RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ахырызаман сәбәпсеһе – беҙ үҙебеҙ

01.02.2011 Ахырызаман сәбәпсеһе – беҙ үҙебеҙ

Төйәк итмәй Күстәнемде һандуғас,
Ынйы-ысыҡ емелдәмәй таң тыуғас.
Кәкре лә ташлап ҡасҡан был яҡты,
ҡарғаларҙың ҡарҡылдауы уятты.
ҡарасмандың һыуын түгел эсерлек,
Йылғаң да юҡ тубыҡ тиңе кисерлек.
Йәмең булған ҡара ерек туналған,
ҡыр-яландың хозурлығы юғалған.
Үлебәр түбә тишкеләнгән ян-яҡтан,
Сәскәләрең ҡайҙа һуң мин яратҡан?
ҡоролоҡтан ҡара көйгән үләнең,
Өҙөп ҡабыр юҡтыр инде еләгең.
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз илем – ауылым,
ҡайттым һиңә, ҡайттым тағы һағынып.
Ян-яғыма күҙ һалам да – илайым,
Һинең шулай ырыҫ-ҡотоң кәмеүендә
Мин дә, Юлдаш, ғәйеплелер, моғайын...

... Тыуған ауылым ялан яғында ята. Күккә терәлгән текә тауҙары, күтәрелеп ҡараһаң, баш әйләнерлек ҡайын-ҡарағайҙары, ҡая таштары булмаһа ла, яландың үҙ матурлығы бар. Беҙҙәге ҡайындар ете яҡлап иҫкән ел-дауылдар эсендә сынығып үҫкән. Йәй көндәре күктә аҫылынып һайраған һабантурғай моңонан иҫерәһең, ҡыштарын ап-аҡ ҡарҙарҙы өйрөлтөп ажарланған буран тауышынан илһамланаһың. Урамдарҙа бәпкә үләне күпереп үҫә, ҡырҙарында әҙәм бейеклеге булып ҡылған тирбәлә. ҡыңғырау сәскә, күгәрсен күҙе, кәзә һаҡалы, аҡсәскә, кәкүк ҡатаһы... тағы әллә ниндәй йөҙ, мең төрлө сәскәләрҙең хуш еҫенән баштар әйләнә. Эргәлә генә ҡыҙыл балаҫ булып алға түшәлгән, ҡайындар, сағандар ышығында турғай еләге, бөрлөгән өлгөрә, уйһыулыҡтарҙа көҙөн балан аллана, ҡарағаты, тау битләүҙәрендәге сейәһе...
Туҡта, Гөлшат, артыҡ хыялланып киттең түгелме? ҡайҙа бөгөн былар? ҡыуарған үләндән, тәләфләнеп бөткән урмандарыңдан, ғәфү үтенәм, урман тиерлеге лә ҡалмаған инде, дөрөҫөрәге, ара-тирә генә баш ҡалҡытҡан ағаслыҡтарыңдан, йыл әйләнәһенә «ҡар» ҙа «ҡар» тип яу һалған ҡарғаларыңдан башҡа тағы нимә күрергә була бөгөн бында? Ә бит яңыраҡ ҡына, эйе, яңыраҡ ҡына, сөнки утыҙ-ҡырҡ йыл тәбиғәт, донъя өсөн бик бәләкәс арауыҡ, гүзәллегең, йәшеллегең һуштарҙы алырлыҡ ине, тыуған яғым... ҡырҙарыңда йылғыр илектәрҙең, хәйләкәр алтын ҡойроҡ төлкөнөң, йүгерек ҡуяндың, хатта уҫал бүреләрҙең тулып йөрөгән мәлен дә хәтерләйем бит. Ә ҡоштарҙың ниндәйе генә юҡ ине әйләнә-тирәлә! Яҙ етер-етмәҫтән, олатайым ишек алдындағы текмәгә сыйырсыҡ ояһы яһап элер ине. Асалыҡай ҡойроҡло ҡарлуғас­тар ҡыйыҡ аҫтарына, оя буйҙарына түңәрәк, ҡупшы «йорттар»ын төҙөр ине. Ул заманда уҡ СССР-ҙың ҡыҙыл китабына индерелгән кәкүк ҡатаһы, һабын сәскәһе, ҡарға күҙе, һарына, ҡара ерек Оло һаҙҙа ла, Әсе һаҙҙа ла, Күстәндә лә үҫә ине.
