RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (3-9 июнь)

03.06.2019 Йондоҙнамә (3-9 июнь)


Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Тыныс аҙнаға өмөттәрегеҙ аҡланмаҫ. Дүшәмбенән башлап төрлө мәшәҡәт, ашығыс эштәр күбәйер. Һеҙҙең һуңғы уңыштарығыҙ кемделер борсой һымаҡ. Был хәлде ваҡытында күрергә тырышығыҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Осор өмөтлө булырға оҡшай. Ҡаршы­лыҡтар, ғәҙәттәгесә, осрап торор, ләкин уларҙы еңел генә еңә алырһығыҙ. Был арала имтихандар, төрлө һынауҙы тапшырыу ауыр булмаҫ. Ҡәҙимге көн һәм эш тәртибен һаҡлауығыҙ бик мөһим.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Аҙна араһында төрлө эш-мәшәҡәт ҡә­ҙимгенән күбәйер. Көсөгөҙҙө йәлләмәй эшләргә кәрәк булыр. Тейешле йөк­мәләрҙе һәйбәт үтәп, башҡалар араһында абруйығыҙ күҙгә күренеп артыр. Дуҫтарығыҙ ҙа күбәйер, артығыҙҙан күҙәтеүселәр ҙә табылыр.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Һәйбәт аҙна. Ҡайһы бер ваҡиғалар алға өмөт менән ҡарарға мөмкинлек бирер. Эш урынында бер ниндәй ҙә дәғүәгә инмәҫкә тырышығыҙ. Тураһын әйтегеҙ, фекерегеҙҙе асыҡ белдерегеҙ. Иң дөрөҫ юл шул.

Буға (21.04 – 21.05)
Шәхси тормошоғоҙҙа барыһы ла һеҙ уйлағанса барыр. Хәлегеҙ тотороҡло көтөлә. Эштәгеләр менән ҡаршылыҡтар осрап торор. Был бигерәк тә шаршамбыға ҡағыла. Иң яҡшы көндәрегеҙ – шишәмбе һәм шәмбе.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Осор яңы белем алыу һәм үҙләштереү өсөн уңайлы. Уҡып йөрөгәндәр теләһә ниндәй имтиханды ла еңел тапшырыр. Шишәмбеләге яңылыҡ һеҙҙең өсөн мөһим буласаҡ. Уға тейешле иғтибар бирегеҙ һәм онотмаҫҡа тырышығыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна барышында ҡайһы бер эштә­регеҙҙе тәртипкә килтерерһегеҙ. Шаршамбыла яҡын кешегеҙ менән һүҙгә килешеүегеҙ ихтимал. Йондоҙҙар артыҡ үҙ һүҙле булмаҫҡа кәңәш итә. Йомала килеп сыҡҡан мәсьәләне хәл итергә көсөгөҙҙән килер һымаҡ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был арала ниндәйҙер өмөтлө тәҡдим ишетерһегеҙ кеүек. Йондоҙҙар уға һис тә икеләнмәйенсә ризалашырға ҡуша. Юғиһә бик уңайлы мөмкинлектән фай­ҙалана алмаҫһығыҙ. Яҡын кешеләрегеҙ һәр саҡ ярҙам итеп торор.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Һәйбәт аҙна. Тырышлығығыҙ юҡҡа булмаҫ – шаршамбыла ниндәйҙер ҙур уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Быны дуҫтарығыҙ ғына түгел, дошмандарығыҙ ҙа яҡшы күрер. Йомала аҡсағыҙҙы йәлләмәгеҙ. Уны бик тиҙ кире ҡайтарырһығыҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Осор уйламағанса мәшәҡәтле килер. Һис көтмәгәндә төрлө мәсьәлә ҡалҡып сығыр. Йыш ҡына башығыҙҙы күтәрергә лә ваҡытығыҙ булмаҫ. Был хәлдә үҙегеҙҙең дә ғәйебегеҙ бар һымаҡ. Һуңғы ваҡытта бер аҙ ялҡауландығыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Бик уңышлы аҙна. Бөтә эшегеҙ һәйбәт барыр. Шишәмбе йәки шаршамбыла мотлаҡ аҡса килер. Бәғзеләр өйләнеү йәки кейәүгә сығыу тураһында етди уйлана башлар. Күптәр үҙенә пар табыр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Бар йәһәттән дә яҡшы көндәр килер. Мөһим эштәр менән генә булышырға ҡушыла, ваҡ-төйәккә ваҡытығыҙҙы әрәм итмәгеҙ. Шишәмбелә яҡындағыларға ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ. Был арала күптән күрмәгән кеше менән һөйләшерһегеҙ. Был әллә ни ҡыуаныс килтермәҫ һымаҡ.




Автор: Өмөтбай
Фото: Т. АМАНОВ






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»