RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡыуаныс сығанағы

03.05.2019 Ҡыуаныс сығанағы

Темәстә үҫеп, Учалыла йәшәүсе рус ҡыҙы Наталья Йосопова күптән “үҙебеҙҙекенә” әйләнгән

Бер ҡатын, улы ҡыҙҙар менән йөрөй башлағас, ҡәйнәһенә: "Эй, инәй, үҙебеҙҙең башҡортҡа ғына өйләнә күрһен инде, тип теләйек", – тигән. Ҡәйнәһе көлә-көлә йөпләгән: "Эйе шул". Мин дә ихласлап көлдөм, сөнки улына башҡорт ҡыҙын теләгән ҡатын – милләте буйынса башҡорт түгел, ә урыҫ. Эйе-эйе, башҡортса һөйләшкән, милләтебеҙҙе, ирен, ҡайны-ҡәйнәһен һанлаған, үҙен башҡорт рухлы һанаған Наталья Григорьевна Йосопованың ҡыҙ фамилияһы Пешкова.

Район гәзитендә практика үтеп йөрөгәндә, талапсан һәм ғәҙел, тыйнаҡ һәм абруйлы тәржемәсе Зәлиә апайҙың улы Рөстәм кәләш алған, килененең исеме Наташа, тигәстәре, һөйөнөс көйөнөс ҡатыш булды. Йәштәрҙең табышып ҡауы­шыуҙары һәр ваҡыт ҡыуаныс кил­терһә, нишләп үҙебеҙҙең шәп егеттәребеҙ башҡа милләттән кәләш ала икән, тип бошонолдо. Һәм күп тә үтмәне, йәш пар редак­цияға килде. Буйсан Рөстәм янын­дағы ҡурсаҡтай һылыу ҡыҙҙы күреп, һоҡланыуҙан телһеҙ ҡал­дыҡ. Зәп-зәңгәр күҙҙәренән нур бөркөлгән, йомшаҡ тауышы менән күңелде арбаған, аҡ ҡына йөҙлө Наташаның, етмәһә, һин дә мин башҡортса һөйләшеүе бөтөнләй хайран итте. Яраттыҡ та ҡуйҙыҡ үҙен. Бер Йосоповтар ҙа беҙ генәме, Наташаны ҡалала белгән һәр кем үҙ күрә, ихтирам итә – шул тиклем мөхәббәтле кеше, һөй­көмлө һөйәк бит ул! Йөҙө йылма­йыуҙан балҡырға әҙер генә торған Наташа, баҡтиһәң, Темәстә тыуып үҫкән икән. Атаһын, балта оҫтаһы, быуын ултыртыусы Григорий Михайловичты ауыл халҡы тәрән хөрмәт итеп Ғарифулла тип йөрөткән. Башҡорт халыҡ йырҙа­рын – оҙон көйҙө – оҫта башҡарып, төрлө ижади конкурста беренсе урын­дарҙы яулап йөрөгән һәүәҫ­кәр йырсы халҡыбыҙҙы, туған теле­беҙҙе, йырҙарыбыҙҙы ныҡ ярат­ҡан. Бигерәк тә “Урал”ды йырлап, оло кинәнес алған Григорий-Ғарифулла.

– Пешковтарҙың нисек башҡорт ауылына килеп сығыуы, тамыр­ҙарыбыҙ тураһында бабайым Михаил Юрьевич китап та яҙып сы­ғарҙы, – тип һөйләй Наташа. – Үткән быуаттың башында Темәскә Мәскәү, Санкт-Петербургта юғары уҡыу йорттарын тамамлаған зыялылар ҙа килеп эшләгән, шунда төпләнгән. Ҡарт олатайыбыҙ Григорий Романович волость писары булған, Ырымбур губернияһынан урындағы ха­лыҡты яҙыу-һыҙыуға өйрәтер өсөн ебәрелгән. Ул сит телдәрҙе яҡшы белгән, шул иҫәп­тән ғәрәп телен дә.

