RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тәҙрә төбөм гөл генә

07.03.2019 Тәҙрә төбөм гөл генә

Глоксиния
Глоксиния – әр­һеҙ үҫеүсе бүл­мә гөлө. Эре, ҡуйы сәскәләре менән тәҙрә төбөн биҙәп ултыра. Ел һуғып торған урындан ҡурҡа, яп­раҡтарына һыу тейеүҙән дә һаҡлағыҙ. Йыш ҡына тупрағын дым­ландырырлыҡ итеп кенә һыу һибегеҙ. Сәскә атып бөткәс, йәй аҙағына өҫкө япраҡтарын ҡоя, йәш үҫенте генә ҡыш үҫеп ултыра. Япраҡтарын ҡойғас, һабағын ҡырҡып, ҡараңғы урынға ял итергә ултыртырға кәрәк. Яҙғыһын уянып, япраҡ ебәрә башлай. Йыл һайын оҙайлы йоҡонан һуң яңы тупраҡҡа ултыртырға, 10 – 15 көн һайын «Ростмомент», «Великан», «Терра Вита», «Унифлор» препараттары менән туҡландырыу шарт.
Глоксиния бүлбенән, япраҡ­тарынан, сәскәләре һабаҡтарынан үрсей. Япраҡтарынан үрсеткәндә, бер япраҡты бер нисә өлөшкә ҡырҡҡыларға ла, ябылмалы контейнерға тупраҡ һалып, шунда ултыртырға. Йылы урынға ултыртып, ваҡыты-ваҡыты менән һауытты елләтеп тороғоҙ.

Фикус
Фикус – йылы яҡта үҫеүсе гөл. Ул урмандағы ҡом ҡушылған тупраҡты ярата. Йылы яҡта ҙур ағас кеүек үҫә. Күп хужабикә, уны үҫтерә ал­майбыҙ, тип зарлана. Был гөл урынын алмаштырғанды, ел һуғып торған ерҙе, һалҡын һыу һипкәнде яратмай. Уның өсөн ҡыш иң яҡшы температура – 17 – 20 градус йылылыҡ. Ҡояш нурҙарынан һаҡлағыҙ. Туҡлыҡлы матдәләр артыҡ күп булһа ла, япраҡтарын ҡоя. Үҫмәгәндә «Эпином» препаратын ҡулланығыҙ. Гөлдөң япраҡтарын туҙандан таҙартып тороғоҙ.

Яран гөл (герань)
Яран гөлөгөҙ ҡыш буйына буйға үҫеп киткәндер инде. Март башында уны, 2 – 5 бөрө ҡалдырып, ҡырҡығыҙ ҙа, ботаҡтарын һыуға ултыртып, тамырландырығыҙ. Гөл бәләкәй һауыттан ҙур көршәккә күсергәнде яратмай. Быны ике йылға бер эшләйҙәр. Тупраҡтың өҫкө ҡатламын алып ҡына яңы тупраҡ өҫтәгеҙ. Ҡырҡҡас, яран гөл яңы ботаҡтар ебәрә. Күп сәскә атһын тиһәгеҙ, йод, янтарь кислотаһы иретмәһе, һуған, банан, йомортҡа төнәтмәләре менән туҡландырығыҙ. Шәкәрле һыуҙы ла ярата.




Автор: З. Йәһүҙина
Фото: Автор фотоһы






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»