RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (6-12 май)

06.05.2019 Йондоҙнамә (6-12 май)


[b]Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Ҡайһы бер элекке хаталарығыҙҙы аң­ларһығыҙ. Уларҙы төҙәтергә генә ҡала. Шишәмбелә ниндәйҙер бөтөнләй кө­төлмәгән ваҡиғаға осрауығыҙ ихтимал. Быға хатта бер аҙ аптырауығыҙ ҙа бар. Йомала бик етеҙ эш итергә тура килер.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Һеҙҙе ҡатмарлы көндәр көтә. Ашығып эш итеүегеҙ ҡайһы саҡ зыян килтерер. Был бигерәк тә шишәмбегә ҡағыла. Ваҡиғаларҙы үҙ ағышына ҡуйыу теләге лә тыуыр. Ләкин ошо арала былай итергә һис ярамаҫ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Ҡайһы ваҡыт үҙегеҙгә бөтөнләй оҡша­маған эш менән булышырһығыҙ. Ни хәл итәһең, барыһына ла түҙерһегеҙ. Элек ҡорған маҡсаттарығыҙ төрлө сәбәптән үҙгәреп торор, быға әҙер булығыҙ. Шаршамбыла ят кешеләр менән аралашыуҙы мөмкин тиклем кәметегеҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Башығыҙҙа яңы өмөтлө уй-фекерҙәр даими тыуып торор. Ғөмүмән, осор киләсәккә маҡсаттар төҙөү өсөн уңайлы. Уларҙы тормошҡа ашырыу тураһында ла ныҡлап уйларға кәрәктер, моғайын. Аҙнаның икенсе яртыһы көсөргәнешле көтөлә. Башығыҙҙы ҡалҡытырға ла ваҡытығыҙ булмаҫ.

Буға (21.04 – 21.05)
Төп эшегеҙҙә барыһы ла һәйбәт барыр. Килеп сыҡҡан мәсьәләләр еңел хәл ителер. Быға тәжрибәгеҙ ҙә етергә тейеш. Матди торошоғоҙҙоң ыңғай яҡҡа үҙгәргәнен тойорһоғоҙ. Был арала туғандар менән ниндәйҙер етди мәсьәлә буйынса уртаҡ фекергә килерһегеҙ һымаҡ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Тормошоғоҙҙо ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өсөн мөмкинлектәр булырға тейеш. Өмөтлө тәҡдимдәргә шундуҡ ризалыҡ бирегеҙ. Онотмағыҙ, был арала бәхет һәр саҡ артығыҙҙан йөрөр. Йомалағы осраҡлы хәлдәргә иғтибар итмәгеҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙнаны уңышлы үткәрерһегеҙ. Эше­геҙҙә яңы ысулдар, яңы ҡараш мотлаҡ ярҙам итер. Алдығыҙға ҙурыраҡ маҡсат­тар ҡуйған һайын, уңыштарығыҙ ҙа һиҙелерлек булыр. Дуҫтарығыҙ һеҙҙең менән ҡыуаныр. Дошмандарығыҙ йәнләнеп китер.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Кәйефегеҙ үҙгәреүсән буласаҡ. Осор башында үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ юғары кимәлдә булһа, артабан төрлө сәбәп арҡаһында уның бөтөнләй юҡҡа сығыуы ла бар. Етәкселәрҙең һеҙгә ҡарата мөнәсәбәте лә борсор. Ләкин бик тиҙҙән барыһы ла үҙгәрер.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Һеҙҙе мәшәҡәтле көндәр көтә. Һис тә уйламаған эштәр килеп сығыуы ихтимал. Уларҙы аҙағынаса еткереү ауырлашыр. Ҡайһы ваҡыт ярҙамға ла мохтажлыҡ кисерерһегеҙ. Ләкин ул һеҙ өмөт иткәнсә булмаҫ кеүек.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙнаны әүҙем һәм файҙалы үткәрерһегеҙ. Элекке ялҡаулығығыҙҙың эҙе лә ҡалмаҫ. Шулай ҙа төп эшегеҙҙә артыҡ күҙгә салынмай ғына эш итеүегеҙ хәйерле. Артыҡ үҙ һүҙле булырға ла ҡушылмай. Алдағы эштәргә көс-хәл туплағыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)

Йондоҙҙар был арала аҡсағыҙҙы самалап тотонорға ҡуша. Ҡайһы бер маҡ­сатығыҙҙан ваҡытлыса баш тартырға ла тура килер. Яҡшы көндәр килер әле. Һаулығығыҙға ҡарата иғтибарығыҙҙы һис тә кәметмәгеҙ. Иң һәйбәт көндәрегеҙ – шишәмбе һәм йома.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Осор ауырыраҡ килергә оҡшай. Бәғзеләр, ашығып, эште боҙоуы ла бар. Күптәрҙең кире шәхси һыҙаттары асыҡ күренер. Тырышыуығыҙға ҡарамаҫтан, был арала әллә ни ырата алмаҫһығыҙ. Йондоҙҙар күпкә ынтылмаҫҡа, артығын һөйләмәҫкә, мөмкинлектәрегеҙҙе самалап эш итергә саҡыра.




Автор: Өмөтбай
Фото: Т. АМАНОВ






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»