RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ни өсөн окулист теш ямамай

16.03.2019 Ни өсөн окулист теш ямамай

йәки Телерадио журналисы булыу ауырмы?

1 мартта Башҡортостан телевидениеһына 60 йыл тулды.
Ошо айҡанлы беҙ телевидение һәм радио индустрияһында 45 йыл ижад иткән билдәле педагог, Телерадио сәнғәте мәктәп-студияһы директоры, Евразия телевидение һәм радио академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәйҙең һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин һәм М. Ғафури исемендәге премиялар лауреаты Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы ҒИЛМАНОВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Телевидение журналисы булараҡ, һеҙҙең тәүге тәжрибә ҡасан һәм нисек булды?

– Мин радиола 1974 – 1990 йылдарҙа эшләнем. Һәм беренсе тапҡыр телевидениеға осраҡлы ғына эләктем. Башҡортса балалар тапшырыуын алып барған Флүрә Мурзинаны интернаттан ебәр­мәгәндәр ҙә, тиҙ генә мине саҡырып кейендерҙеләр. Йәштәр көлмәһен, ул саҡта бәләкәс кенә, 38 генә кило тарта инем.
Радиола Балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр редакцияһын байтаҡ йылдар етәкләнем һәм беҙ телевидениеның балалар бүлеген етәкләүсе Ирина Любимова менән берҙәм эшләнек. Теле­видениеға килгән балаларҙы тиҙ генә радиоға яҙып ҡалдырам, ә минең башҡортса һөйләшкән ҡунаҡтарымды ул телетап­шы­рыуға төшөрә.
Махсус рәүештә телевидениеға күсерелгәс, айҙар буйы экрандан “тамашасылар” тип өндәшергә өйрәнә алмай, “радио тыңлау­сыларым” тип сәләмләй инем.

– Үҙегеҙҙең уҡытыусығыҙ тип кемде атайһығыҙ?

– 90-сы йылдарҙы мин режиссерҙар Наил Тибеев, Әмир Абдразаҡов, Рәйес Исмәғилев һәм журналистар Йәркәй Яҡшы­дәүләтов, Әнисә Тимербулатова, Мирослав Сорокин дәүере тип йөрөтәм. Титандар дәүере. Улар миңә үрнәк булды. Телевидениеға алдараҡ килгән коллегаларым, йәштәштәрем – телевидение директоры Фәнил Ҡоҙаҡаев, хәбәрселәр Булат Уразбаев, Сәрүәр Суриналар ҙа эштә ориентир булды.

– Ҡасандыр үҙегеҙ уйлап сығарған йә алып барған тапшырыуҙарығыҙ араһында иң яратҡаны бармы?

– Сирек быуаттан ашыу экрандан төшмәгән “Йома”, “Йырым һиңә бүләгем”, “Автограф”, “Замандаш”, “Сәләм”, “Башҡорттар” (мин уны “Алыҫ араларҙы яҡынайтып” тигән атама менән башлағайным) һәм, әлбиттә, “Башҡорт йыры”. Һуңғыһы сирек быуат эсендә нимә генә күрмәне. Клиптар оҫтаһы режиссер Флүрә Сафиуллина менән беҙ уны 1997 йылда уйлап сығарғайныҡ. Кон­цепцияһы буйынса ул яңы тыуған йырҙарҙың презентацияһы бу­лырға тейеш ине. Ике телдә бынамын итеп тапшырыуҙар алып барған музыкант Вилдан Йомағужинға иҫәпләп асҡайныҡ беҙ ул программаны (икеһе лә иртә мәрхүм булды). Тик кемдер йырҙарҙың авторҙарын мил­ләттәргә бүлә башлар, тип башҡа ла килмәгәйне!
“Башҡорт йыры” тигәндә, мин республикабыҙҙа тыуған яңы йырҙарҙы күҙ уңында тотҡайным. Башта татар милли ойошмаһы мине судҡа бирҙе. “Татар авторҙарының интеллектуаль мөлкәтен башҡорттарға яҙам” булып сыҡты. Шунан программаға “Йыл йыры” исеме бирҙем. Тик йомғаҡлау турына еткәйнек, оло баш ҡалабыҙ дәғүә менән сыҡты: уларҙың исемен урлағанмын... Мәскәү еңде, сөнки “Песня года” ысынлап та уларҙың күптән барған тапшырыуының атамаһы. Ә беҙ шул уҡ Рәсәй каналында эфирға сыға инек. Асыуым килеп, был проектты ябып ҡуйҙым. Луиза Фархшатова теле­видениеға кил­гәс, 2000 йылда әлеге программаны “Гәлсәр һандуғас” исеме менән яңынан асып ебәрҙе. Ә инде каналдар бүленгәс, ул алып барыусыһы Земфира Байбулдина менән Рәсәй каналына күсте. Үҙебеҙҙең милли юлдаш каналы (БЮТ) асылғас, ҡыйыу коллегабыҙ Рита Өмөтбаева беренсе ата­маһын кире ҡайтарып, “Башҡорт йыры”н яңынан тергеҙҙе. Афарин!
Әлбиттә, тапшырыуҙарҙың һәр ҡай­һыһы балаларым кеүек ҡәҙерле. Уларҙы йәш коллегаларым үҫтерә, яңынан-яңы ҡаҙа­ныштарға өлгәшә. Миңә ҡыуа­нырға ғына ҡала. Әйткәндәй, эфирҙан төшөп ҡалған телевизион тапшырыуҙар, радиоәҫәрҙәр ҙә бик һағындыра. Шуныһы ҡыуаныслы, Башҡортостан теле­видениеһы фондында минең 500-ҙән ашыу телевизион материалым һаҡлана һәм улар йыш ҡына коллегаларым тарафынан файҙаланыла.