Данлы Темәс ауылында йәшәп, башҡорт телен белмәү мөмкин түгел. Ата-әсәйем дә, беҙ – улар­ҙың алты балаһы ла, башҡорт хал­ҡын тәрән ихтирам иттек. Шуғалыр ҙа алтыбыҙҙың бишеһе тормошон башҡорт егеттәре-ҡыҙҙары менән бәйләне: Михаил ағайым башҡорт ҡыҙы Минзәлә Дауыт ҡыҙын кәләш итеп алды (еңгәм Сибайҙа поликлиникала эшләй), Зина апайым Рафиҡ Абдрахмановҡа кейәүгә сыҡты. Володя ағайым башҡорт рухлы Рәсимә еңгәм менән сәсен-сәскә бәйләне. Сергей ағайым Учалы ҡыҙы Жөүәй­рәне ғүмерлек йәре итте. Жөүәйрә еңгәм бер туғаным кеүек. Ул миңә бигерәк яҡын, ҡәрҙәшем, дуҫым. Алла апайым ғына үҙ милләтебеҙ вәкиленә кейәүгә сыҡты. Беҙҙе бәләкәй саҡтан милләт айырмай, кешене ихтирам итергә өйрәттеләр. Минең бөтөнләй урыҫ булғым кил­мәй торғайны, сөнки тарихи баш­ҡорт ауылында йәшәгәс, бар йәһәт­тән үҙ кеше булырға ынтылдым. Бала сағымдың айырылғыһыҙ бер өлөшө (өлөшө генәме икән?!) Фирҙә­үес һәм Риф Ханафин­дар­ҙың ғаиләһе менән бәйле. Атайым­дың ғүмере, үкенескә күрә, иртә өҙөлдө. Етемлекте тойманым, сөн­ки Ханафиндар миңә икенсе ата-әсәй кеүек ине, күңел йылы­һын, иғтибарҙы, һөйөүҙе йәлләмә­не­ләр. Ханафин­дар­ҙың ҡы­ҙы Рәғиҙә лә – минең икенсе һыңа­рым, игеҙәгем һымаҡ ул – һаман­ғаса ҡәҙерле, яҡын. Улар ауылы­быҙға күсеп килгәндә, Рәғиҙә русса белмәй ине, ә мин – баш­ҡортса. Ләкин әхирәтемде шул тиклем яратҡас, уның телен өйрәнергә ҡарар иттем. Беҙҙең кеүек айы­рылғыһыҙ дуҫтар һирәк булалыр, тим. Хәҙер беҙҙең бала саҡты иҫләйҙәр ҙә, туғандар көлә: Пасха булһа, Рәғиҙә менән урыҫтарҙың өйөнә инеп сығабыҙ ҙа, башҡорт ғаиләләренә лә һуғылып, аҙаҡ туғайға барып, табын ҡороп, тәм­лекәстәрҙе теҙеп, хисләнешеп йырлайбыҙ икән... Бер һыу төшөр­гә барғанда һуҡмаҡта күгәрсендең үле кәүҙәһенә тап булдыҡ. Шуны, өлкәндәрҙән күр­мәксе, рәтенә килтереп – ҡосаҡ­лашып илашып, һа­ғышлы йырлашып ерләнек. Һәр ерҙе “өй” итеп уйнағанды онотор­лоҡмо һуң? Элек тотош урам менән уйнаныҡ: баҫтырыш­маҡ, йәшен­мәк, һә­пәләк, ун ике таяҡ... Ҡыҙыҡ ине! Күңелле йәшә­нек! Рәғиҙәнең өлә­сәһе Таулы­ҡайҙа йәшәй. Әхирә­тем минһеҙ унда бармай ҙа ҡуя, йә барһа ла тиҙ генә кире әйләнеп ҡайта. Шуға мине лә ҡуша ебәрә­ләр. Хөрмәт олатай менән Роза өләсәйҙә рәхәтләнеп йәшәй­беҙ. Балалар бит өлкәндәрҙән нимә күрә, шуны йәһәт кенә отоп та ала. Бер ваҡыт шулай Таулыҡайҙа ҡунаҡ булғандан һуң, ҡайтырға йыйын­дыҡ, һәм Рәғиҙә әхирәтем өләсәй­ҙең һандығын асып, миңә күстә­нәс­кә бүләктәр бирә башланы: “Быныһы – һиңә, быныһы – әсә­йеңә, быныһы – апа­йыңа, быныһы тағы ла һиңә һ.б.” Инде йыйынып бөткәс, уны-быны аңғар­маған өләсәй шул серле һандығын асып, ҡабаттан бүләктәр бирҙе. Шуны иҫләп, һаман да көләбеҙ. Ҡалай бер ҙә асыулан­мағандар, килеп әйберҙәрҙе кире алып йөрөмә­гәндәр... Рәхмәтемдең сиге юҡ Фирҙәүес апай менән Риф ағайға, Хөрмәт олатай менән Роза өлә­сәйгә, Рәғиҙәгә, ауылдаштарыма. Улар минең бала сағымды сағыу биҙәктәргә биҙәгән, кескәй йөрә­гемә мәрхәмәтлек, киң күңел­лелек орлоҡтарын сәскән.
Һәр кемгә йылы һүҙе табылған, аш-һыуға тәрбиәле, әҙәпле Ната­шаға рухи тәрбиәне күрше Нәсиха әбей ҙә бирә. Репрессиялар заманынан йөрәгендә ҡурҡыу ҡалһа ла, оло кеше йәшереп кенә, ишек-ҡапҡаларҙы бикләп булһа ла, нама­ҙын ҡалдырмай уҡый. Йома көндө иҙән йыуғанын күреп көйгә­нен Наташа әлегәсә иҫләй:

