RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Енәйәтсе лә әҙәм балаһы бит»

17.03.2019 «Енәйәтсе лә әҙәм балаһы бит»

йәки Полиция майоры Илүзә Хажина тәүге тәфтиш эшендә төрөксә һорау алып, коллегаларын таң ҡалдыра

…Район һабантуйында ат сабышы башланыр алдынан эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре бәйге майҙанына халыҡты үткәрмәҫ өсөн һаҡҡа баҫҡайны, араларында һөйкөмлө таныш йөҙҙө күреп, һаулыҡ һораштым.
– Тораһығыҙмы? – тим, уларҙың байрам һайын һаҡта тороуына ишаралап.
– Торабыҙ, – тип йылмайҙы Илүзә Хажина. – Ә һеҙ сабаһығыҙмы?
– Сабабыҙ, – тип көлдөм.
– Эшебеҙ шул, – тип ҡулдарын йәйҙе Илүзә Шамил ҡыҙы. Күпме ваҡыт үтте ошо ҡыҫҡа ғына һөйләшеүгә, әммә бер ҙә онотолмай. Үҙ эшен яратып башҡарған, тотанаҡлы һәм сабыр Илүзәнең Учалы эске эштәр бүлегендә хәҙмәт итеүенә быйыл егерме йыл тула. Вазифаһы ла бик яуаплы – ул өлкән тәфтишсе. Ауыр, ҡатмарлы енәйәт эштәрен дә йырып сыҡҡан, һәр кемдең йөрәгенә асҡыс ярата алған тәфтишсе Учалы районының Ҡолош ауылында тыуып үҫкән.

– Бала саҡтан хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләргә хыялланғайным, – ти ул. – Милиция тураһындағы киноларҙы иҫем китеп ҡараным, “сыщик” булып та уйнаным. Ғаиләбеҙҙән өс кеше ғүмерен эске эштәр бүлеге менән бәйләне: минән тыш, Ғамир ағайым да, Ғәзим ҡустым да ошонда эшләне. Ирем Рөстәм дә эске эштәр бүлегендә хеҙмәт итеп, яңыраҡ пенсияға сыҡты. Эшемде яратҡас, ауырлығы беленмәй. Бында бит бер кемде лә бәйләп тотмайҙар, оҡшамай йә түҙмәйһең икән – дүрт яғың ҡибла.

Бәләкәйҙән Илүзә әүҙем, батыр холоҡло. Башҡа ҡыҙҙар кеүек ҡурсаҡ ҡосаҡлап ҡына өйҙә ултырмаған. Ике туған ағаһы Ильяс Хажин, Илгиз Нуриевтар менән бергә гел малайҙар уйыны уйнап үҫкәнгә, уға һаманғаса ир-егеттәр менән аралашыуы күпкә анһатыраҡ, ҡулайыраҡ. Ирҙәр менән ирешеп китһәң дә, улар бының эш моменты икәнен генә аңлап, кенә тотмай, асыу һаҡламай, һуңынан бер ни булмағандай һин дә мин һөйләшә лә китә, тип йылмая Илүзә:
– Ильяс менән Илгиз минән бер йәшкә өлкәнерәк, һәм улар ете йәштә мәктәпкә уҡырға киткәс, эсемдең бошоуҙары! Уйнарға иптәш юҡ, күңелһеҙ, өйҙә лә, урамда ла толҡа тапмай, яңғыҙ бәпкә кеүек зарығып йөрөнөм-йөрөнөм дә, ата-әсәйемә, мине лә уҡырға бирегеҙ, тип инәлә башланым. Уҡытыусыларға әйтегеҙ, мине алып уҡытһындар, тип ялбара торғас, теләгем тормошҡа ашты – октябрҙә форма кейеп, портфель тотоп, мәктәпкә барҙым. Уҡый, яҙа белгәс, анһат ҡына уҡып киттем. Беренсе сентябрем булманы инде. Һәм, әйткәндәй, һуңынан юғары уҡыу йортона – Башҡорт дәүләт педагогия университетына – уҡырға ингәс тә, 1 сентябрь тантанаһына барып өлгөрмәнем, хеҙмәт юлын мәктәптә башлағанда ла мине икенсе сентябрҙә генә эшкә алдылар, йәғни тағы Белем байрамынан ситтә тороп ҡалдым! Быйыл Асель ҡыҙыбыҙ беренсе класҡа уҡырға бара, хәҙер нисек булһа ла, был тантанала мотлаҡ ҡатнашырға ине.

