05.02.2011 Ванганың ҡөҙрәте
Вангелия Пандева – Ванга 1911 йылдың 31 ғинуарына ҡараған төндә Струмица ҡалаһында (әлеге Македонияла) ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Һикһән биш йыл йәшәп, шуның 55 йылын кешеләр менән эшләүгә – күрәҙәселек итеүгә, кәңәштәр биреүгә арнай. Берәүҙәр уға Тибет, масон, теософ һәм башҡа тәғлимәттәрҙең авторлығын бирә. ҡайҙандыр алынған белешмәләрҙе, халыҡ рецептарын, төшлөктәрҙе лә уға таға.
Математиктар иҫәпләүе буйынса, Ванга миллиондан ашыу кешене ҡабул иткән. Финансистар билдәләүенсә, ул Болгария ҡаҙнаһына 100 миллион доллар табыш килтергән. Күреүегеҙсә, Ванга ваҡытында Болгария иҡтисадын ныҡ ҡына байытыуға өлөш индергән. Уны эҙләп, төрлө илдәрҙән ағылған туристар сәбәпсе быға.
Болгарияла Вангаға мемориал асҡандар, сиркәү төҙөгәндәр. Йәнәһе лә, бөйөк күрәҙәсе ошо урынға күңелен таҙартырға йөрөгән. Был иһә төптө яҙыҡ, тип һанай уның тормош юлын өйрәнеүселәр. Сөнки социалистик илдә ул ваҡытта бөйөк көскә инаныусылар булмаған. Ванга үҙе дингә ышанған, әммә был йолаларҙың барыһын да өйөндә башҡарған. Ә инде Ванганы бөгөн изге яһауҙары илдең иҡтисадын күтәреү өсөн ҡулай, имеш.
Табип булып уйнаған
Ванганың бала сағы бик ауыр үтә. Өс йәштә әсәһе вафат була, бер йылдан атаһын әрмегә алалар, һуңынан фронтҡа ебәрәләр. Был ваҡытта Беренсе донъя һуғышы барған була. ҡыҙҙы күршеһе тәрбиәгә ала. Өс йыл буйы атаһынан хәбәр булмай. Бөтәһе лә, ҡыҙыҡай етем ҡалды, тигән уйға килгәс, атаһы ҡайтып төшә. Оҙаҡ та үтмәй, ул өйләнә. Үгәй әсәһе Ванганы яҡын күрә. Үтә сибек, күк күҙле, аҡһыл һары сәсле, ҡыйыу бала була ул. Гел генә имсе булып уйнай. 11 йәштәр тирәһендә Ванга, урамдамы, өйҙәме, ҡайҙа булыуына ҡарамаҫтан, күҙҙәрен сытырлатып йомған килеш ниндәйҙер әйберҙе эҙләп уйнай башлай. Тыйһалар ҙа, туҡтамай. Был атаһының асыуына тейә. Ә атай кеше эшкә әрһеҙ крәҫтиән була. Ерен дә эшкәртә, әкренләп хужалығын да ҙурайта. Эшсе ҡулдар етешмәгәнлектән, батрактар яллай. Ялланып эшләүселәр уны хатта, бай, тип йөрөтә башлай. Ғаилә етеш йәшәй. Әммә бөтә нәмә бер сәғәт эсендә юҡҡа сыға. Урындағы власть ғаилә башлығын, заманында партизан булды, тип ҡулға ала. Туплаған бар мөлкәтен, ураҡ ваҡытында ерен тартып алалар. Төрмәгә япмайҙар, әммә үлтерә яҙғансы туҡмайҙар. Ғаилә хәйерселеккә төшә. 1923 йылда улар алыҫ булмаған ауылда торған ағаларына күсенә. Ванга ун ике йәштә була. Ул яланға ишәк көтөргә йөрөй.
Фажиғә
Яландан ҡайтып килгәндә шишмә эргәһендә ял итергә туҡтағанда була был хәл. ҡапыл көслө дауыл ҡуба. Ағастар төбө-тамыры менән аҡтарыла. Ванганың ике һеңлеһен көслө ел һауаға күтәреп, өйрөлтөп-өйрөлтөп, шишмә эргәһенә ташлай. Ә үҙен ике саҡрым алыҫҡа осороп алып китә. Дауыл тымғас, ҡыҙҙы оҙаҡ ҡына эҙләп таба алмайҙар. Ул ҡом-таш, һынған ағас ботаҡтары өйөмө аҫтында ҡалған була.
