RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » "Йондоҙло табын" - Әҙилә КИЛОВА

14.03.2019 "Йондоҙло табын" - Әҙилә КИЛОВА

“Йәшлек” гәзитен уҡыусыларҙы йәш йырсы, “Йәшлек-шоу” фестивале лауреаты, Силәбе һылыуы Әҙилә КИЛОВА үҙенең яратҡан ризыҡтарын бешерергә өйрәтә.



“Рафаэлло” ҡабымлығы

4 ҡап иретелгән (плавленый) сырҙы эре ҡырғыс аша үткәрергә. 2 – 3 бүлкәт һарымһаҡты иҙергә. 3 йомортҡаны бешереп, сәнске менән ваҡларға. 4 ҡалаҡ майонез менән барыһын бергә ҡушып бутарға ла, сәтләүек ҙурлыҡ тумалаҡтар эшләргә. Уларҙың яртыһын ваҡ ҡырғыс аша үткәрелгән краб таяҡсаларына һалып әүәләргә. Икенсе яртыһын әүәләр өсөн 2 кишерҙе бешереп, ҡырғыс аша үткәрергә кәрәк.
Табынға ике төрлө “Рафаэлло”ны мозаика кеүек урынлаштырып бирергә була.

“Һә тигәнсе” конверты

Магазинда һатылған әҙер ләүәштәрҙән хәҙер ниндәй генә ризыҡ әҙерләмәйҙәр. Мин уларҙы бутерброд эшләү өсөн дә ҡуллана башланым.
Ләүәште дүрт өлөшкә бүләм дә, һәр береһенә ветчина һәм ҡаты сыр телемдәре һалып сығам. Уларҙы конверт кеүек төргәс, үҫемлек майында ике яҡлап ҡыҙҙырып алам. Иртәнге табынға туҡлыҡлы ризыҡ. Көтмәгәндә ҡунаҡтар килһә лә, тиҙ арала әҙерләнә.

Пицца

2 йомортҡаға 4-әр ҡалаҡ ҡала ҡаймағы һәм майонез, яртышар балғалаҡ тоҙ һәм сода, 9 ҡалаҡ он һалып, ҡаймаҡ ҡуйылығындағы ҡамыр туҡырға. Уны майланған табаға ҡойоп, өҫтөнә эслек һибергә. Пиццаны ҡапҡас менән ҡаплап, газ йә электр плитаһында 20 минут бешерергә.
Эслек өсөн 200 г колбаса йәки бешкән итте, 2 помидорҙы, ярты татлы боросто, бер һуғанды турарға. Иң өҫкә 100 г ҡаты сырҙы ҡырғыс аша үткәреп һибергә.

“Көнбағыш” турамаһы

Мин был тураманы алма менән эшләйем. Ул үҙенсәлекле тәм бирә. Ә ризыҡтың биҙәлеше табынды йәмләй.
Тәрилкәгә ризыҡтарҙы ҡатлап һалырға кәрәк, һәр береһенә майонез һыларға.
1-се ҡат – 300 г бешкән аҡ тауыҡ ите.
2-се ҡат – ваҡлап турап, аш һеркәһендә бер аҙ тотолған 1 баш һуған.
3-сө ҡат – 300 г консерваланған шампиньон бәшмәге.
4-се ҡат – ҡырғыс аша үткәрелгән 4 йомортҡа.
5-се ҡат – ҡырғыс аша үткәрелгән 2 йәшел алма.
6-сы ҡат – ҡырғыс аша үткәрелгән 200 г ҡаты сыр.
Салаттың өҫтөн уртаға ярылған ҡара зәйтүн емеше (маслина) менән биҙәргә. Тәрилкә ситенә чипсыларҙы сәскә таждары рәүешендә теҙеп сығырға кәрәк.




Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: Т. Аманов






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»