– Һеҙҙең бөгөнгө төп шөғөлөгөҙ уҡытыу, шулаймы?

– Булһа икән! (көлә. – авт.) Мәктәп-студия етәксеһе булараҡ, мине, педагог-тренер бурыстарынан тыш, йыш ҡына эксперт сифатында эшкә йәлеп итәләр. Был эш үҙебеҙҙең Дәүләт телерадио­компанияһы менән генә сикләнмәй. Ҡала-район телерадиокомпаниялары араһында һөнәри бәйге ойоштороу­сыларҙың исемле­гендәмен. Шулай уҡ Башҡортостан, төбәк масштабтарындағы конкурстарҙа жюри ағзаһымын. Өҫтәүенә, һуңғы биш йылда “Ашҡаҙар” радиоһында һәр дүшәмбелә “Театр донъяһы” тигән тапшырыуҙы алып барам. Быйыл, Театр йылында, был эш бигерәк тә яуаплы, тарихты һәм театр сәнғәте тирәһендәге барлыҡ проблеманы сисәбеҙ. Телевидениенан да айырылғаным юҡ.

– Эфирҙа-экранда йәшәгән, архивҡа күскән тапшырыуҙарҙан тыш, һеҙ башҡа эштәрегеҙ менән дә телевидение тарихында сағыу эҙ ҡалдыраһығыҙ...

– Минең иң әһәмиәтле ҡаҙа­ныштарымдың береһе, моғайын, Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһының тарихын өйрәнеү һәм яңы быуынға еткереүҙер. 2016 йылда, Бөтә донъя телевидение көнөндә, республикабыҙҙың милли музейында беҙ махсус экспозиция астыҡ. Ул бөгөн беҙҙең Дәүләт телерадиокомпанияһында урынлашҡан.
Башҡортостан телевидение­һына нигеҙ һалыусылар менән ул эште мин 1991 йылда башлағайным. Уға тиклем был хеҙмәт төрлө форматта тупланған архивты системаға һалыуҙан башлан­ғайны. Телевидениела беренсе көндән эшләгән Наил Тибеев үҙенсә йылъяҙма алып барған булған. Уның материалдары нигеҙендә беҙҙең ветеран Альда Вәлиева “Телевидение – жизнь моя” тигән китап та сығарҙы. Уны беҙҙең милли теле­видениеның беренсе утыҙйыллығына күҙәтеү тип ҡабул итергә кәрәк. Һуңғы утыҙ йыллыҡ тарихын мәңгеләштереү – беҙҙең намыҫта. Материал етерлек йыйылды. Тупланған мәғ­лүмәтте һәм экспонаттарҙы системаға һалыуҙа Мәктәп-студия эшмәкәрлеген алып барышҡан коллегам Юнир Аҙнабаевтың өлөшө ҙур.

– Ә шулай ҙа, һеҙҙең иң ҙур ҡаҙанышығыҙ, миңә ҡалһа, һеҙ тәрбиәләгән белгестәр.

– Хоҙайымдан, Яҙмы­шымдан миңә тейгән иң бөйөк ҡаҙаныш, иң ҙур байлыҡ һәм иң затлы бүләк – улым Салауат менән ҡыҙым Әлиә. Улар тормош иптәштәре менән икешәр ейәнсәр бүләк итте. Дүрт ҡыҙсыҡта ла үҙеңдең дауамыңды күҙаллау – бәхет төшөнсәһенең иң юғары нөктәһелер, тим, ҡатын-ҡыҙ өсөн. Уҡыусыларыма килгәндә, БДУ-ла уҡытҡын студенттарымды бөгөн телевидение-радионың төрлө редакцияларында, республикабыҙҙың һәр баҫмаһында осратам. Улар төрлө дәүләт структураһында ла һынатмай хеҙмәт итә. Мин әҙерләгән иң ҙур армия – 15 йыл буйы Телерадио сәнғәте мәктәп-студияһында белем алған коллегаларым. Ҡала-район телерадиокомпаниялары өсөн белгестәрҙе тик беҙ генә әҙерләйбеҙ.

