡатын-ҡыҙының гүзәллеге, булмышы хаҡында һөйләштек. Йолаға ярашлы, был матур һөйләшеү һуңында тәмләп башҡортсалап сәй эстек. Был үҙе бер матур иҫтәлек булып, күңелгә уйылды.

Конкурстың финалы Арғаяш район һабантуйында уҙҙы. Тулҡынлана-тулҡынлана тамашасылар алдында сығыш яһаныҡ. Финалда ҡатнашыусы һәр ҡыҙ төрлө номинацияла билдәләнде. Миңә “Нурлы һылыуҡай” исеме бирелде. Һәм ошонан һуң гран-при яулаусы ҡыҙҙың исемен атанылар. Ул мин инем! Көтөлмәгәнлектән саҡ баш әйләнеп китмәне. Баһалама ағзалары еңеүсенең исемен һуңғаса сер итеп тотто, хәйер, улар үҙҙәре лә быны бүләкләүгә бер нисә минут ҡалғас ҡына белде. Был мәл иҫ киткес тулҡынландырҙы!

Гүзәл Йомағужина конкурсты ойоштороу­сыларға – “Йондоҙ” продюсерлыҡ үҙәгенә, Арғаяш районы хакимиәтенең мәҙәниәт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте идаралығына, ата-әсәһенә, туғандарына, дуҫтарына, хеҙмәт­тәштәренә рәхмәтле. Был бәйге уға тәжрибә, үҙ көсөнә ышаныс өҫтәгән, дуҫтары, таныштары һанын арттырған.

– Башҡорттар күп йәшәгән Силәбе өлкә­һендә милли мәҙәниәтебеҙҙе бар яҡлап үҫте­рергә кәрәк. Был йәһәттән “Һылыуҡай” конкурсы ла миллилекте һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә, тип уйлайым, – ти Гүзәл. – “Һылыуҡай – 2020” бәйгеһендә ҡатнашыусылар тағы ла күберәк булһын, тип теләп, был матур сараны көтөп ҡалам!

Конкурс барышында һылыуҡайҙың үҙенән былайыраҡ тулҡынланған, борсолған ата-әсәһе лә – маҡтауға лайыҡ кешеләр. “Байрамғол” агрофирмаһында кадрҙар бүлеге етәксеһе булып эшләгән Гөлназдың тырыш хеҙмәте яңыраҡ БР Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән билдәләнде. Ә “Ирәмәл” балалар ижады үҙәгендә эшләгән атаһы Илгиз Йомағужин – танылған композитор. Ысынлап та, алма ағасынан алыҫ төшмәй – уңғандарҙың ғаиләһендә егәрле балалар үҫә.




Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»