Мәктәптә тәүҙә отряд советы рәйесе, аҙаҡ дружина советы рәйесе булдым. Үҙемде-үҙем тәҡдим иткәйнем: мин булдырам, минән килеп сыға, тип. Нишләп шулай тырышҡанмындыр, аптырайым... Әле ул тиклем аҙарынып, осоноп тороу юҡ, донъя баҫа, ахыры.
Төплө аҡыллы, бер ваҡытта тотҡан ерҙән һындырмаған, һәр эште еренә еткереп үтәргә өйрәнгән Илүзәнең уңғанлығы, әүҙемлеге йөҙөнә сыҡҡан, атлап йөрөшөндә лә сағыла. БДПУ-ны уңышлы тамамлап, мәктәптә башҡорт теленән уҡытып йөрөгән Илүзә Хажинаны 1999 йылдың 31 декабрендә эске эштәр бүлегенә эшкә саҡыралар.

– Киске сәғәт һигеҙҙән унғаса бүлек начальнигы Рим Ғилманов ҡаршыһында “смирно” баҫып торҙом. Ниндәй ауыр эшкә инергә, муйынға ниндәй ҡамытты кейергә йөрөгәнемде шунда бөтә тулылығында тойҙом, аңланым. Әммә ниәтемдән кире сигенергә, бала саҡ хыялымдан баш тартырға уйламаным да. Беренсе ғинуарҙа уҡ шыршы һаҡларға сығарҙылар... Бәлиғ булмағандарҙың эше буйынса инспектор булып йылдан ашыу эшләгәс, һорап та тормайынса кадрҙар бүлегенә күсерҙеләр. Ә инде 2006 йылдан бирле тәфтиш бүлегендәмен.

Ҡайһы берәүҙәр, эске эштәр бүлегендә эшләп, күңелең ҡатып бөткәндер, ти. Юҡ, улай түгел. Мин кеше хәленә инергә тырышам. Енәйәтсе лә әҙәм балаһы бит. Уның ни өсөн яҙыҡ юлға баҫыуын аңларға кәрәк. Күңеленә асҡыс ярата алмаһаң, эшең алға бармай. Тәфтиш бүлегендәге тәүге эшемде онотмайым. Асылмаған эштәрҙе миңә тотторҙолар. Бер егет бөтөнләй контактҡа бармай, һөйләшмәй ҙә ҡуя, тиҙәр. Уның менән осрашҡас, ҡайҙа уҡының, тип һораным. Төрөк лицейында, ти. Ә беҙ университетта төрөк телен өйрәнгәйнек. Шул телдә һорау бирҙем. Теге теремекләнеп, күҙҙәре янып китте, һорауҙарға ихлас яуаплай башланы, хатта нисек енәйәт ҡылғандарын да һөйләп ташланы. Тулыһынса төрөк телендә! Мин телде ул тиклем белмәй инем, ләкин бүлдермәй тыңланым... Эште тамамлағас, суд үткәс, тәфтиш бүлеге етәксеһе, нисек уртаҡ тел таптың, уның менән бер кем дә һөйләшә алманы бит, тип аптыраны. Әллә, белмәйем, тинем. Аҙаҡ асыҡланды: баҡтиһәң, төрөксә һөйләшеүемде оҡшатҡан икән. Шул егет икенсе тапҡыр тотолғас, коллегам, асылмай, һөйләшмәй, тип ҡаңғырып йөрөнө. Төрөксә һөйләшергә өйрән, тип шаярттым.

Икенсе юлы бер рецидивист менән эшләргә тура килде. Ул да аралашырға теләмәй, үҙен алама тота: йә башын стенаға бәрергә тотона, йә йоҙроҡлап башына һуға икән... Ә бик етди статья буйынса ҡулға алынған. Йәш саҡтан уҡ төрмәнең ни икәнен үҙ елкәһендә татыған ирҙең тештәренә иғтибар иттем. Ғәҙәттә, рецидивистарҙың тештәре боҙолоп бөтә. Ә быныҡы сағыштырмаса ап-аҡ, тип-тигеҙ. Изоляторға һорау алырға барғас та, һәүетемсә, ябай ғына һаулыҡ һораштым. Ул йылмайҙы. Ҡалай матур йылмаяһығыҙ, тигәйнем, асылып китте. Бер йылы һүҙ етте кешегә... Беҙҙең барыбыҙға ла йылылыҡ етешмәй, улар ҙа күңел йылыһына, кешесә мөнәсәбәткә мохтаж.