– Мәктәп-студияны асыу идеяһы ҡасан барлыҡҡа килде?
– Белеүегеҙсә, яңы быуатҡа, яңы меңъйыллыҡҡа аяҡ баҫҡан көндәрҙә милли телевидение булдырыу тураһында ил Президентының тарихи Указы сыҡты. Был мөһим эште башлар өсөн техника һәм кадрҙар кәрәк. 2005 йылда, юлдаш телевидениеһының тәүлек әйләнәһенә эшләү форсаты тыуғас, белгестәр бөтөнләй етмәй башланы. Тап шул саҡта беҙҙең республика һәм телерадиокомпания етәкселеге ҡарар ҡабул итте: үҙебеҙҙә уҡытырға! Эште юлға һалыуҙы “Радиотележурналист” дипломлы кешегә йөкмәтеүҙәре һорау тыуҙырмайҙыр.

– Эште ҡасан, нисек башлап ебәрҙегеҙ?
– Телерадиокомпанияға яңы эш йүнәлеше башлау өсөн рөхсәт кәрәк. Белем биреү эшмәкәрлегенә дәүләт лицензияһы алдыҡ. Уның өсөн миңә телерадио индустрияһында иң мөһим булған профессиялар буйынса ике тиҫтәнән ашыу уҡыу программаһы төҙөргә тура килде. Уларҙы яҡлай алдыҡ. Һәр өс йыл һайын лицензия алыу процедураһы ҡабатланып торҙо. Хәҙер 43 программаға лицензия бар. Бөгөн иһә, телера­диокомпаниябыҙҙың белем биреү эшмәкәрлегенә дәүләт лицензияһы сикһеҙ. Өҫтәүенә, 2018 йылда беҙ Рәсәй Профессиональ стандарттары буйынса уҡытыу хоҡуғына эйә булдыҡ.

– Телерадио сәнғәте мәктәп-студияһында телевидениела эшләргә теләгән һәр кем уҡый аламы?

– Телерадиокомпаниялар штатында 70-ләп һөнәр эйәһе эшләй. Бер ҡатмарлы тапшырыу әҙерләүҙә уларҙың 50-гә яҡыны туранан-тура ҡатнаша. Ҡалғандары ижад шарттары тыуҙырыу менән шөғөлләнә. Тамашасылар күргәне – дикторҙар һәм үҙ программалары менән эфирға сыҡҡандары – 10 проценттан да артмай. Ҡалғандары экран артында ижад итә. Улар ҙа махсус белемле булырға, заманға ярашлы, бер туҡтауһыҙ квалификацияһын арттырып торорға тейеш.

– Шулай уҡ журналистика факультетын тамамлап, эшкә урынлашҡандар ҙа ул мәктәпте үтергә тейеш булып сығамы?

– Журналистика факультетын йәки сәнғәт институтын тамамлаһа, ул телевидениела йәки радиола эш башларға 100 процентҡа әҙер тигән уйҙырма йәшәй йәштәрҙә. Эйе, дөйөм журналистика нигеҙҙәрен өйрәнгән кешегә телевидениела эшләй башлауы еңелерәк. Актерлыҡ профессияһына уҡығандар экранда үҙҙәрен ҡыйыуыраҡ тота. Әммә телевидение – ул бик нескә, ҡатмарлы сәнғәт. Телевидение – ул барлыҡ классик сәнғәт төрөнөң синтезы. Бында теләк кенә етмәй! Уйлап ҡарағанығыҙ барҙыр: ни өсөн окулист теш ямамай йә балалар табыу йортонда эш итмәй? Ул да бит мединститут бөткән!

– Улар икенсе төрлө программа менән уҡый бит.
– Әлбиттә. Бөгөнгө көндә Мәктәп-студияла телевидение өсөн хәбәрселәр әҙерләй торған бер йыллыҡ махсус курс бара. Был төркөмдә телевидениела күптән эшләгән, икешәр юғары белемле коллегаларыбыҙ ҙа уҡый. Йыл аҙағында улар диплом ала. 36, 72 сәғәтлек квалификация арттырыу курстарында оҫта, танылған белгестәребеҙ белемен камиллаштыра. Март аҙағында режиссерҙар уҡыу башлай. 2019 йылда Рәсәй тулыһынса Профстандарттарға күсә.
Ғөмүмән, телевидение – иң юғары тиҙлек менән үҙгәреүсе индустрия. Телевидение үҙе һымаҡ тиҙ үҙгәреүсән, туҡтауһыҙ үҫә торған әүҙем белгестәрҙе ярата.

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы. Һеҙгә һәм телевидениела эшләүсе коллегаларыбыҙҙың барыһына ла сәләмәтлек, ижади уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ!




Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: Ғаилә архивынан






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»