RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Миҙалһыҙ ҡалған батыр

04.04.2019 Миҙалһыҙ ҡалған батыр

йәки Ысын дуҫ бәлә килгәндә һынала

Ҡыйыуҙар заманында йәшәйбеҙ. Зәңгәр экрандарҙан да, радио тулҡындарынан да ишетеп-күреп торабыҙ: әле тегендә кемдер берәүҙе янғындан ҡотҡарған, икенсе берәү һыуға батып барған бисараны тартып сығарған. Был хаҡта ваҡытлы матбуғат биттәрендә лә йыш ҡына яҙалар. Уларҙы маҡтайҙар, хөрмәт итәләр. Юғарыға саҡырып, түштәренә миҙалдар тағалар, ҡиммәтле бүләктәр ҙә тапшыралар. Ошо батырҙар араһында йәш кенә балаларҙың булыуы ла күңелде йылыта, шатлыҡ хистәре уята. Сөнки беҙгә лайыҡлы алмаш үҫә. Киләсәктә тап ана шундай ҡыйыу йөрәкле улдарҙан һәм ҡыҙҙарҙан күкрәктәре менән дошмандың ут нөктәһен ҡаплаған матросовтар, янған самолетын фашистарҙың хәрби техникаһы тейәлгән эшелонға йүнәлтеүсе гастеллолар барлыҡҡа киләлер ҙә инде.

Һүҙем йәнә шул һыуға батыусы баланы ҡотҡарған бәләкәй малай тураһында. Күптән түгел үҙәк телевидениенан күрһәттеләр. Кремль һарайында тәбрикләнеләр үҙен. Күҙҙәрем зәңгәр экрандарҙа, ә уйҙарым менән үҙемдең бала сағыма ҡайтып киттем...


Без беренсе класҡа уҡырға барасаҡ етмешенсе йылдың яҙы шашып, ҡотороп килде. Март аҙағында һыуыҡтар ҡапыл ғына һынды ла, ҡайнар ҡояш нурҙары ҡыш буйы баҫылып ятыуҙан ауырайған ҡарҙы тишкеләргә тотондо. Хәҙер генә ул саҡ ҡына ҡар төштөмө, оло бер бәләгә әйләнә: заманса техника булһа ла, машиналар йөрөй алмай, урамдарҙа тығындар барлыҡҡа килә, әҙәм балалары хужаларҙы әрләп, өҫкә ялыу артынан ялыу осора. Ә элек, ысынлап та, ҡар күп булды, йорттарҙың ҡыйыҡтары ғына күренеп ултырғаны хәтерҙә, ә барыбер шикәйәт яҙып ятҡан бәндәләр ишетелмәне. Беҙ бәләкәй булып, бәлки, белмәгәнбеҙҙер ҙә.

Тау биттәре саҡ ҡына асыла төшһә, Яҡут малайҙары йыйылышып аммонал эҙләргә сыға торғайны. Аммонал – ул сәнәғәттә ҡулланыла торған шарт­латҡыс. Беҙҙең яҡта нефт­селәр күп йөрөгәс, әлеге шул шартлатыу эштәрендә ҡулланғандарҙыр, күрәһең. Ваҡ киҫәктәргә бүленгән ябай ҡәләмде хәтерләткән ошо аммонал күп булды. Шул нәмәне йыйып алаһың да, сәй ҡурғашы менән төрөп, осаһына яндырып шырпы терәһәң, бәләкәй генә ракетаны хәтерләтеп, шыжлап осоп китә. Кемдең аммоналы шәберәк оса, шул үҙе лә шәп кеше инде, маһайып йөрөй.

Апрель урталары ине булһа кәрәк, бер төркөм буй еткән үҫмер ана шул шартлатҡысты йыйырға тип, Иген тауына юлланған. Татырлыны сыҡҡан саҡта, Камил исемле абзый йәй етһә тауыҡ кисерлек тә ҡалмаған ошо йылғаға ҡолаған. Тауҙарҙан аҡҡан ҡар һыуҙарын үҙенә туплап, ғәй­рәт­ләнгән Татырлы егетте үҙ ҡосағына алып, Ҡаҙлайырға әйҙәгән. Ауылдың Ҡаһарман бабайҙар янындағы таш күпер тирәһендә ҡулын болғағаны күренеп ҡалды, тип һөйләнеләр аҙаҡтан кешеләр. Шунан һуң күреүсе булманы Камил абзыйҙы. Һуңынан, июнь урталарында ғына булһа кәрәк, Ҡыҙыл Маяҡ ауылы янындараҡ Юшатырҙан таптылар мәрхүмде. Иҙрәп бөткәйне бисара.