Инде нисә йыл беҙҙең яҡтарҙы ҡоролоҡ йонсота. Ә ҡайҙалыр ауыл, ҡалаларҙы һыу баҫа, ҡайҙалыр цунами ҡоторона, ер тетрәй, янартау атыла. Әҙәм балаһының үҙен уратҡан мөхиткә ҡарата вәхшиҙәрсә ҡыланыуы өсөн Тәбиғәт шулай үс аламы беҙҙән? Йә иһә өләсәй-олатай­ҙар иҫкәрткән Ахырызаман яҡынлашамы? Бәлки, ул заман ахырын беҙ, бәндәләр, үҙебеҙ яҡынайтабыҙҙыр?
Былтыр тирә-яҡта күлдәр һайығайҙы, йылға-шишмәләр ҡороно, быуалар кипте. Мин йәшәгән Таҡһыр ауылынан ярты саҡрымда ғына Йөрәктау буйында ике быуа бар ине. Унда ауыл кешеләре генә түгел, Магнитогорск ҡалаһынан килеп тә балыҡ тоталар. Тирә-яғын йәмләп зифа ҡамыштар үҫкән, өҫтөнән кәйелешеп аҡсарлаҡтар осҡан әлеге быуалар йыл эсендә кескәй генә күләүек булып ҡалды. Хатта ишек алдындағы ҡотоҡ (ҡоҙоҡ) һыуы ла кәмене, урамдағы һыу колонкаларынан һыу килмәй башланы.
Был нимә хаҡында һөйләй? Тәбиғәттә гармония, баланс юғала. Һауа, ер бысрана, ер аҫты һыуҙарының кимәле төшә, минеңсә, бушлыҡтар шул һыу иҫәбенә тултырыла.
Ер шарында сөсө һыу кәмегәндән-кәмей бара. Ә һыуҙың йәшәү сығанағы икәнлеген кем белмәй? Маҡтанабыҙ ҙа ул, йәнәһе, бөтә урында ла эсәр һыу бөткәс тә әле Байкал күленең сөсө һыуы планета халҡын йәнә 60 – 70 йыл туйындыра ала, тип. Бына ошо раҫлауҙан ғына әҙәм балаһының ни дәрәжәлә аҡылһыҙ, ғәмһеҙ фекерләүе күренә лә инде. Урыҫ әйтмешләй, «после меня хоть потоп».
Рәсәй ауылдары бөгөн эсәр һыуһыҙ интегә. 2008 – 2012 йылдарға ауыл хужалығын үҫтереүҙең дәүләт программаһына, ерҙең уңдырышлылығын күтәреү менән бер рәттән, ауыл халҡын эсәр һыу менән 66 процентҡа тәьмин итеү бурысы индерелгән. Ғәжәп бит, ә!
Миҫал өсөн. Тверь өлкәһендә дуҫтарым йәшәй. Өлкәнең бәғзе ауылдарында халыҡ йылға һәм быуа һыуын эсә, ямғыр һыуын йыйып алып ҡала. Рәсми мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Ленинград, Новгород, Омск өлкәләрендә лә эсәр һыу етмәй. Юғарыла телгә алған Байкал да йылдың-йылы бысрана бара. Баҡтиһәң, күл буйында целлюлоза-ҡағыҙ комбинаты төҙөп ҡуйғандар икән. Хәҙер күл бик ныҡ һайыҡҡан. Әгәр артабан да аҡылыбыҙға килмәһәк, беҙҙе бер ниндәй Байкал да ҡотҡара алмаясаҡ.
Эсәр һыуҙың бөтөүгә барыуы тотош планета проблемаһына әйләнгән. Әйтәйек, Бангладеш, Һиндостан кеүек илдәрҙә ҡоҙоҡ һыуы кимәле һуңғы бер нисә йылда 40 – 50 метрға тиклем төшкән. Ғалимдар фараз итеүенсә, йәнә бер ун биш йылдан Ер шары халҡының өстән ике өлөшө һыуһыҙ интегәсәк. Бөгөн көн һайын дүрт мең бала һыуға сарсап һәләк була.
