RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Батыр башҡорт ҡыҙы

17.05.2019 Батыр башҡорт ҡыҙы

Һуғышҡа үҙ теләге менән китеп, Бөйөк Еңеүҙе Польша ерендә ҡаршылаған Нәсимә Фәтхуллина тураһында айырым китап яҙырлыҡ


...Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та, ярһыу йөрәкле, тәүәккәл, ҡыйыу холоҡло Нәсимә Иҡсанова хәрби комиссариатҡа килә.
– Мине лә алығыҙ! Минең дә фронтҡа барғым килә, – тип ныҡыша.
– Тәүҙә мәктәпте уҡып бөт, – тип уны тупһанан кире боралар. – Етмәһә, специальносың да юҡ...
Ләкин Нәсимә анһат ҡына бирешә торғандарҙан түгел, алдына алғанды ҡуя, артҡа сигенә белмәй: почтаға барып, морзе азбукаһын өйрәнә лә, “элемтәсе” тигән белешмәне тотоп, ҡат-ҡат хәрби комиссариат юлын тапай. Ал да, ял да белмәй, көн дә килеп, фронтҡа ебәреүҙәрен һорап, талап итеп йөрөй торғас, был баланан ҡотолоу юҡ, тигәндәрҙер, ахыры. Ниһайәт, Нәсимәне медкомиссияға йүнәлтәләр. Уны уңышлы үткәс: “Бар, әлегә ҡайт, отправканы көт”, – тиҙәр.


