17.03.2023 Ағасығыҙ туңмағанмы?
Ҡар ҡатламы йоҡа булһа, ағастар сатнама һыуыҡтарҙа туңа. Баҡса уңышының киләсәген нисек белергә?
Һалҡын көндәр үткәс, емеш ағасының 10 – 15 см оҙонлоҡтағы йәш ботағын ҡырҡып алып, һыулы банкаға ҡуйып, 2 – 3 көн йылыла тотоғоҙ. Шунан һыуҙан алып, үткер бысаҡ менән урталай киҫеп, иғтибар менән ҡарағыҙ. Ул ҡараймаһа – ағас зыян күрмәгән, көрән төҫкә инһә, туңған була. Яҙ ашлама биреп тәрбиәләгәндә, ул төҙәләсәк. Ботаҡтың уртаһы ҡарайһа, ағас ныҡ туңған. Ул ҡорой.
Емеш ағасына һалҡын тейеүен икенсе юл менән дә белергә була. Алмағастан бер йыллыҡ үҫенте ҡырҡып алына һәм йылы өйҙә тотола. Һыу һарғылт төҫкә инһә, ағас зыян күрмәгән. Һыу таҙа булһа, ағас туңған тигән һүҙ.