Мәктәп уҡыусылары менән осрашыу­ҙарҙа, балалар минән, енәйәтселәрҙән ҡурҡмайһығыҙмы, этләшмәйҙәрме, тип йыш һорай. Юҡ, ғәйебен ғәҙел баһалағас, ҡурҡыныс түгел. Хата юлға баҫҡан, енәйәт ҡылған кешеләрҙең һуңынан килеп рәхмәт әйткәне лә булды. Әлдә ваҡытында мине туҡтаттығыҙ, яҡшы мөнәсәбәттә булдығыҙ, тиҙәр. Күптәрен онотоп бөтәм, ә улар иҫләп, урамда осрағанда һаулыҡ һораша.
Эшемә бирелеп, ваҡытында ғаилә ҡорорға форсат булманы. Һәм ҡатынының ал-ял белмәй, байрамдарҙы онотоп, төнгө дежурҙарҙа йөрөүен ҡайһы ир яратып торһон? Һуң ғына кейәүгә сыҡтым. Аҫтындағын алты ай эҙләгән, тиҙәр бит, минең дә яҙмышым эргәмдә генә йөрөгән икән. Ирем менән Асель һәм Нәркәс исемле ҡыҙҙар үҫтерәбеҙ. Киләсәктә ҡайһы һөнәрҙе һайлаһалар ҙа, ҡаршы тормаясаҡбыҙ: теләһәләр, беҙҙең юлды дауам итерҙәр, теләмәһәләр – үҙ юлын эҙләрҙәр. Иң мөһиме, сәләмәт, бәхетле булһындар, изге юлдарҙа йөрөһөндәр. Бер бабай, эштең ояты юҡ, тигәйне, мин уға ҡаршы төштөм: “Ә боронғо һөнәр эйәләре – төнгө күбәләктәрҙең эше һуң?” Уныһын уйламайым да ул, тигән булды бабай, уңайһыҙланып. Шуға ла балалар изге һөнәр һайлаһын, тим.

Әле атайым мәрхүм иҫкә төштө. Ул үҙе Ҡотой ауылыныҡы, әммә Ҡолошто яратҡан. Үҫмер сағынан, их, Ҡолошта йәшәһәм ине, Шәрифәне кәләш итеп алып, бер итәк балалар үҫтерһәк ине, тип хыялланған. Хыялдары тормошҡа ашҡан: әсәйебеҙ менән өйләнешеп, Ҡолошта нигеҙ ҡороп, һигеҙ балаға ғүмер биргәндәр. Иң өлкән балалары 1,6 йәшендә ауырып үлгән (уны һауыҡтырырға тырышып, Үрге Урал дауаханаһына алып барһалар ҙа, ғүмерен һаҡлап ҡала алмағандар). Шул бала атайымдың йөрәк әрнеүе булып ҡалған. Беҙ һигеҙ бала тип әйтегеҙ, тиер ҙә торор ине. Шөкөр, ҡалғандарыбыҙ иҫән-һау, барыбыҙ ҙа башлы-күҙле булғанбыҙ. Әсәйебеҙ ҙә иҫән, ауылда ғүмер итә. Атайым өс кенә синыф белемле булһа ла, үҙенең тырышлығы арҡаһында ябай көтөүсенән, тракторсынан алып бригадир, ферма мөдире вазифаларына ҡәҙәр үрләне, Ураҙҙағы күмәк хужалыҡҡа рәйес итеп тә саҡырғайнылар, баш тартты. Белем алығыҙ, уҡыйым, тиһәгеҙ, ярҙам итәсәкбеҙ, тип тыҡыны. Атай-әсәйҙең ышанысын аҡланыҡ кеүек, һәр хәлдә тормошта юғалып ҡалманыҡ. Уларҙың фатихаһында йәшәйбеҙ. Атайымдың һәм үҙемдең ғүмер өлгөһөндә тырышлыҡтың иң юғары үрҙәрҙе лә яуларға форсат биреүен аңлап, хыялдарҙың тормошҡа ашыуына инандым.

Туғыҙ айҙан апайың пенсияға сыға, тип шаяртып маһайған майор Илүзә Хажинаның тағы бер матур сифатын атамау яҙыҡ булыр: ул иҫ киткес ярҙамсыл, кешелекле, ихлас. Яҡташымдың эше буйынса боҙоҡ, мут әҙәмдәр менән эшләп тә, күңелен тапламай һаҡлап ҡалыуы, тормоштоң гүзәл яҡтарын күрә белеүе – үҙе бер батырлыҡ.




Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: Автор фотоһы






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»