RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йөйәгем уңғандары

08.02.2011 Йөйәгем уңғандары

Белорет районының Йөйәк ауылын ғорур тауҙар уратып алған, әйтерһең дә, ул ҙур ҡаҙан уртаһында ултыра. Ауылды уртаға бүлеп, наҙланып ҡына Инйәр йылғаһы аға. Йөйәгебеҙ яйлап ҡына үрләй: ырыҫлы йәштәр ҡырға китмәйенсә, гөрләтеп өйҙәр төҙөп, ауылда ҡалырға тырыша. Ауыл халҡына килгәндә, ир-егеттәрҙең күпселеге тимер юлында эшләй, урман эштәре менән шөғөлләнә, ә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бәйләм бәйләй, балалар тәрбиәләй. Шулай уҡ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр ҙә бихисап. Ауылыбыҙҙың дәрәжәһен, абруйын арттырыусы эшҡыуар Салауат ағай менән Дилара апай Зәйнәғәбдиновтар менән яҡыныраҡ таныштырыр­ға теләйем.
Улар шул тиклем тырыш – һоҡланмаған кеше юҡ. Уңғанлығы эштә лә, өйҙә лә бергә, бөтә килеп тыуған мәшәҡәттәрҙе һәр ваҡыт бергә-бергә хәл итәләр. Бына инде бергә тороуҙарына тиҙҙән 23 йыл тула. «Миңә ҡатыным янында шул хәтлем рәхәт, 23 йыл түгел, бөтә ғүмер буйы йәшәргә әҙермен», – тип йылмая ғаилә башлығы Салауат ағай. Уларҙың әлеге ваҡытта өс балаһы – өс таянысы бар. ҡыҙҙары Юлиә Башҡорт дәүләт аграр университетының – 4-се, улдары Илдар Өфө автотранспорт техникумының 3-сө курсында белем ала. Ә бына төпсөктәре Илнурға мәктәптә 11-се синыфты тамамлайһы бар. Егәрле балалар, ата-әсәләренә оҡшап, бәхеткә ынтыла. Нисек эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә булдығыҙ, тигәс, улар: «Тормош ҡыйынлыҡтарын күреп, йәмғиәткә файҙа килтерергә уйланыҡ», – тине. Һәм, күп уйлап тормай, бәләкәй генә вагон һатып алалар. Ни тиһәң дә, ауылдаштарын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә кәрәк бит. Кешеләр хәҙер, элекке кеүек, ҙур сумка тотоп, күрше ауылдарға йөрөмәй. Бер көндө күршем: «ҡайҙа, Дилараның магазинына барып киләйем, аҡса булмағанда яҙҙырып бирергә әлдә ул бар» – ти, һөйөнөп. Эйе, аҡсаға кеше һәр саҡ мохтаж, ҡыйын мәлдәрҙә аҙыҡ-түлек менән ярҙам итеүсе булһа, тағы ла яҡшы. Һатып алыусылар магазинға бик йышайғас, хужалар кирбестән ҙур магазин төҙөтөп ҡуйҙы. Һатыусыларға эш урыны булдырҙылар.
Дилара апай – өйҙә уңған хужабикә лә, бәйләргә лә оҫта, бәлеш, торттар бешереп, яҡындарын һөйөндөрә. Балалары ла йылы өйгә, наҙлы ҡарашҡа ашҡынып ҡайта.
Ғөмүмән, Зәйнәғәбдиновтар үҙ эштәренә бик етди һәм яуаплы ҡарай. Тырышлыҡ – ҙурлыҡ, ялҡаулыҡ – хурлыҡ, тип бушҡа әйтмәгәндәр. Киләсәктә уларға башлаған эштәрен тағы ла киңәйтергә насип итһен.

Әлиә ҒӘЛӘҮЕТДИНОВА,
БДУ студенты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»