– Беҙҙең аймаҡта, Учалы ауылының Партизан урамында (рудникка күскәнгә тиклем беҙ шунда йәшәгәйнек), әхи­рәтем Ләйлә Усманова йәшәй ине, шуны нығытып иҫкәрттем: са­ҡырыу ҡа­ғыҙын өйгә килтерә күрмә, ыштубы ла өй­ҙәгеләр минең ҡайҙа барғанды бел­мәһен, – тип йылмайып хәтерләне йәш, утлы сағын һуғыш ветераны Нәсимә Нуретдин ҡыҙы. – 1942 йылдың 22 фев­ралендә Ләйлә саҡырыуҙы ҡулыма килтереп тотторҙо. Ата-әсәйемде, әхирәтемә ҡунырға барам, тип алдап, өйҙән сығып киттем. Таңғы сәғәт алтыла хәрби комиссариаттан ҡуҙғалдыҡ. Унда төрлө колхоздан ылауҙар килгәйне, Мейәскә ҡырҡлап кеше барҙыҡ. Мейәскә барып төшкәйнек, ҡараһам, унда еҙнәм йөрөп ята. Ул мине күреп ҡалды ла, һин бында нимә эшләйһең, тип аптыраны. Һу­ғышҡа китеп барам, тим. Ниндәй һуғыш, ти ул, хәҙер кире ҡайтарып ебәрәм, тигәйне, ҡурҡып ҡастым, эҙ яҙҙырҙым. Әллә ысынлап ҡайтарып ебәрер, тип шөрләнем генә. Унда егеттәрҙе, ҡыҙҙарҙы айырым төркөмгә бүлделәр. Ҡыҙҙар төркөмөндә өс кенә кеше тора: ике сыуаш та, бер урыҫ ҡыҙы. Эшелондарға тейәлеп, Өфөгә юл­ландыҡ. Станцияларҙа тағы кешеләр өҫтәлде. Ҡыҙҙар һаны ике тиҫтәгә тулды. Вокзалдан элекке техникумға ебәрҙеләр, ул – ҡыҙыл кирбестән тө­ҙөлгән бина, яҡында ғына, күренеп тора. Йыйылыу пункты шунда урын­лашҡан икән. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы өс төркөмгә бүлделәр: бер төркөмдә – табиптар, икенсеһендә – элемтәселәр, ә өсөн­сөһөндә төрлө һөнәр эйәләре (тракторсылар, шо­ферҙар һәм башҡалары). Беҙҙе Өфөнән Пенза өлкәһенең Сердобск ҡалаһына оҙаттылар. Шунда хәрби әҙерлек үттек. Медиктар йөрө­мәне тиерлек, ә беҙ көнө-төнө тигәндәй шөғөлләндек. Хәрби әҙерлекте үткәс, пароходта Һарытауға барҙыҡ, унда беҙҙе тағы төркөмдәргә бүлделәр. Өсөбөҙҙө – мине, Дуся Петрованы, Маруся Геленкинаны Энгельск ҡала­һына, авиация полкына, истребителдәргә ебәр­ҙеләр. Тәғәйенләнгән ергә барып еткәс, Дуся менән Марусяны – телефонсыларҙы икенсе урынға алып киттеләр, мин шунда аэродромда радистка булып ҡалдым. Авиация бер урында ғына тормай, күсеп тик йөрөлә, гел урманда, землянкалаһың. Ҡайҙа икәнде осоусыларҙан һорашып белә торғайным. Бомбежка ваҡы­тында ныҡ ҡыйын. Ниндәй самолет осоп килгәнен тауыштарынан танып торабыҙ. Сәғәт 11 булыу менән геүелдәгәндәре ишетелә, “тревога” иғлан ителә. Мотлаҡ беҙҙең аэро­дромға килмәһәләр ҙә, юл ыңғайы бомба ырғытып китеүҙәре ихтимал. Беренсе тапҡыр дошман самолеттары геүләп осоп килгәндә, бомбаға тотҡандарында хәтәр ҡурҡыныс булды, аҙаҡ өйрәнелде. Кеше бар нәмәгә лә өйрәнә, бар шартҡа ла күнә икән ул. Шулай бер көн балта тотоп, сыбыҡ-сабыҡ әҙерләргә йыйындым (землянкала “буржуйка”ға тимер­сыбыҡ уралған, беҙ шунда кейем-һалымды элеп киптерәбеҙ). Самолет геүелдәгәне ишетелде. “Сволочь, килә бит!” – тип көйҙөм. Һәм шул уҡ мәлдә бомба землянка янына килеп төштө лә, мине тулҡыны менән ситкә алып бәрҙе. Ҙурыраҡ бомба булһа, землянканан да, минән дә бер нәмә лә ҡалмаҫ ине (ҙур бомба газ баллоны ҙурлығында, унан һуң аяуһыҙ ҙур соҡор хасил була). Мине санчасҡа алып киткәндәр... Бер ай дауаланып яттым. Әйҙә, башкирканы өйөнә ҡайтарайыҡ, тип мине юрый шаярталар. Мин ҡайтмайым, тип ҡырталашам. Дошманды еңмәйенсә ҡайтыу уйы башыма ла инеп сыҡманы...
Мин картуф ашарға яратам, ә унда ике генә ҡалаҡ һалалар. Тағы ла бер ҡалаҡ, тип талап итәм. Һалмай ҡаңғыртһалар, башҡалар ҙа мине яҡлаша: “Положите башкирке еще!”

