RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (4-10 март)

04.03.2019 Йондоҙнамә (4-10 март)


[b]Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Аҙна тыныс һәм файҙалы үтер. Шаршамбыла теләгәнегеҙгә еңел генә ирешә алыр­һығыҙ һымаҡ. Йомала бер аҙ борсолорға ла тура килер, бәлки. Ләкин барыһы ла яҡшы тамамланыр.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Осор барышында ҡулығыҙға һис тә уйламағанда аҡсалата килем инеүе бик ихтимал. Уны бүләк тип тә аңларға мөмкиндер. Шәхси тормошоғоҙҙа ниндәйҙер ике­ләнеүҙәр ҙә кисерерһегеҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Һәйбәт көндәр. Уңыштарығыҙ мотлаҡ булыр. Бигерәк тә шаршамбының йом­ғаҡтары ҡыуандырыр. Ижади кешеләр дәрт-дарманы артҡанын асыҡ тойор. Йомала ишеткән хәбәр күңелегеҙҙе тағы ла күтәрер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Ҡатмарлы аҙна. Сетерекле мәсьәләләргә осрарһығыҙ кеүек. Тәжрибәле кешеләрҙең кәңәштәренә таянырға тура килер, моғайын. Йомала уйламаған сығымдар булыр. Ләкин киткән аҡсағыҙ бик тиҙ әйләнеп ҡайтыр.

Буға (21.04 – 21.05)
Мәл аралашыу өсөн уңайлы. Ҡаршы енес халҡында һеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу мотлаҡ артыр. Бәғзеләр үҙенең бәхетен табыр. Хатта күптән өйләнешкән кешеләрҙе лә шәхси тормошонда ниндәйҙер яңылыҡ көтә.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Кәйефегеҙ һәр саҡ күтәренке буласаҡ. Ҡайһы бер элекке уй-маҡсаттарығыҙҙы тормошҡа ашыра башларға мөмкинлектәр тыуыр. Тормошоғоҙҙо яңыса ойоштороуҙан ҡурҡмағыҙ. Бөтә үҙгәреш тә һеҙҙең файҙаға ғына.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна уртаса килер. Шишәмбенән һуң бер-бер артлы ҡыйынлыҡтар килеп сығыуы ихтимал. Быға артыҡ көймәгеҙ. Иң мөһиме – һеҙҙе аңлаған һәм ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер кешеләр бар. Был арала икенсе эшкә күсеү отошло буласаҡ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ҡәҙимге осор. Кеше кәңәштәренә ҡарата иғтибарлыраҡ булырға тырышығыҙ. Уларҙы тыңламай хата ебәреүегеҙ ҙә мөмкин. Етәкселәр һәм башҡаларға фекерҙәрегеҙҙе артыҡ белдермәгеҙ. Уны боҙоп таратып ебәреүселәр эргәгеҙҙә йөрөй.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Был көндәрҙе файҙалы үткәрерһегеҙ. Күптәр элек бөтөнләй таныш булмаған эшкә тотонор һәм нимәгәлер өйрәнер. Ғөмүмән, бөтә тейешле эшегеҙҙе дөрөҫ һәм ваҡытында башҡара алырһығыҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Был арала аҡса менән бәйле мәсьәләләр мөһим урын алып торор. Элек башҡарған эшегеҙ өсөн ниндәйҙер сауап алыуығыҙ ҙа ихтимал. Уның мотлаҡ аҡса рәүешендә булмауы ла бар. Кесе йомала ниндәйҙер бәхетле мәл кисерерһегеҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Элек башлаған эштәрегеҙҙе тамамларға тырышығыҙ. Сөнки артабан уйламаған ҡыйынлыҡтар килеп сығыр. Бурысығыҙҙы ла ҡайтарһағыҙ, яҡшы булыр ине. Тап был арала ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләне сисеү юлын табырһығыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Тормошоғоҙҙо бер аҙ ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өсөн шишәмбе, шаршамбыла уңайлы мәлдәр осрар. Осорҙо күтәренке кәйеф менән үткәрерһегеҙ. Башығыҙҙа яңы уй-фекерҙәр ҙә тыуып торор. Кесе йомала ҡулығыҙға аҡса инер.




Автор: Өмөтбай
Фото: Т. Аманов






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»