26.04.2019 "Йондоҙло табын" - Альбина МУЛЛАҒОЛОВА
“Йәшлек” гәзите уҡыусыларын йәш йырсы, автор-башҡарыусы Альбина МУЛЛАҒОЛОВА үҙенең яратҡан ризыҡтарын бешерергә өйрәтә.
Картуфтан шарлотка
Берәр кишер менән һуғанды, ике картуфты әрсеп, йоҡа ғына телемдәргә телергә. Уларҙы майланған табаға йәйеп һалғас, өҫтөнә ҡамыр ҡойорға ла, ҡалаҡ менән өҫтөн тигеҙләргә. Духовкала 40 минут тирәһе бешереп алғас, эҫе килеш табынға бирергә.
Ҡамыр өсөн 2 йомортҡа, 1 балғалаҡ тоҙ, аш һеркәһендә һүндерелгән сода, 2 ҡалаҡ үҫемлек майы алып, күпергәнсе туҡырға. Уға ҡаймаҡ ҡуйылығына тиклем он өҫтәп (яҡынса 150 г тирәһе), бутарға.
Баллы торт
250 г маргаринды иретеп, 2 ҡалаҡ бал, 1 стакан шәкәр һалып, яҡшылап бутарға. 1 балғалаҡ сода, 1 йомортҡа өҫтәп, аҙ-аҙлап он һалып, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫырға. Ҡамырҙы бер аҙ йылы урында тотоп алғас, 5 – 6 өлөшкә бүлеп, йәйергә. Йәймәләрҙе майланған табала 5-әр минут тирәһе бешереп алырға. Уларға крем һылап, ҡатлап һалырға ла, 2 сәғәт һалҡын урынға ултыртырға. Торттың өҫтөн йәймәнең валсыҡтары һәм сәтләүектәр менән биҙәргә була.
Крем өсөн 200 грамм һөттө ҡайнатырға, 100 грамм маргарин, 1 стакан шәкәр ҡушып, бутай-бутай талғын утта тоторға. Утын һүндергәс, 1 ҡалаҡ крахмал һалып бутарға.
Дөгөлө “Ханума”
250 грамм маргаринға ярты стакан йылымыс һыу, тоҙ, 1 йомортҡа, он (йомшаҡ ҡамыр булырлыҡ итеп самалап) һалып, ҡамыр баҫырға.
Эслек өсөн ит фаршы, ҡырғыстан үткәрелгән картуф, һуған, кишер һәм яртылаш бешкән дөгө ярмаһы алына. Уларға самалап тоҙ, борос, йәшел тәмләткестәр (укроп, петрушка, әнис) һалып, яҡшылап бутарға.
Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, йоҡа ғына (туҡмас кеүек) йәймәләр йәйергә. Уның өҫтөнә эслекте һылап, рулет кеүек төрөргә лә, манты кәстрүленә һалып, 30 – 40 минут парҙа бешерергә.