Ванга күҙҙәрен аса алмай илай. Күҙҙәре бик ныҡ ауырта, эсе тулы ҡом була. Өйҙәгеләр, ҡыҙыҡайҙың ауыртыуын әҙ генә булһа ла баҫырға теләп, үлән ҡайнатып йыуып ҡарай. Халыҡ табиптарына ла мөрәжәғәт итәләр. Бер нәмә лә ярҙам итмәй. ҡыҙҙың күҙҙәренә ҡан һауа, алмалары ағара. Күҙенә операциялар яһап ҡарайҙар, тик ярҙамы булмай. Ванга тома һуҡыр ҡала.
Һуҡырҙар йортонда
ҡыҙ илай, аҙарына. Яҡындары өсөн имгәк булыуына ҡайғыра. Күршеләре атаһына, ҡыҙығыҙҙы һуҡырҙар йортона бирегеҙ, тип кәңәш бирә. Интернат талаптары ҡаты була. ҡыҙ йорт, ҡул эштәренә, ашарға бешерергә, йыйыштырырға, ҡулдары ярҙамында донъяны танырға өйрәнә. Уға бөтә нәмә еңел бирелә. Ун һигеҙ йәшендә ошо уҡ йортта тәрбиәләнеүсе егеткә ғашиҡ була. Тиҙҙән егет тә ҡыҙға һөйөүен белдерә, кейәүгә сығырға тәҡдим яһай. Ванга атаһынан никахҡа ризалыҡ һорап хат яҙа. Тик, үгәй әсәһе үлгәнлектән, атаһы ҡыҙының дүрт туғанын ҡарашырға ҡайтыуын үтенә... Ванганың кейәүгә сығыу, етеш тормош тураһындағы хыялы шулай селпәрәмә килә. Беренсе мөхәббәте менән хушлашып, ҡайтып китеүҙән башҡа сара ҡалмай.
Өйҙә
Шул тиклем хәйерселек. Туғандары ауырыу, үтә сибек. Ванга улар хаҡында хәстәрлек күреүҙе үҙ өҫтөнә ала. Тиҙ арала тирә-йүндә яҡшы хужабикә, ҡул оҫтаһы булараҡ таныла. Ванга йәшәгән ерҙә Изге Георгий көнөндә күрәҙә итеү ғәҙәте була. ҡыҙҙар ҙур балсыҡ ҡомғанға тамға уйып, таяҡ төшөрә лә, иртәгәһенә уға ҡарап яҙмыштарын юрай. Ванга һуҡыр ҙа булғас, ҡыҙҙар был йоланы гел уның ҡатнашлығында башҡарырға яратҡан. Ни ғәләмәттәндер, әйтелгәндәр, ысынлап та, гел дөрөҫкә сыҡҡан. Бөтәһе лә ғәжәпләнгән.
Бер мәл ул атаһының, ҡайҙалыр күмелгән байлыҡты табып, байыу тураһында йәшерен хыялы булыуын белгән. Ванга уға күмеп йәшерелгән байлыҡтың ҡайҙалығын әйткән. Ысынлап та, байлыҡ табылған. Быға иҫе-аҡылы киткән атаһын, байлыҡты төшөмдә күрҙем, тип аптыратҡан.
Һынауҙар
1939 йыл. Илдә болғаныш, ҡулға алыуҙар башлана. Ванганың атаһын да ҡулға алалар. Ул асыҡтан-асыҡ хөкүмәттең тарҡалыуын әйткән була. Уны туҡмап, эшлектән сығаралар. Яралары бик ауыр уңала. 1940 йылда Ванга үҙе менингит менән сирләй. Ике аҙна ҡаты ауырый. ҡыҙ көскә аяҡҡа баҫа. Ныҡ ябыға. Һөт эсеп кенә дауалана. 1940 йылда атаһы вафат була. ҡыҙҙың күрәҙәселек һәләте тағы ла көсәйә.
Ауыр көндәр етә. Икенсе донъя һуғышы тураһында һүҙ сыға. Байҙар аҙыҡ-түлек запасы туплай. Ванга бер нисә тапҡыр сиркәү төҙөү тураһында һүҙ ҡуҙғатып ҡараһа ла, был хәбәргә ҡолаҡ һалыусы булмай. 1941 йылдың башында Ванга төш күрә. Оҙон, аҡһыл һары сәсле, матур хәрби аттан һикереп төшөп, өйгә килеп инә. Яғымлы тауыш менән: «Тиҙҙән күп халыҡ үләсәк, ҡурҡма. Мин гел һинең яныңда булырмын, һиңә уларға тапшырыр хәбәрҙе еткерермен», – ти.