Камил ағып киткән, тигән һүҙ ауылда йәшен тиҙлегендәй таралды. Олоһо ла, кесеһе лә иртәле-кисле уны эҙләргә сыҡты: бәлки, берәй ерҙә эләгеп торалыр йә ташҡын ярға сығарып ырғытҡандыр. Өмөт йәшәтә бит халыҡты, яҡуттар ҙа өмөтләнде, табылыр, тип көттө.

Ҡаҙлайыр буйында ғына йәшәгәс, беҙ ҙә Шамил дуҫым менән көнө буйы яр тирәләрен ҡараштырып, йылғанан ҡайтып килә белмәйбеҙ. Үҙебеҙҙең тирәнән башлайбыҙ ҙа, Ҡыҙыҡ Ишбулды бабайҙарға тиклем араны үтәбеҙ. Тап шул тирәлә Ҡаҙлайыр Юшатырға ҡушыла. Ә унда мәхшәр: боҙҙар бер-береһе менән һуғыша. Юшатыр үҙенең ғәйрәтен күрһәтә. Ҡаҙлайыр алып килгән һике дәүмәлендәй боҙҙарҙы үҙ итмәй. Былары ла бирешергә теләмәй, тиҙерәк Һаҡмар ағалары менән ҡушылырға, артабан Урал олаталарын күрергә ашҡыналар.

Шамил Ишдәүләтов менән беҙ бер йылғы. Уның әсәһе лә Мәҙинә, минеке лә Мәҙинә. Татыу йәшәй улар. Аҙаш, тип кенә торалар бер-береһенә. Уларға ҡарап, беҙ ҙә Ишәй менән Ҡушай кеүек. Уйнауын күберәк беҙҙә уйнайбыҙ, сөнки беҙҙә аулағыраҡ. Шамилдарҙың ғаиләһе ишле, унан һуң юҡ-юҡта Рәмил абзыһынан елкәгә эләккеләй. Ҡыяр йәки помидор ашағы килһә, яр буйында үҫкән әрем араһынан дуҫымдың баҡсаһына йүгерәбеҙ. Сөнки Мәҙинә инәй йәшелсә үҫтерә. Майкаларыбыҙҙы кендек тәңгәленән ныҡ ҡына итеп бәйләп, ҡыярҙарҙы йәки әле саҡ ҡына ҡыҙыл ҡуна башлаған помидорҙарҙы эскә тултырабыҙ ҙа, йәнә беҙгә сабабыҙ. Айыу майы һөрткән йәшелсә тәмле була.

Сыуаҡ ҡына матур бер көндө Шамил менән йәнә Камил абзыйҙы эҙләп, йылға буйына төшөп киттек. Ҡулыбыҙға тотҡан таяҡтар менән яр тирәләрен төрткөләп, Ҡаҙлайыр тамағына тиклем төшһәк тә, һөҙөмтәһе юҡ. Ә тегендә боҙҙар алыша: тәүгеләре арттан килгән ҡыҫымға түҙә алмай үрә баҫҡан. Үҙҙәре ярһыуҙан үкерешә, гөрһөлдәй. Йылға өҫтөн бәйгеләрҙә күҙҙәре аларып финиш һыҙығына сапҡан айғырҙарҙың ауыҙҙарынан аҡҡан лайла кеүек күперек ҡаплаған. Матур килеп тороп үҙҙәре, буръяҡ һыуҙа һарғылт ҡына булып, күҙҙе ҡыҙҙырып уйнашып яталар.

