RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бер-береһенең өлөшөнә төшкән көмөшө улар

24.03.2019 Бер-береһенең өлөшөнә төшкән көмөшө улар


Күгәрсен районының Мораҡ ауылында йәштәргә үрнәк, өлгө булырлык матур ғаиләләр бик күп. Шундайҙарҙың береһе – Зифа һәм Марсель Сәлмәновтар. Өс балаға ғүмер бүләк итеп, уларға матур тәрбиә һәм белем биреп, ете ейән-ейәнсәргә хәстәрлекле олатай, өләсәй булып, балаларының шатлыҡтарына ҡыуанып, уңыштарына һөйөнөп йәшәй улар.


Зифа апай утыҙ йылдан ашыу район китапханаһында эшләй. Шуға ла, Башҡорт ғаиләһе көнө менән ҡотлау уңайынан, беҙ, район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре, тап уларҙың ғаиләһенә барыуҙы хуп күрҙек.
– 1986 йылда ошо өйҙө үҙ көсөбөҙ менән һалып сыҡҡайныҡ, бына 33 йыл инде, сөкөрҙәшеп донъя көтәбеҙ, – тип ҡаршы алды беҙҙе хужалар. Баҡтиһәң, быйыл ҡулға-ҡул тотоношоп, ғүмер юлдары буйлап бергә атлауҙарына ла 45 йыл тула икән. Түргә уҙғас, өй эсендәге йәшеллек, береһенән-береһе матур сәскәле, күҙҙең яуын алырлык гөлдәр ҡараштарҙы йәлеп итте. Ниндәй генә төрҙәре юҡ.
– Бына үрсетмәләрем дә морон төрттө. Мин уларҙы балалар кеүек итеп ҡарайым бит. Һыйпап яратам, һөйләшәм, – тип Зифа апай гөлдәре тураһында һөйләп үтте.



Үҫтереүе ауыр тип тормай, айырыуса күп иғтибар талап иткән ят сәскәләрҙе лә үрсетә ул. Марсель ағай, иң олоһо булған улдары Рус­лан менән, 2013 йылдан бал ҡорттары тота. Балдарының сифаты һәм төрлөлөгө буйынса Өфөлә үткән республика кимәлендәге сарала өсөнсө урын да яулап ҡайтҡандар.
– Бал ҡорттары тотоу лотерея уйнау менән бер. Йә уңаһың, йә туңаһың. Йылы менән икешәр тонна бал алған ваҡыттар ҙа була. Елкә генә кәрәк. Был шөғөл ситтән ҡараһаң ғына еңел кеүек, тырышмаһаң булмай, – тип һүҙгә ҡушылып китте Зифа апай менән әңгәмәне сабыр ғына тыңлап ултырған Марсель ағай.



Һөнәре буйынса уҡытыусы ул. Илле йылдан ашыу ғүмерен мәғариф өлкәһендә эшләүгә бағышлай. Хаҡлы ялға сыҡҡас, бал ҡорттары тәрбиәләргә, виноград үҫтерергә тотона. Ҡыш көндәрендә, бал ҡорттары ял иткәндә, умарталарына үҙ ҡулдары менән рамдар яһай. «Беҙҙең балды Силәбе өлкәһендә, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Мәскәү ҡалаларында, Германияла, Финляндияла ла беләләр, яратып ашайҙар. Үҙебеҙҙең һатыу юлдары бар, шулар аша кәсеп итәбеҙ. Файҙаһын күреп торабыҙ, Аллаға шөкөр. Алған килемебеҙҙән балаларыбыҙға ярҙам итәбеҙ», – ти Марсель ағай.

Тыуған йорт йылыһы һәр саҡ үҙенә тартып тора. Сәлмәновтарҙың татыу ғаиләһе лә яйы сыҡҡан һайын бергәләшеп атай нигеҙендә йыйыла. Йәй көндәрендә тәбиғәт ҡосағына сығып ял итергә, тәмле самауыр сәйе эсергә лә яраталар. «Был – беҙҙең ғаилә өсөн йолаға әйләнеп барған бәләкәй генә бер байрам», – тип йылмая Зифа апай. Башҡорт ғаиләһе көнө икәнлеген белгәс тә ул: «Ҡайһылай яҡшы булған. Башҡорт ғаиләһе көнөн айырым байрам итеп билдәләү бик хуп. Үҙ милләтебеҙҙең көҙгөһө булған ғаиләләр тураһында һөйләү, уларға хөрмәт күрһәтеү, башҡаларға өлгө итеп ҡуйыу – бик яҡшы күренеш. Бынамын итеп донъя көткән, өлгө булырлыҡ йәш ғаиләләр ҙә, ололар ҙа күп районыбыҙҙа. Был милләтебеҙ өсөн оло ғорурлыҡ», – тип шатланды хужабикә.

Ғаиләлә татыулыҡ булдырып, уны ғүмер буйы һаҡлай, ҡурсалай алыуҙың серен һорағас, Зифа апай: «Иң мөһиме – сабырлыҡ. Унан килә, бер-береңде хөрмәт итеү. Берең ут булғанда, икенсеңә һыу булырға кәрәк. Һәм тағы ла, балалар алдында ла, башҡа ваҡыттарҙа ла ирҙе ир итә белеү мөһим. Ошо төп нәмәләрҙе онотмаһағыҙ, ғаиләлә бөтәһе лә яҡшы буласаҡ», – тине.

Ҡулы эшһеҙ тормаған Зифа апай, ейәнсәрҙәренә тип, ҡыҙ һандыҡтары әҙерләй ҙә башлаған. «Бәләкәй ҡыҙым Зиләне шулай матур итеп һандыҡ әҙерләп кейәүгә оҙатҡайным, хәҙер яйлап ейәнсәрҙәремә әҙерләй башланым» , – тип ҡул эштәре менән дә таныштырып үтте хужабикә. Күңел йылыһы, күҙ нурҙары һалып сигелгән таҫтамалдар, ҡулъяулыҡтар, яҫтыҡ тыштары күҙҙең яуын алырлыҡ.



Күңеле матур кешенең эшләгән эше лә, һөйләгән һүҙе лә матур, нурлы булыуына инанып ҡайттыҡ беҙ был сәфәребеҙҙән. Үҙҙәренең ғаилә усағының йылыһын нисә йылдар һүрелтмәй һаҡлап, уны балаларына, яҡындарына өләшеп йәшәгән Сәлмәновтар ғаиләһенә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ теләп, уларға артабан да ошолай иңгә-иң терәшеп, гөлтләтеп донъя көтөүҙәрен, балаларының изгелеген күреп йәшәүҙәрен теләп ҡалабыҙ.




Автор: А. Абдуллина
Фото: Ғаилә архивынан






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»