– Шунан бирле йома көн минең өсөн дә изге көнгә әйләнде. Нәсиха әбей миңә, мөхәббәтле бул – кеше лә тартылыр, тип өйрәтте. Тимур командаһы менән уға ярҙам­ла­шырға барһаҡ, ул беҙҙе мотлаҡ сәйгә ултырта. Һикелә самауыр сәйен һемерә-һемерә, өләсәйҙең аҡылын күңелгә туплап ултырабыҙ. Ул нисек дөрөҫ йәшәргә, ни өсөн динде, ололарҙы, үлгәндәрҙең рухын ихтирам итергә кәрәклеген аңлата. Әле үткәндәргә күҙ һалам да, мине һәр саҡ яҡшы кешеләр уратып алған, тип һығымта яһа­йым. Тормош бит, бөтәһе лә була, бала­лыҡ иле лә гел сыуаҡ көн­дәрҙән генә тормай, әммә әхи­рәттәр менән үпкәләшеүҙәр оҙаҡҡа һуҙылманы: иртән ирешһәк тә, кисен яңынан дуҫлаштыҡ. Сөн­ки ололар ҡыҫыл­маны, эште олоға ебәрмәне. Шулай дөрөҫ тә.

Үпкәләшеү тигәс, Рәғиҙә менән дә бер тапҡыр шундай күңелһеҙ­леккә тарыныҡ. Әсәйем, Рима Ивановна, аптекала эшләне, атайым да кешеләргә ярҙам итте, шуға ла бәләкәйҙән аҡ халаттар кейеп йөрөргә, медик булырға хыялландым. Мине атайым уҡытыусы итеп күрһә лә (шуға исемемде лә еңел әйтелгәнен ҡушҡан), хыялым баға­налары үҫә килә тамсы ла ҡаҡша­маны. Рәғиҙә иһә тик уҡы­тыусы булырға ынтылды. Уйнаған­да ла ул миңә диктант яҙҙыра, уҡыта, баһалар ҡуя, ә мин, ағайым­дың аҡ күлдәген кейеп, еңен төрөп, уны «дауалайым». Туғыҙынсы синыфтан һуң медицина тикшереүе үтергә Баймаҡҡа киттек. Рәғиҙә бергә педучили­щеға барырға өгөтләй. Поликлиникала бөтә белгесте үттек, терапевт ҡына ҡалды. Ҡулдағы 086 фор­малағы белеш­мәгә мин һаман ҡайҙа уҡырға барырымды яҙма­ғанмын. Табип, ниңә яҙмағанһың, тигәс, тиҙ генә “медучилище”, тип яҙҙым. Табип, бик яҡшы, тип маҡ­таны. Кабинеттан сыҡҡайным, Рәғиҙә белешмә­ләге яҙыуҙы күрҙе лә, үпкәләне. Вокзалда икебеҙ ике мөйөштә ут йотоп торҙоҡ. Автобус­та ла шулай. Бер аҙна һөй­ләш­мә­не... Бик ауыр булды, сикһеҙ оҙон, шөкәт­һеҙ һалҡын тойолдо ул ете көн. Яңынан аралаша баш­лағай­ныҡ, күктә ҡояш сыҡтымы ни!

