RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аҡсаһыҙлыҡ ҡыуа Себергә

27.04.2019 Аҡсаһыҙлыҡ ҡыуа Себергә

йәки Вахтасы ҡатыны булыу еңелме?

– Беҙҙә көндәр һыуытты, ә унда нисек? – ҡырыҫ тәбиғәтле Себер яҡтарында эшләп йөрөгән иремде ҡайғыртып шылтыратам.
– Ҡар яуып тора әле. Апрель аҙағы тип әйтмәҫһең дә.
– Ботинкаң туҙып айырылды, тигәйнең. Тишегенән ҡар тулып, аяғың һыуланып йөрөй инде, эй, Аллам...
– Ярай, юҡҡа борсолма, “месторождение”ға киләсәк машина води­теленә эсе йөнлө калушҡа заказ бирҙем. Моғайын, алып килеп еткерер, ышаныслы егет ул.
– Ул ҡасан етә инде йәһәннәм тишегендәге “место­рож­дение”­ғыҙға! Ике-өс көнһөҙ булмаҫ әле. Вагончикта сәй ҡайнатып булһа ла йышыраҡ эсергә тырыш. Һыуыҡ алдырһаң, шунда уҡ дарыуҙарыңды ҡабырға онотма!

Иремдең вахтаға киткәненә икен­се ай. Их, ошо вахта, елеге­беҙ­ҙе һурған, бер генә килгән ғүмерҙе айы­рым йәшәргә мәжбүр иткән вахта! Өйләнешкәндән һуң йыл ярым үткәс, бол артынан боландар иленә сығып киткән ирем һаман да вахтасы.

Балалар баҡсаһына барып инеү менән улым килеп һырына:
– Әсәй, ә атай ҡасан ҡайта?
– Тиҙҙән, улым. Саҡ ҡына ҡалды.
– Һин һәр саҡ шулай тиһең, тиҙҙән тигәнең бигерәк оҙаҡ... – баланың күҙҙәренән бәреп сыҡҡан йәштә­ренә иғтибар итмәҫкә тырышам. Йәлләһәң, үкереп илап атаһын таптыра башлаясаҡ. Кейенмәй ҡар­шылаша, тиҫкәреләнә генә:
– Ниңә ул оҙаҡ ҡайтмай? Атайым мине яратмаймы әллә? Ана, Ғайсар­ҙың атаһы уны көн һайын килеп ала!
– Ҡара һин уны, ҡайһылай матур һүрәт төшөргәнһең икән! Әллә-лә! Маладис!
– Әсәй, әйҙә һүрәтемде теле­фоныңа төшөрөп ал да, ватсап аша атайға ебәр. Ул да миңә маладис тип әйтһен.

Нимә тураһында һөйләшһәк тә, һүҙебеҙ тик атайға барып төртөлә. Юл буйына атайҙың Себерҙә эшләүе, шуға күрә алыҫта булыуы, уның да беҙҙе һағыныуы тураһында һөйләшеп ҡайтабыҙ. Ләкин улым­дың турһайған ирендәре оҙаҡ ҡына яҙылмай: “Бүтән уның менән һөй­ләш­мәйем! Ҡайтам, ҡайтам, ти ҙә алдай!” Үпкәһен онота ул. Сәй эс­кәндә алдындағы тәмлекәсен ашап бөтмәй ситкә һалып ҡуя: “Ә быны­һын атайға ҡалдырам”. Карауатында бер нөктәгә төбәлеп оҙаҡ ҡына ята.
– Йоҡларға кәрәк, балам. Нимә тураһында уйлайһың?
– Әсәй, атайым миңә робот алып ҡайтам, тине. Күстәнәс ебәргән теге ҡуяндар, тыңлаусан малайҙарға уйынсыҡ та бирә, ти. Атайым маши­наһы менән китеп барғанда, улар теҙелеп юлға сығып баҫҡан. Миңә сәләм әйткәндәр ҙә кире урманға һикерә-һикерә ҡасҡандар. Ҡыҙыҡ, ивет?!

Баланың юҡһыныуы миңә лә күсә. Тиҙерәк һағыш ҡосағынан арынырға теләп, күңелле уйҙарға бирелергә тырышам. Көндәлек мәшәҡәттәрҙе барлап, барыһына ла яңғыҙым йүгереп йөрөү үҙен һиҙҙерә – башымды мендәргә терәү менән әүен баҙарына китәм.
Ә күп бала менән, етмәһә, ауыл ерендә мал көтөп, баҡса үҫтереп донъя йөгөн тартҡан вахтасы ҡатын­дары нисек түҙә икән – бындай тормоштоң ниндәй йәме бар? Ирле көйөнсә ирһеҙ үткән айҙарың өсөн ҡысҡырып илап алған саҡтар була. “Бынау күлдәкте һатып ал! Ирең “сибиряк” була тороп!” – тине таныш алыпһатар бер көндө. “Себерҙә аҡса эшләүе рәхәт, тип беләһегеҙме әллә? Ғөмүмән, хәҙер Себерҙә йүнле аҡса ҡалған, тип уйлай­һығыҙ­мы?” – тип әрләп ташлаға­нымды һиҙмәй ҙә ҡалдым тегене. Ысынлап та, вахта­сыларҙың уртаса хеҙмәт хаҡы 50 – 60 мең һум сыға. Уны икегә бүлһәң, бер айға тура килгән сумма ҙурмы ни?! Һаулығы ҡаҡшап, һаҙлыҡлы урындың насар һыуына тештәре, тәндәре боҙолоп ҡайтып төшә вахтасы халыҡ. Ҡайт­ҡас, бер нисә көн бындағы климат шарттарына өйрәнә алмай йонсой.