Шул күперекте үрелеп алайым тип, ҡулымдағы таяғымды ситкәрәк һалып, һыуға үрелдем бит. Был ваҡытта Шамил беҙҙең арттан эйәреп сыҡҡан Әминә һылыуын ҡыуалап артынан йүгергәйне. Инде генә ымһындырғыс күперекте алдым тигәндә, яр ишелеп китте лә, мин баш түбән ҡайнап ятҡан йылғаға ҡоланым. Боҙло һыу бөтә тәнемде ҡоршап алды, шулай ҙа нисектер яйын килтереп, йылға ярына йәбешеп өлгөрҙөм. Иҙелгән ярҙан ҡулым шыуып бара, уның һайын мин бәләкәй генә бармаҡтарымды ергә нығыраҡ батырам. “Шамил! Шамил, батам!” – Минең сарбайлап ҡысҡырғанды ишетмәй бит дуҫым, Ишбулды бабайҙар яғына һылыуы артынан саба. “Шами-и-и-ил!” Ух, ишетте шикелле! Ишетте! Ана бит минең яҡҡа йүгерә. Үҙе ҡысҡыра: “Сибәғә-ә-ә-әт иптә-ә-әш! Ныҡ йәбеш! Ныҡ йәбе-е-е-еш!”

Нисек кенә ныҡ йәбешһәм дә, аяҡтағы кирза итек, өҫтәге ташҡа әйләнгән һырыған бишмәт аҫҡа һөйрәй, боҙҙар аҫтына тарта. Тырнаҡ араһынан ҡандары һарҡылып сыҡҡан бәләкәй бармаҡтарым яҙылып, ысҡынып бара.

Килеп етте бит Шамил дуҫым. Ярға йәйелеп ятып, ҡулындағы таяғын миңә һуҙҙы. “Тотон, иптәш! Нығыраҡ тотон, хәҙер тартып сығарам”.
Шамил кәүҙәгә минән күпкә ҡалын, буйға ла бер башҡа оҙон. Үҙе килеп көслө лә ул. Бер ҡулымды ярҙан ысҡындырып, дуҫым һуҙған таяҡҡа йәбештем дә, икенсеһе менән ерҙе тырнап, өҫкә ынтылдым. Шул арала Шамил йәтеш кенә итеп бишмәтемдең елкәһенән эләктерҙе лә, күҙ йәштәренә быуылып, мине һөйрәргә кереште. “Иптәш, бирешмә! Хәҙер сығарам мин һине, иптәш!”

Ярға нисек сығып ятҡанымды хәтер­ләмәйем дә хатта. Эргәмдә һуҙылып ятҡан дуҫымдың тауышы һиҫкәндереп ебәрҙе. “Иптәш, әлдә былтыр йөҙөргә өйрәнгәнбеҙ. Йөҙә белмәһәң, ағып китә инең бит!”

Дуҫымдың һөйләгәне бер ҡолағымдан инә, икенсеһенән сыға – миндә кәпәс ҡайғыһы. “Малахайым ағып киткән бит, Шамил. Хәҙер әсәйем үлтерә инде”, – тим, күҙ йәштәренә быуылып.

Әсәйем дә иланы. Мин өйгә ҡайтҡанда ул эштә ине. Кемдер, ана, улың ағып китә яҙған, тип әйткән. Әсәйем ҡулына сыбыҡ тотоп ярһып ҡайтып инде. Өйгә килеп инеү менән ҡулындағы сыбығы ике-өс тапҡыр йомшаҡ еремде яндырып, ялап үтте. Мәгәр тиҙ йомшарҙы ул. Ҡаны һыуынғас, мине ҡосаҡлап иланы ла иланы.

Татырлы хәҙер кипте инде. Ҡасандыр гөрләп ятҡан Ҡаҙлайырҙы ла йылға тип атаһаң, әү, тиер. Юшатырҙың да элекке кәре ҡайтты, ярҙарын үлән ҡапланы, һыуы ҡорғаҡһыны. Йылдар ҙа хәҙер элекке кеүек ярһыу түгел, кем әйтмешләй, ағастар ҙа бәләкәйерәк күренә. Ләкин дуҫымдың батырлығы онотолмай. Яҙҙар еткән һайын Шамилды иҫемә төшөрәм дә, күңелемдән уға рәхмәттәремде уҡыйым.




Автор: С. Рахманғолов
Фото: Автор фотоһы






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»