Ванга күрәҙәселек иткәнсә, апрель башында Германия ғәскәре Югославия сиге аша сыға. Ванга танымаҫлыҡ булып үҙгәрә. Һуҡыр күҙҙәре эскә бата, ябыға. Ул ҡайҙа һуғыш барғанын, ваҡиғаларҙы, яуҙан тере ҡайтыр, һәләк булған ирҙәрҙең исемдәрен атай башлай. Был хәл йәшен тиҙлегендә тирә-йүнгә тарала. Уға туҡтауһыҙ кешеләр ағыла башлай.
Мәңге асылмаҫ сер
Ванганың феноменын ғалимдар ҙа, уны яҡындан белеүселәр ҙә бөгөнгәсә аныҡ ҡына аңлата алмай. Нисек итеп тома һуҡыр ябай зат күрәҙәлек итеү һәләтенә эйә?
Ванга махсус хеҙмәттә агент булғанмы? Юҡ. Кемгәлер ул ситтән тороп йоғонто яһай алмаған. Ә ни бары кешенең яҙмышын ғына күргән. ҡайһы бер ғалимдар Ванганы шарлатанлыҡта ғәйепләргә маташып ҡарай, тик быны иҫбатлай алмай. Ә София университеты профессоры Величко Добриянов тикшереүҙәре күрһәтеүенсә, уның әйткәндәренең 85 проценттан ашыуы дөрөҫлөккә тап килә.
Күҙ күреп ышанмаҫлыҡ
Ул үткәнде һәм киләсәкте нисек күргән һуң? Баҡтиһәң, ул күптән гүр эйәләре булған кешеләрҙе лә ап-асыҡ күргән. «Өсөнсө күҙем бар. Уның аша мәғлүмәт алам, кеше яҙмыштары күҙ алдымдан кинотаҫма булып үтә. Ниндәйҙер тауыш теге йәки был кешегә нимә эшләргә кәрәклеген хәбәр итә. Был, бәлки, Аллаһы Тәғәләнең тауышылыр...» – тип аңлатҡан.
– Мин ҡайһы ваҡыт ҡап-ҡара, янған ер күрәм. Көслө янғын, төтөн, кешеләрҙең йөҙө аҡ сепрәк менән ҡапланған...
Картина ысын мәғәнәһендә былтырғы йәйҙе хәтерләтә түгелме? Быны ул ун биш йыл элек үк күргән.
Ә экология торошона килгәндә, 1950 йылда планетала климат үҙгәрәсәген берәү ҙә күҙ алдына килтерә алмаған. Ә күрәҙәсе глобаль йылыныу тураһында шул заманда уҡ әйткән. Һыуыҡ райондар йылы буласаҡ, унда ҡаҙаяҡтар үҫәсәк. Янартауҙар уянасаҡ. Һәм ҙур тулҡын кеше менән тулы бейек ярҙы, ҡалаларҙы ҡаплап, бөтә нәмә һыу аҫтында ҡаласаҡ. Ә ҡайҙалыр диңгеҙ төбөнән ер күтәрелеп, ташҡын һыу уйымдары хасил буласаҡ. Былар барыһы ла – Ванганың фараздары.
Үҙенә ғүмер юрағаны
1996 йылда табиптар Ванганың түшендә яман шеш таба. Операция яһарға тәҡдим итәләр. Күрәҙәсе баш тартҡас, иң күбе ярты йыл йәшәйәсәк, ти белгестәр. Ванга, ҡаршы төшөп, юҡ, мин тағы өс йыл йәшәйәсәкмен, ти. Үкенескә күрә, яңылыша. Ул августа, медиктар әйткән ваҡытта, вафат була. Ванга үҙе үлемдән ҡурҡмаған. Әжәлгә ҡарата үҙенсәлекле ҡарашы булған. Үлгәндән һуң кешенең йәне үлмәй, тип фекер йөрөткән.
Ванганың туғаны Красимира Стоянова, әбейем үлемде йылмайыу ҡатыш ҡабул итте, тип хәтерләй. 1996 йылдың 10 авгусында табиптар ауырыуҙың кинәт хәле насарайыуын теркәй. Ул бер стакан һыу менән икмәк һорай, һуңынан һыу индереүҙәрен үтенә. Иртәнге сәғәт ундар тирәһендә Ванга мәрхүм туғандарының әруахтары килеүен хәбәр итә. Ул улар менән һөйләшә, ниндәйҙер хәрәкәттәр эшләй, кемеһенеңдер башынан һыйпағандай итә. Ә инде иртәнге сәғәт ундар тирәһендә планетаның иң мәғлүмәтле кешеһе күҙҙәрен мәңгелеккә йома. Сирен дауалауҙа ниңә баш тартыуына туғандары әле булһа аптырай.