Яңы йылдан һуң, вахталы ғаилә тормошона нөктә ҡуйылды, тип үҙ-ара һөйләшкәйнек. Бында эш тә тапты ирем. Тик иҡтисади яҡтан ышаныслы булып иҫәпләнгән рес­пуб­ликаның иң төп юл төҙөлөшө компанияһында хеҙмәт хаҡын ай ярым ваҡыттан һуң ғына (!) түләү­ҙәре асыҡланды. Йәғни ғинуар өсөн эш хаҡын мартта күсерәсәктәр. Эш биреүсе түрәләр аҡсаһын ҡайҙалыр “уйнатып” проценттар йыя, һуңынан ғына хеҙмәткәрҙәрен “хәс­тәрләй”. Ике айҙан ашыу бер тин алмайынса тир түккән ирем, аҡсаһыҙлыҡтан ғарыҡ булғас, тағы вахтаһына юл тотто: “Йортто төҙөп бөтөргә кәрәк!”

Себерҙә, дөрөҫөн әйткәндә, барыһы ла бил бөгә алмай. Коллективта эшселәрҙең көсөр­гәнешле психоэмоциональ хәле, тик аҡса, эш хаҡы тураһында һүҙ бара. Сөнки вахтасыларҙы алдау – илебеҙҙә иң ныҡ таралған күренеш! Ете-ят ерҙә, һыуыҡ, алама вагондарҙа йәшәп, эт күрмәгәнде күреп, хеҙмәтең өсөн түләмәһәләр, бигерәк ҡыйын була­саҡ. Вахта һайын хеҙ­мәт­кәрҙәрҙең яңы ағымы килеп тула. Был эш биреүсе өсөн бик уңайлы. Бында төп ҡағиҙә – страхов­калауһыҙ, социаль па­кетһыҙ эшселәр менән ҙур-ҙур объекттар төҙөү. Унан бигерәк, РФ Хеҙмәт кодексының вахтасылар тура­һында бүлегенә тап килмәү өсөн, күп ойошма Башҡортостанда теркәлгән һәм документтарҙа, вахта ла төбәктә башҡарыла, тип алдап күрһәтелә.

Бөгөн вахта темаһы ҡағылмаған ғаиләләр бармы икән? Кемдер ирен оҙата, икенселәр – әсәһен, өсөн­сөләр – кейәүен, апаһын, ағаһын һәм башҡалар... Күпме яҡташыбыҙ ситкә киткән – бер Төмән өлкәһендә генә бөгөн рәсми рәүештә 155 мең Башҡортостан кешеһе эшләй. Баш­ҡортостан Фәндәр ака­демияһы президенты билдә­ләүенсә, республикала ваҡытлыса хеҙмәт мигра­цияһы арта. Социологик мәғлү­мәттәргә ярашлы, бындай эшселәр араһында ауыл халҡы – 70 процент, маятниклы мигранттар араһында (ауылда йәшәйҙәр, ҡалала эшләй­ҙәр) – 80 процент. Ә ысынында вахтасылар һаны күпме икән? Уны асыҡлауы мөмкин түгел, сөнки бик күп эш биреүселәр “ҡара” эш хаҡын түләй (һинең буласаҡ пенсияңды уйланы, ти). Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, һуңғы ете йылда ғына Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә эшкә китеүсе­ләр 37 процентҡа артҡан. Ә һәләк булған йәки ауыр хеҙмәт арҡаһында сиргә һа­бышҡан вахтасылар тура­һында аныҡ мәғлүмәт бөтөнләй юҡ. Йән аҫырау өсөн ситкә сығып киткән Башҡортостан кешеләренең төр­лө хәлгә тарыуы, үкенескә күрә, киң таралған күре­неш. Был айҙа Баш­ҡортостанда ете вахтасы ир һәм ҡатындың һәләк булыуы теркәлде. Күптән түгел Пенза өлкәһендә юл һәләкәтенә осраған вахтасыларҙың барыһы ла ваҡиға урынында һәләк булған, нисәмә бала әсәй-атайһыҙ етем ҡалды! Әгәр ҙә йәшәгән ерҙә­рендә айына 25 мең һумлыҡ эш урыны булғанда, әллә ҡайһы тараф­тарға китеп барыр инеме ни улар? Ғөмүмән, ҡайҙа, ниндәй генә авария – фажиғә бул­маһын, зыян күреүсе­ләр йәки һәләк булыусылар араһын­да Башҡортос­тан кешеләре була. Ғәҙәттә, ғаилә­һен аҫырайым, аҡса эшләйем, тип ситкә киткән ир-ат. Үҙ ереңдә мал көтөп, фермер булып йәшәргә кәрәк, тип аҡыл һатыу­сы­лар күп ул. Тик барыһы ла эшҡыуар булып тыумай. Ни тиклем тырыш кеше, ҡулы­нан килмәгән эше булма­һа ла, әҙер тауары менән сауҙа итә алмауы бар.

Ғаиләбеҙҙең йортло булыу хыялын тормошҡа ашырыу өсөн алыҫта йөрөгән ирем уфтанып бара торған­дарҙан түгел. Боронғоса зимагор, тип шаяртыуыма ла үпкә­ләмәй, зарланмай. Ул түҙгәнгә мин дә теште ҡыҫам. Икебеҙҙең дә уй уртаҡ: был ауырлыҡтар артта ҡалыр һәм тыуыр таңдарҙы гел бергә ҡаршылап, көн дә киске сәй табыны артында үҙ-ара сөкөрләшеп һүҙебеҙ бөтмәгән мә­лебеҙ тиҙҙән етер, Алла бирһә!




Автор: Л. Хәлитова
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»