Алтынһыҙ ҙа, алмас, нефтһеҙ ҙә йәшәргә мөмкин. Әммә һыуһыҙ йәшәү мөмкин түгел. Быны һәр ҡайһыбыҙ белә һәм тәбиғәткә, һыуға ҡарата мөнәсәбәтен үҙгәртмәй. Нимә был: вайымһыҙлыҡмы, иҫәрлекме? Үҙе йәшәгән Ерҙе күрәләтә үлемгә этәргән әҙәм балаһын аҡылына ултыртыу өсөн тағы ниндәй тетрәнеү кәрәк? Бығаса күргән иҫкәртеүҙәр, фажиғәләр аҙмы кешегә? Булған һөрөнтө ерҙәрҙе дөрөҫ файҙаланыу урынына йылға, күл буйҙарын һөрөп, йәнәһе, сәсеү майҙанын үҫтереп, һыуҙы ағыулау, малсылыҡ фермаларының ташландыҡтары менән бысратыу, һаҙлыҡтарҙы киптереү, йылғалар йүнәлешен кирегә бороп маташыу, зарарлы сәнәғәт предприятиеларын һыу буйҙарына төҙөү, тикшеренеү эштәре ваҡытында геологтар ҡаҙыған артезиан скважиналарҙан таҙа һыуҙың ағып, әрәм-шәрәм ителеүе – былар­ҙың барыһы ла кешелекте ҡот осҡос һәләкәткә илтеүсе сәбәптәр.
Башҡорттоң бик тапҡыр бер һүҙбәйләнеше бар: һыуға с...н алйот. Бөтөнләй өмөтһөҙ, иҫәрлегенең сиге булмаған кешегә ҡарата әйтелә ул. ҡыҙғаныс, әммә ошо билдәләмә кеше исемен йөрөтөүселәрҙең күпселегенә ҡағыла. Юғиһә бөгөн алтындан да ҡиммәтерәк һыуыбыҙҙы нефть, терегөмөш, тиҙәк, сүп-сар менән бысратыр инекме?
Заман ахыры хаҡында баш ватабыҙ. Әллә ҡайҙан Йыһандан һөжүм итеүҙәренән ҡурҡабыҙ. Кешелек донъяһын юҡҡа сығарыусы эргәлә генә: ул – кеше үҙе!
Урта Азияның, мәҫәлән, мамыҡ үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары барыбыҙға ла мәғлүм. Мамыҡты йыйыу еңелерәк булһын өсөн плантацияларға самолеттан дефолиант тип аталған махсус матдә һиптерә торғайнылар. Ә ул дефолиант меңдәрсә ҡатын-ҡыҙҙың һәм балаларҙың үлеменә сәбәпсе булды.
Диоксин иһә кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге ваҡытында барлыҡҡа килгән экологик бысраҡ. ҡайһы бер етәкселәрҙең битарафлығы арҡаһында үткән быуаттың 90-сы йылдарында баш ҡалабыҙ Өфөлә һыуҙың фенол менән ағыу­ланыуын, моғайын, беребеҙ ҙә онотмағандыр.
Тәбиғәтте, эсәр һыуыбыҙҙы, урмандарыбыҙҙы һаҡлайыҡ, тигән кеүегерәк саҡырыуҙар менән генә хәлде үҙгәртеү мөмкин түгелдер. Мәсьәлә дәүләт кимәлендә хәл ителергә тейеш. Үҙебеҙ ултырған ағасҡа балта сапмаһаҡ ине лә бит. Әммә бәндә, күрәһең, «Иртәгәһен ишәк ҡайғыртҡан» тигәнде йәшәү ҡануны итеп алған. Ул килер быуындарҙы, киләсәкте ҡайғыртмау ғына түгел, хатта үҙенең иртәгә нисек йәшәрен, ни ашарын-эсерен уйламай. Бәндә ғәфләт йоҡоһонда...

Гөлшат ӘХМӘТҡУЖИНА.
Әбйәлил районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»