Исемемде ҡыҫҡартып, Сима тип кенә йөрөттөләр. Һуғыштан әйләнеп ҡайтҡас та “Сима” булып йөрөнөм. Унда һү­генергә лә өйрәттеләр. Бер ағай, хатта, ниңә уны насарлыҡҡа өйрәтәһегеҙ, тип асыуланды. “А, пусть, белһен”, – ти­неләр. Офицерҙарҙы сә­ләм­ләргә яратманым. Уларҙы сә­ләмләмәгәс, наряд бирәләр. Бәләкәйҙән шулай текә, ғорур инем. Дүртенселә уҡы­ғанда Ташкентҡа ҡас­тым әле ул. Туй­ғансы икмәк ашар өсөн. Аҙыҡ-түлек ташыған машина кузовына йәшенеп менеп, яп­маға уранып яттым. Ҡайҙалыр барып еткәс (минең уйым­са, Ташкентҡа, лә­кин ысынында иһә Мейәскә), машинанан төштөм дә йөрөп ятам. Шунда бер әбей, нишләп йөрөйһөң, тип һо­рай. Ташкентҡа килдем, тим. Был Ташкент түгел, ә Мейәс, тигәйне, түгелеп илап ебәрҙем. Ярай ҙа өйҙән аҡса сәлдерергә баш еткән, юғиһә мине “детприемник”ка тапшырырҙар ҙа, олаҡтырырҙар ине башымды. Аҡсам булғас, мине милиция (тәртип һаҡ­сыларын беренсе тапҡыр күрҙем!) транспортҡа ултыртып, кире ҡайтарып ебәрҙе. Аҙаҡ барыбер Ташкентҡа бар­ҙым! Шунда йәшәргә күскән туғандарға эйәреп, бишенсе, алтынсы синыфтарҙы Вәхитов исемендәге татар мәктәбендә уҡыным (үзбәк мәктәбенә бараһыңмы тигәстәре, юҡ, тинем). Етенселә уҡып йөрөгәндә кире тыуған яҡҡа ҡайтып, мин арыным, ял итеп алам, тип мәктәпкә барманым. Шуға ла киләһе йыл яңынан етенсегә ултырттылар...
Һуғышта саҡта бер тапҡыр ҙа иламаным. Унда көн һайын ҡурҡыныс нәмәләр булып тора. Ләкин иң ҡот осмалы күренештәрҙе Брянскиҙа һәм Познандә күрҙем. Брянскиға барып ингәс тә, һаҫыҡ еҫтән уҡшыта яҙҙы. Шул тиклем ауыр мәйет еҫе, түҙеп булмай. Унда, баҡтиһәң, ҡала ситендәге йырынға фашистар ун ике ауыл кешеһен килтереп атҡан булған... Кем күмһен уларҙы?! Ә Познандә ер аҫтында ниндәйҙер ҡоролма төҙөүгә ҡыуып килтерелгән әсирҙәрҙе немецтар газ менән ағыулап, яланғас килеш утын ағасы һымаҡ өйөп киткәйне. Был шундай ҡурҡыныс кү­ренеш, беҙ йәһәтерәк китеү яғын ҡараныҡ...

Еңеү тураһында хәбәрҙе Быдгощ ҡалаһында белдек. Мин бит рациянан мәғлүмәттәрҙе “нөктә – һыҙыҡ– нөктә – һыҙыҡ” тип кенә ҡабул итәм, уҡып өлгөрмәйем. Ул нөктә-һыҙыҡтарҙы сержант уҡып, һүҙҙәргә әйләндереп яҙа ла, командирҙарға тапшыра. Шулай унынсы май хәбәрҙе алып, сержантҡа бирҙем. Сержант аҡырып ебәрҙе. Аптырап киттем, ни булды, тип. Ә ул, еңеү, еңеү, тип ҡысҡыра. Ой, унда нимә башланды! Зина тигән ҡыҙыҡай бар көсөнә үкһеп илап ебәрҙе. Беҙ ҡосаҡлашабыҙ, көләбеҙ – ҡыуаныстың сиге юҡ...