Хыялын тормошҡа ашырыу өсөн Наташа Пешкова медучилищела тырышып уҡый. Артабан уҡырға теләге булһа ла, ярҙам булмағас, йәш шәфҡәт туташына эшкә урын­ла­шыуҙан башҡа сара ҡал­май. Өс айҙан иһә ул Учалы егете Рөстәм Йосоповҡа кейәүгә сыға.

– Дәүләт практикаһын үтергә Учалыға килеп, ағайым менән еңгәм­­дәрҙә йәшәгәйнем, – тип хәтерләй Наталья Григорьевна. – Шунда ҡыҙҙар миңә дауахана буйлап экскурсия үткәрҙе. Ә Рөстәм ул мәлдә хирургия бүлексәһендә эшләп йөрөй ине. Мин бит бәлә­кәйҙән, ирем мотлаҡ башҡорт буласаҡ, тип йөрөнөм. Һәм бына ул – ҡара сәсле, ҡуңыр йөҙлө башҡорт егете. Рөстәм, ҡайҙа йәшәйһегеҙ, ишегегеҙ ниндәй, тип һорашып торҙо. Нимәгә ишекте төбәшә икән, тип аптыраным. Шул көндө еңгәм­дең апаһы беҙҙе сәйгә саҡыр­ҙы (башҡортомдоң матур йолаһы – ҡунаҡ күреү!) Ҡайтһам, йорт эргә­һендәге эскәмйәлә Рөстәм мине көтөп ултыра. Киноға саҡырҙы. Сибайға медучилищеға ҡайтҡас, хәбәрләшеп, араларҙы өҙмәнек. Икенсе йылы уның тыуған көнөнә килдем. Әсәһе мине крес­лоға ултыртып, бөтәһен дә һорашты. Айырата тулҡынланһам да, был имтиханды лайыҡлы үттем, сөнки күп тә үтмәне, мине һорат­тылар... Ҡайны-ҡәйнәмдән, ирем­дән, балаларымдан уңдым, шөкөр. Ҡайны-ҡәйнәм ипле, урынлы кәңәштәре, ярҙамда­ры менән терәк һәм таяныс. Ышаныслы, булдыҡлы, аҡыллы Рөстә­мем беҙҙе үҙ ҡанаты аҫтына алып, ел-ямғыр тейҙермәй, ҡурсалап ҡына йәшәй. Ата-әсәһе, минең өсөн, балала­рыбыҙ өсөн өҙөлөп тора ирем. Яҙмышыма рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ.

Егерме дүрт йыл Учалы поли­кли­никаһының стоматология бүлексә­һендә шәфҡәт туташы булып эшлә­гән Наталья Григорьевна менән Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты санаторийының алтын ҡуллы массажисы булараҡ танылыу яулаған Рөстәм Шәүкәт улы Йосоповтар­ҙың ғаиләһенә һоҡ­ланмаған кеше юҡ. Матур, татыу парҙы йыш ҡына төрлө спорт һәм мәҙәни сарала осратырға була, шуға ла башлан­ғыс синыф­тарҙа уҡыған Зарина ҡыҙҙарының бейеү­гә мөкиббән китеүенә бер ҙә аптырамайһың. Өлкән улдары – элек каратэ менән шөғөлләнгән, маҡсаттарына ынтылышлы Руслан әлеге ваҡытта Мәскәүҙә магистратурала һуңғы курста уңышлы белем ала: ул – буласаҡ инженер-химик.
– Балалар – беҙҙең иң оло ҡыуа­ныс, – ти әсә кеше. – Уларҙың уңыш­тары үҙебеҙҙекенән мең артыҡ. Элек өләсәйҙәр беҙгә нисек изге теләктәр теләп ултырған, бөгөн мин дә шулай уҡ балаларыма изгелектәр генә юрап торам.

Башҡорт ғаиләһенә килен булып төшөп, таштай батҡан тәртип, таҙа­лыҡ, бөхтәлек яратҡан был һылыу­ҡай ире Рөстәм менән ҡала­быҙҙың йәме булып йәшәй. Уларҙы осрат­ҡан һайын кәйеф үҙенән-үҙе күтә­релә, донъя яҡтыраҡ, киләсәк ыша­ныслыраҡ тойола. Зарланыу­ҙың ни икәнен дә белмәгән кеше­ләр ҡыуа­ныс сығанағы бит ул.




Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: Автор фотоһы






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»