21.05.2019 Тормоштары күптәргә үрнәк булырлыҡ
Стәрлебаш районының Үрге Шәкәр ауылында Факиһа һәм Фирҙәүес Шәриповтар 60 йылдан ашыу донъя йөгөн бергәләп тарта
Һәр ауылда уңған, өлгөлө ғаиләләр бар. Улар үҙҙәренең тормошо, матур итеп донъя көтөүе, тәрбиәле балалар үҫтереүе, ауыл йәшәйеше өсөн янып-көйөүе менән башҡаларҙа ихтирам тойғоһо уята. Әллә күпме ауырлыҡты үҙ иңдәренә һалып та, тамсы ла зарланмай, дәртләнеп, тормоштоң һәр көнөнә һөйөнөп йәшәү маһирлығы ла бар уларҙа. Фиҙакәр йәнле, саҡматаштай ныҡлы холоҡло өлкән быуындың ғүмер көҙҙәрен матур әбей-бабай булып ҡаршылаған парҙарҙың йәшәү көсөнә һоҡланып бөтөрлөк түгел. Ошондай ғаиләләрҙең береһе – Үрге Шәкәр ауылында йәшәүсе Факиһа һәм Фирҙәүес Шәриповтар. 60 йылдан ашыу иңде-иңгә терәп донъя көткән гәүһәр пар ауылдаштары араһында иң хөрмәтле оло быуын вәкилдәре булып та иҫәпләнә.
62 йыл әҙ ғүмер түгел. Һирәктәр өлөшөнә төшә был бәхет. Шул йылдарҙа оло быуындың иңенә күпме тарихи ваҡиға, заман һынауы ла төшкән. Әммә улар һынып ҡалмай, үҙҙәрендә йәшәү көсө табып, тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте менән илде, тыуған ерҙәрен үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Факиһа Минһажетдин ҡыҙы менән Фирҙәүес Мөҙәрис улының да еңел булмаған яҙмыштары бер-береһенә терәк булырға, нисек тә матур тормош көтөргә тигән теләктәре йәшәүгә дәрт, илһам биргәндер. Ә бит уларҙың икеһенең дә бала сағы еңелдән булмай.
Факиһа Минһажетдин ҡыҙы бик йәшләй атайһыҙ ҡала. Тәүҙә ғәзиз кешеһен, сәйәси золом ҡорбаны тип, төрмәгә ябалар. Ә һуңынан Бөйөк Ватан һуғышы ҡыҙ менән уның ике ағаһы һәм бер ҡустыһын – атайһыҙ, ә әсәһен тол ҡалдыра.
– Атайһыҙ үҫеү еңел булманы. Әсәй көнө-төнө эштә, ғаиләлә бер ҡыҙ булғас, бөтә йорт эштәре минең өҫтә. Ҡаҙанға буйым да етмәй ине әле, шунда аш бешерергә, икмәген дә һалырға өйрәндем. Әсәйем яңғыҙы дүрт баланы ҡарағас, етмәһә, уларҙың өсәүһе ир бала булғас, бик ҡаты булырға тырышты. Шул уҡ ваҡытта беҙҙе, һәр ваҡыт, кешелекле, изгелекле, ғәҙел булығыҙ, тип тәрбиәләне. Атайһыҙлыҡтың ауырлығын һәр саҡ тоя инек. Яҙын үлән үҫә башлау менән яланға кесерткән, балтырған йыйырға сығабыҙ. Хатта шунда ла тиҫтерҙәр, атайһыҙ, тип йәберләп, үҙҙәре менән бергә йыйҙыртмай торғайны, – тип хәтирәләргә бирелә Факиһа инәй.
Ә Фирҙәүес Мөҙәрис улы ата-әсә һөйөүенән бөтөнләй мәхрүм булып үҫә. Атаһы һуғыш яланында ятып ҡалһа, әсәһен шул йылдарҙағы ауырыу йыға. Малай олатай менән өләсәй ҡулында тәрбиәләнә. Үҫмер көйөнә бик иртә колхоз эшенә егелә. Егет ҡорона инер-инмәҫтән үк ауыр эштәрҙе башҡарырға ҡушалар. Ауылда ирҙәр юҡ, ҡатын-ҡыҙ ҙа бала-саға, эшкә йөрөмәй булмай, ашарға кәрәк, дегәнәк япрағына булһа ла он һалып ҡайта инек, тип иҫкә ала ғаилә башлығы.
– Бер беҙ генә түгел, бөтә ил шулай йәшәне. Ни хәл итәһең инде. Беҙҙе, нисек тә булһа йәшәргә тырышығыҙ, эштән ҡурҡмағыҙ, эшләгәндән берәү ҙә үлмәй, тип өйрәттеләр. Ашау булмаһа ла, рухи яҡтан ныҡ булыуыбыҙ бөтә ауырлыҡта еңергә көс биргәндер, – ти Шәриповтар.
Йәштәрҙең иртә үҙаллы тормош ҡорорға баҙнат итеүе лә – бик ҡыйыу аҙымдары. Ғаиләләренә нигеҙ һалынғанда егеткә – 19, ҡыҙға 17 генә йәш була. Никах уҡытып, бер аҙ йәшәп тә өлгәрмәйҙәр, Фирҙәүес Мөҙәрис улын совет армияһы сафына алалар. Хәрби бурысын ул Алыҫ Көнсығышта намыҫ менән үтәй. Ҡайтыуына тәүге ҡыҙҙары йүгереп йөрөгән була.