1945 йылдың авгусында демобилизация булды. Ҡайтып килгәндә Ҡазан вокзалында, бәлки берәй танышты, яҡ­ташты осратырмын, тип йөрөй инем, строй менән һалдаттар килә. Араһынан береһе туҡтап, һин Иҡсанова, Нуретдин бабайҙың ҡыҙы түгелме, тип һораны. Эйе, тим. Ҡайтып бараһыңмы, тип егет артабан төбәшә. Уҡытыусы Нәжип Ғади улы Фәтхуллинды йүнләп таныманым да. 1939 йылда уны армияға алғайнылар (Алыҫ Көнсығышта япондарға ҡаршы һуғышҡан), шунан бирле күргәнем дә юҡ ине. Мин дә тиҙҙән демо­би­ли­за­цияланасаҡмын, ти. Бер аҙ һөйләштек тә, мин Өфө поезына ултырып ҡайтып киттем, ул шунда тороп ҡалды. Сәфәр мәктәбендә етенсе синыфта уҡығанда, Нәжип Ғади улы педтехникумдан һуң башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшкә килгәйне. Ә беҙ Ильинкала йәшәгәндә, күршелә уның ағаһы йәшәне. Нәжип ағаларына ялға килә лә, күмәкләп беҙгә мунса инергә киләләр. Элек уҡытыусыларҙан ҡурҡтыҡ та инде, шуға Нәжип Ғади улына күтәрелеп тә ҡарамай торғайным.

Һуғыштан ҡайтҡанда, ата-әсәйем рудникта тора ине. Пушкин урамында. Нәжип Ғади улының да ата-әсәһе шунда йәшәй. Нәжип демобилизацияланғас, кемдәр һуғыштан ҡайтты, тип һораған. Атаһы, Нуретдиндың ҡыҙы ҡайтҡан, тигәс, Нәжип беҙгә йыйынған. Бер заман ҡарап ебәрһәм, беҙгә офицер инеп килә. Лейтенант. Килеп инде лә, һаумыһығыҙ, тип башҡортса өндәшкәйне, ай, үҙе­беҙҙең кеше икән дәһә, тип әсәйем ихлас ҡыуанып, өлтөрәп өҫтәл әҙерләргә тотондо. Мин Хафиз ҡарттың үгәй улымын, тип таныштырҙы үҙен Нәжип. Ул шулай беҙгә килә лә килә. Ә мин ул килһә, өйҙән сығып китәм. Уға кейәүгә сығам, тип уйлап та ҡуймайым. Ләкин яҙмыш сәсте-сәскә бәйләне. Икебеҙ ҙә берешәр сумаҙан тотоп, хәрби кейемдә яңы тормош ҡороп ебәрҙек. Уны райкомға эшкә алдылар, фатир бир­ҙеләр. Аҙаҡ ул кире уҡытыусылыҡ эшенә ҡайтты. Бер-бер артлы балаларыбыҙ тыуҙы. Үкенескә күрә, өс баламдың ғүмере ҡыҫҡа булды. Әле Лариса ҡыҙым менән ғүмер итәбеҙ.
Фронтта ниндәй ҡалалар аша үткәнде хәтерләп, яңыраҡ яҙып ҡуйғайным. Бына: Һарытау, Энгельс, Балашов, Тамбов, Тула, Калуга, Смоленск, Орша, Брянск, Брест, Варшава, Познань, Быдгощ... Ә исемдәре иҫтә ҡалмағандары – иҫәпһеҙ-һанһыҙ...



Икенсе Белорус фронтының Ҡыҙыл Байраҡлы истребителдәр полкының икенсе эскадрилья радиотелефонсыһы Нәсимә Фәтхуллина тынып ҡала. Шул мәлдә уның күҙ алдынан бөтә тормош юлы үтә кеүек: ас-яланғас бала сағы, яу ҡырында сыныҡҡан йәшлеге, тулы ҡанлы, ҡайнап торған өлкәнлек осоро, юғалтыуҙар менән үрелгән көҙө... Тормошо батырлыҡтан һәм матурлыҡтан туҡылған фронтовик менән аралашыу – үҙе бер ғүмер. Ҡартайып киттем әле ул, тиһә лә, һаманғаса төҫ ташламаған 96 йәшлек яугир ҡатындың тел байлығы, хәтер ныҡлығы хайран итә. Тыйнаҡлығы иһә айырым ихтирамға лайыҡ. Һоҡ­ланғыс быуын кешеһе алдында мәңге бурыслыбыҙ.




Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: Автор фотоһы






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»