Махсус хеҙмәттәрҙә Ванга тураһында хәбәр күп йөрөй. Имеш, уны «Моссад» та, донъяның барлыҡ разведка хеҙмәте файҙаланырға теләгән. Дәүләт именлегендә Ванга ише кешеләр һәр саҡ күҙ уңында булғанға, бындай кешеләрҙе ниндәй өлкәлә файҙаланып булырын өйрәнеүсе Владимир Сафоновты күрәҙәсегә ебәрәләр. Ул, ысынлап та, Ванга ҡөҙрәтле һәләткә эйә, тип ҡайта.
Дан
Ванга Петричта йәшәй, ә килеүселәрҙе икенсе урында ҡабул итә. Санданск һәм Петрич араһында урынлашҡан Рупит үҙенең минераль сығанаҡтары менән билдәле. Уны Кожух тауҙары уратып алған. Тау итәгендә Струма исемле кипкән йылға була. Ошонда уның өйө була. Бында ул ял да итә, кешеләрҙе лә ҡабул итә. Һеңлеһе фекеренсә, был ерҙе һайлауы юҡҡа түгел. Рупитта ул энергия алған, имеш. Уның нимәнелер кире ҡағырға көсө етмәгән. Күрәҙәселектән тыш, Ванганың дауалау һәләте лә булған. Тик дарыуҙар менән түгел, ә үләндәр менән. Ванга бер ваҡытта ла рәсми медицинаны кире ҡаҡмаған, тик дарыуҙарҙы күп эсеүҙең зыянлы булыуын таныған. Кеше үҙе йәшәгән төбәктә үҫкән үләндәр менән дауаланырға тейеш, тигән фекерҙе яҡлаған. Ә нишләп һуң иртә үлгән ирен ҡотҡара алмаған, тиер кемдер. Сөнки уның маңлайына яҙылған үҙ тәҡдире, минең быны үҙгәртер көсөм дә, хоҡуғым да юҡ, тип яуаплаған күрәҙәсе.
Ванга кешенән үс алыуҙы тыйған. Ул кешенең ергә изгелек эшләр өсөн тыуғанына ышанып йәшәгән. Насар ҡылыҡ бер ваҡытта ла язаһыҙ ҡалмай. Әгәр үҙе язаға тарттырылмаһа, ҡөһөрө нәҫеленә күсә, тип иҫәпләгән ул.
Фараздары
Һуңғы ваҡытта интернет селтәрендә Ванганың күрәҙәселеге менән ҡыҙыҡһыныусылар артҡандан-арта. Айырыуса билдәле астрофизиктар, Ер икенсе планета менән бәрелешәсәк, беҙҙе ҡотолғоһоҙ һәләкәт көтә, тигән имеш-мимеште ҡуйыртҡандан һуң. Ә Ванга 2010 – 2012 йылдар тураһында нимәләр әйткән икән? Глобаль һәләкәт, өсөнсө донъя һуғышы, донъя бөтөүе, апокалипсис ысынмы? Ванга көрсөктөң теүәл генә датаһын атағанмы? Ысынлап та, сит ил планетаһы вәкилдәре был ваҡиғаларға әҙерләнәме? Ванганың һуңғы фаразы нисек булған?
Баҡтиһәң, донъя һәм милли масштабтағы катаклизмдарҙың булыу ихтималлығын Ванга бер тапҡыр ғына иҫкәртмәгән. Ә 2002 – 2009 йылдарға ҡарата фараздары, үкенескә күрә, тормошҡа ашҡан. Ә һарыҡ-кәзә, һыйыр, сусҡа итен ашамау, донъя буйлап һыйыр ҡотороғо, сусҡа киҙеүе ауырыуҙары тараласағын, төрлө билдәһеҙ ауырыуҙар барлыҡҡа килеүе тураһында 1989 йылда уҡ хәбәр иткән. 2008 йылда донъяуи көрсөк башланыуын һәм унан тиҙ генә сыға алмауҙы ла Ванга әйтеп ҡалдырған. Көрсөктән власҡа тик ғәҙел кешенең килеүе генә ҡотҡарыр, тигән. «Себер йөрәген һаҡлағыҙ!» – тип әйткәне лә раҫҡа сыҡҡан. 2009 йылдың авгусында Саян-Шушен ГЭС-ында булған фажиғәне һәр кем хәтерләйҙер, моғайын. Бында ете тиҫтәнән ашыу кешенең йөрәге туҡтаны.
Ә ниндәйҙер һуғыш-ҡыйралыш хаҡында бер нәмә лә әйтмәгән. Айырым янғындар булыр, ә бөтә донъяны баҫып алған һыу ташыуҙар, янғындар юҡ, тигән.