RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Зариф ХИЛАЖЕВ: «Кешеләрҙең яҡшылығынан тамаҡҡа төйөр тығылды»

04.03.2019 Зариф ХИЛАЖЕВ: «Кешеләрҙең яҡшылығынан тамаҡҡа төйөр тығылды»

Ун өсөнсө ғинуарҙа Учалы ауылындағы атыштан һуң ҡаты яраланып, оҙаҡ ваҡыт Республика клиник дауаханаһында дауаланған Зариф Хилажев ошо көндәрҙә Учалыға – уны зарығып көткән ата-әсәһе, балалары, яҡындары янына ҡайтты.

– Зариф, мин һиңә кискә шылтыратам, тинем дә, әле ҡараһам, миндә һинең телефон номерың юҡ!
– Нисек инде юҡ? Бының булыуы мөмкин түгел! Бар ине лә инде, булырға тейеш! – видео­бәйләнештән Зарифтың йыл­майған яҡты йөҙөн күреп, ошоғаса һис тә ебәрмәгән эске көсөргәнеш, ниһайәт, юҡҡа сыҡты. Биш аҙна дауамында Зариф өсөн өҙгө­ләнеүҙе, уның нығынып аяҡҡа баҫыуын теләп ялбарыуҙарҙы һис ҡасан оноторлоҡ түгел. Ярай мин, ти: Хилажевтарға бөтөнләй ете ят кешеләр ҙә Учалы егетенең аяныслы хәленә битараф ҡалмай, Зариф өсөн бөтөрөндө, уны үҙ яҡынындай күреп, төн йоҡоларын йоҡламай доғалар ҡылды, күҙ йәшен түгеп, йәш егеткә ғүмер һораны. Шөкөр, аяҡҡа баҫты Зарифыбыҙ!
– Йоҡламайһығыҙмы? – сәғәткә күҙ һалырға баш етә – ун беренсе үк булып киткән!

– Юҡ, әле генә система алып ҡайтып, өйгә инеп торам. Дуҫтар дауаханаға йөрөтөп килтерҙе. Үпкә ауыртыңҡырай. Әлегә больничныйҙа мин. Уң ҡулға Илизаров аппараты ҡуйылған, һулаҡай ҡул тотошлай йәнселеп бөткән бит. Бынан тыш, үпкә, эске органдар ҙа йәрәхәтләнгән. Дүрт тапҡыр терәп атҡас ни... Табиптар, регенерация процесы бер йылға тиклем һуҙылыуы бар, тине. Иң мөһиме, әле ата-әсәйемдең өйөндә, балаларым янындамын. Кәләшем­дең ҡырҡын уҡыттыҡ. Теге йортобоҙға аяҡ та баҫҡы, күргәндәрҙе иҫләге лә килмәй... Ниндәйҙер биш минут эсендә тотош донъя­быҙ ҡыйралды, тор­мошобоҙ пыран-заран килде. Беҙҙе ата-әсәйебеҙ, кешегә яр­ҙамсыл булығыҙ, тип тәрбиәләп үҫтерҙе, шуға ла таңғы сәғәт алтынсы яртыла ише­гебеҙҙе “Ярҙам ите­геҙ!” – тип дөбөр­ҙәткәндәрендә ишет­мәмешкә һалышып, йоҡлап ята алманыҡ. Ниндәйҙер ҡурҡыныс хәл булғанын аңлап, һикереп тороп, ишекте астыҡ. Күрше ҡатын йүгереп килеп инде, бармаҡтары ҡан ине. Уға тәүге ярҙамды күрһәтергә телә­гәйнек, әммә өлгөрмәй ҡалдыҡ, ире: “Ҡайҙа минең ҡатыным?!” – тип ҡысҡырып, ата ла башланы. Ҡалғанын яман төш кеүек кенә хәтер­ләйем. Ҡанға батып ятҡа­нымда ете йәшлек Наҙгөл ҡыҙыбыҙ ҡурҡып тормай, яраларымды бәйләргә кереште. Гөлсиә менән хәүеф-хәтәр булғанын шунда уҡ аңланым, сөнки кәләшем иҫән булһа, шул уҡ минутта яныма йүгереп килер ине. Наҙгөлдән, әсәйең ҡайҙа, тип һора­ғайным, әсәй йоҡлай, тип кенә яуапланы. Һуңынан миңә Гөлсиәнең юҡлығын әйтмәҫкә һөйләшкән бул­ғандар. Ә мин комала ятҡанда кәләшемдең эр­гәлә генә йөрөгәнен тойҙом... Унда, йәшәү менән үлем араһында көрәшкәндә, ниҙәр кисер­гәнде нисек ҡурҡмай һөйләйһең?.. Бик күп көс кәрәк унан сығырға. Тын алыуҙан туҡтап, бушлыҡҡа табан осҡанда, үҙ-үҙемә, Зариф, уян, тип бойора инем...

Мине ҡот­ҡа­рыу­ҙары өсөн үҙе­беҙҙең Учалы һәм Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханалары табиптарына оло рәхмәтемде белдерәм. Шулай уҡ ата-әсәйемә, апайыма, туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға, минең өсөн янып-көйгән барыһына ла ҙур рәхмәт. Бәлә килгәнгә тиклем күпме кешенең беҙҙе белеүен, беҙҙе яҡын күреүен күҙ алдына ла килтер­мәгәйнем. Иҫемә килгәндән һуң бер ни тиклем ваҡыт уҙғас, телефонды ҡабыҙғайным, тиҫ­тәләрсә, йөҙҙәрсә хәбәрҙәр килә башланы. Ҡайҙарҙан ғына яҙмағайнылар: Мәскәү, Питер, Екатеринбург, Өфө, Силәбе, Учалы, Себер тарафтарынан... Барыһы ла минең йүнәлеп сығыуымды телә­гәйне, башҡа изге теләктәр яҙғайны. Кешеләрҙең яҡ­шылығынан тамаҡҡа төйөр тығылды...




Ниңә матур йәшәргә ынтылған, донъяны гүзәллеккә сорнарға тырышҡан, изге күңелле кешеләр уйламағанда китә лә бара икән? Уларға тирә-яҡты йәмләп йәшәргә лә йәшәргә ине бит. Йөрәкте яралап, иртә китеүҙәре бигерәк үкенесле.

Үҙ халәтендә кеүек күренһә лә, күҙҙәре һағышлы ҡалған Зарифҡа яуапларға һүҙ таба алманым. Ә шул арала кескәй Йәнгир атаһы янына килеп, миңә ҙур күҙҙәрен төбәп, һаулыҡ һорашты ла, ғәзиз кешеһенә һыйынды.
– Ошо балалар хаҡына артабан йәшәргә кәрәк, – ти Зариф. – Ә кәләшемдең юҡлығына һаман ышанырлыҡ түгел...




Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: Т. Аманов






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»