Шәриповтар – үҙҙәренең башҡа тиҫтерҙәре кеүек үк, хеҙмәт менән нығынып үҫкән быуын. Фирҙәүес Мөҙәрис улы бөтә ғүмерен колхозға бағышлай. Көндө төнгә ялғай-ялғай оҙаҡ йылдар механизатор булып эшләй. Уның дөйөм хеҙмәт стажы ла 40 йылға яҡын. Кәрәк икән, тракторсы, кәрәк икән, комбайнсы – иңенә ниндәй генә эш йөкмәтелмәһен, һәр береһен яуаплылыҡ менән, еренә еткереп башҡара. Факиһа Минһажетдин ҡыҙы ла фермала һауынсы, баҫыуҙа сөгөлдөр утаусы, мәктәптә иҙән йыуыусы булып эшләгәндә хеҙмәттең ауырлығына ҡарамай, үҙ бурысын ҙур фиҙакәрлек, намыҫ менән үтәй.
Ғаилә бик тырышып донъя көтә. Үҙ ғүмерҙәрендә улар өс өй һалып сыға. Тәүҙә баҙуш йорт, һуңынан Үрге Шәкәрҙә бәләкәйерәк йорт һәм 80-се йылдарҙа ҙур йорт һалына.
Бөгөн дә Шәриповтарҙың донъяһы хужа менән хужабикәнең ҡулдарының йылыһын алып, балҡып, йылмайып торған кеүек. Йорт эсендәге, ихата-баҡсалағы бөхтәлек – ике уңғандың бергә тура килеп, шулай йылы мөхит булдыра алыуының сағылышы. Ауыл кешеләре хатта, йәштәрҙән бер ҙә ҡалышмай донъя көтәләр, тип шаярта улар хаҡында. Фирҙәүес Мөҙәрис улы һикһәнде артылып, Факиһа Минһажетдин ҡыҙы һигеҙенсе тиҫтәгә аяҡ баҫырға торғанда ла, бер ҙә, ҡартайылды, тип бошоноп ултыра торғандарҙан түгел. Һаулыҡтары оло мал тоторға форсат бирмәһә лә, тәбиғәт йәнле ғаилә башлығы балыҡҡа йөрөргә, төрлө дарыу үләне йыйырға ярата, ҡулынан килгәнсә умарта тота, ҡуян аҫрай. Хәләлен машинаһына ултыртып, йәһәт кенә район үҙәгенә йә күрше ауылдағы туғандарына ла ла йөрөтөп алып килә. Хужабикә һөйөнөп бөтә йорт эшен алып бара, яҡындарын тәмле аштары менән һыйлай. Берәй ерҙә әҙ генә буяуҙарҙың төҫө ҡайта башлаһа, балаларының ҡайтып эшләгәнен дә көтөп тормай, шунда уҡ яңыртып ҡуя һала. Яҙ етеү менән икәүләшеп баҡса эштәре менән мәшғүлдәр, бөтә йәшелсәһен, емеш-еләген үҙ баҡсаларынан йыйып алалар.
Гүзәл, Гөлбәҙәр, Хәсән, Зөлфиә, Филүс, Гөлнара – бер-бер артлы донъяға килгән алты бала – алты яҙмыш. Тәрбиәнең нәҡ ғаиләнән башланыуын аңлаған Шәриповтар ҡыҙ һәм улдарының күркәм сифаттар алып үҫеүен теләп, аҡыллы, тәүфиҡлы, кешелекле булыуҙарына күп көс һала. Һәр береһенә белем бирергә, оло тормош юлына сығарырға, дөрөҫ юл күрһәтергә тырышалар. Балалары уларҙың ышаныстарын аҡлай. Хәҙер инде ғәзиздәре һәр береһе үҙ донъяһын ҡороп, ата-әсәләре теләгәнсә, матур итеп йәшәй. Факиһа һәм Фирҙәүес Шәриповтар бөгөн 12 ейән-ейәнсәренең, ун бүлә-бүләсәренең шатлыҡ-ҡыуаныстарына һөйөнөп ғүмер кисерә.
– Балаларыбыҙҙың һау-сәләмәт, донъяларының теүәл булыуына бик шатбыҙ. Ата-әсәгә ошонан да ҡиммәтерәк нимә бар һуң донъяла?! Һәр ҡайһыһы башлы-күҙле, уңғандар, ихтирамлылар, хәстәрлеклеләр, кешелеклеләр. Донъя көтөргә тырышып яталар. Кейәү, килендәребеҙ ҙә бик һәйбәт. Хоҙай уларға именлек биреп, иҫән-һау ғына йөрөһөндәр инде, тип теләктәребеҙҙе теләп торабыҙ, – ти Факиһа менән Фирҙәүес Шәриповтар.
– Әсәйебеҙ менән атайыбыҙҙың тырышлығына, хәстәрлеклелегенә, тормошҡа бер ваҡытта ла зарланмауына, сабыр булыуына, һәр беребеҙгә күңел йылыһын бүлеүенә һоҡланабыҙ. Улар һәр ваҡыт беҙҙе яҡты йөҙ менән ҡаршы ала, беҙҙең шатлыҡтарға, уңыштарға ихлас ҡыуана, кәрәк саҡта фәһемле кәңәштәре менән дә ярҙам итә. Алты баланы аяҡҡа баҫтырыу ҙа еңел булмағандыр. Хәҙер үҙебеҙ атай-әсәй булғас, быны яҡшы аңлайбыҙ. Шуға күрә уларға бик рәхмәтлебеҙ. Һау-сәләмәт булып, беҙҙе ҡыуандырып, оҙаҡ йәшәһендәр, – ти Шәриповтарҙың балалары.