27.02.2019 Ризыҡ ҡәҙерен кем белә?
йәки Блокада кисергән Питерҙа урынлашҡан компанияның йәшелсә-емеште тонналап сүплеккә ырғытыуы аптырата
Осраҡлы рәүештә генә тап булдым был хәлгә. Иртәнге сәғәт етенсе яртынан тороп, һауа һулап йөрөргә ғәҙәтләндем. Бер юлы ҡайтышлай магазиндарға инеп, аҙыҡ-түлек алып, көндәлек мәшәҡәттәрҙе бөтөрөп, иркенләп эшләп ултырырға ла яйлы.
Һүҙ айҡан шуны ла әйтеп үтәйем әле: совет заманындағы һымаҡ, баш ҡала урамдарында ҡар таҙартҡыс машиналар йөрөй, кешеләр эшкә киткәнсе көрт һалған юлдарҙы таҙарта, тайғаҡ урындарға ҡом һибеп китә. Күренеп тора: республика Башлығының талаптары үтәлә, Өфө етәксеһенең дә эше күренә. Афарин!
Хәҙер төп һүҙгә күсәйек. Шулай итеп, мин Баҡалы урамындағы «Лента» магазинына барып индем. Бер-ике кешенән башҡа һатып алыусы күренмәй. Бер егет йәшелсә-емеш витриналарынан алма, татлы борос, мандариндарҙы һайлап алып, тоҡсайға һала ла эргәһендәге этмәле арбаһына өйә. Махсус формаһы магазин хеҙмәткәре икәнен күрһәтә. Эре ҙур алмаларҙы, ҡыҙыл боростарҙы алғанын күрҙем дә:
– Нимә эшләтәһегеҙ уларҙы? – тип һораным.
– Ташлайбыҙ, – ти был.
– Ниңә?
– Боҙолғандар бит.
– Ҡайһы ере? Бик матурҙар ҙа баһа.
– Ә һеҙ алыр инегеҙме шуларҙы?
– Ниңә алмай ти. Мәҫәлән, бөгөн алма бәлеше бешерергә ниәтләнгәйнем. Әгәр һеҙ ошо емештәрҙе ташларға уйлайһығыҙ икән, бирегеҙ миңә, бәлешкә бына тигән эслек.
– Юҡ, ярамай.
– Ә ҡайҙа ташлайһығыҙ һуң уларҙы?
– Сүплеккә...
– Ә!..
– Мин бөтә һорауға ла яуап бирә алмайым, хәҙер администраторҙы саҡырам.
Йәш кенә егеткә лә әлеге һорауҙарымды бирәм.
– Ҡарап тороуға бер ниндәй дефекттары күренмәй ҙә баһа был емеш-йәшелсәнең. Сүплеккә алып барып ташлағансы ярты хаҡҡа кәметеп һатырға мөмкин дә баһа. Социаль бүлек асһағыҙ, унда аҙ тәьмин ителгән ғаилә ағзалары, күп балалы ғаиләләр, пенсионерҙар ҡыуанып алыр бит уларҙы.
– Бер ни ҙә эшләй алмайбыҙ. Компанияның сәйәсәте шундай. Көн дә әҙерләп ҡуйған тауарҙы иҫәптән төшөрөп ҡуябыҙ ҙа КамАЗ килеп алып китә...
Йөҙ һумға яҡын ҙур, матур алмалар тоҡсай эсендә рәнйеп ята кеүек тойолдо миңә... Кем белә, бәлки улар сүплеккә үк барып та етмәйҙер, урам һатыусыларының ҡулына эләгеүе лә ихтимал, шунан йәнә һатыусыларға тәҡдим ителәлер. Бик мөмкин...
Ләкин журналистарға хас ҡыҙыҡһыныуым эште былай ғына ҡалдырырға теләмәне. «Лента»ның Санкт-Петербургтағы компанияһына шылтыраттым. Оҙаҡ ҡына яуап көткәндән һуң, телефонды бер оператор алды. Барыһын да һөйләп биргәндән һуң, магазинда социаль бүлек асыу хаҡында тәҡдимемде әйттем.
– Үкенескә күрә, ысынлап та, компанияның сәйәсәте шундай, сифаты түбәнәйгән аҙыҡ-түлек утилләштерелә, – тип яуап бирҙе оператор.
– Һуң бит улар бөтөнләй боҙолмаған. Кемгә-кемгә, һуғыш ваҡытында блокада кисергән, аҙыҡ-түлектең ҡәҙерен, баһаһын белгән Питер халҡының ризыҡҡа ҡарата бындай мөнәсәбәте беҙҙе аптыратып ҡына ҡалмай, ә шаҡ ҡатыра...
Шулай тип әйтеүемә сымдың теге яғындағы ҡыҙ бер аҙға һүҙһеҙ ҡалды ла:
– Бөтәһе лә утилләштерелмәйҙер инде, бәлки, киренән эшкәртеү урындарына ебәреләлер, – тип яуаплаған булды, тағы ла етәкселектең үҙенә мөрәжәғәт итергә тәҡдим яһаны.
Ләкин башҡаса шылтыратып торманым. Минең генә әйтеүем ил буйлап таралған ҙур компанияның сәйәсәтен үҙгәртә торғаны бармы?!
Бәлки, был ваҡиға ошоноң менән тамамланыр ҙа ине. Әммә шул көндә күҙемә бер гәзит салынды. «Уфимская неделя»ның һуңғы һандарының береһендә тәүге биттә баҫылған ҡот осҡос хәбәр шаңҡытты. Ауырғазы районынан бер өләсәй һорамайынса алма алғаны өсөн 13 йәшлек ейәнсәрен туҡмап, өйҙән ҡыуып сығара. Декабрҙең ҡышҡы һыуыҡ көнөндә аяғында ла, өҫтөндә лә йылы кейеме булмаған ҡыҙ бала биш саҡрым алыҫлыҡтағы күрше ауылда йәшәгән туғанына барырға мәжбүр була. Бер алма өсөн!.. Ә «Лента» хеҙмәткәрҙәре уларҙы КамАЗ менән түгә!.. Ҡот осҡос бит был! Шундай бай компаниялар емештәрен мохтаждарға хәйер итеп таратһа ла ярлыланып китмәҫ ине. Ташларға тип йыйған йәшелсә-емеш ысынлап та боҙолған, серегән булһа, был хаҡта һүҙ ҙә ҡуҙғатып тормаҫ инем. Һәр хәлдә мин күргәндәре бына тигән, витринала алғандарынан бер нимәһе менән дә айырылмай ине.
Ә бит Рәсәйҙә социаль магазиндар хаҡында яҙылған хәбәрҙәрҙе уҡырға тура килгәне бар. Уларҙа бөтә аҙыҡ-түлек арзан хаҡҡа тәҡдим ителә. Бәлки пенсионерҙарға, аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләргә бында махсус танытмаларын күрһәтеү талап ителәлер – уныһы тәртип өсөн кәрәктер ҙә, ни тиһәң дә, адреслы ярҙам мотлаҡ мохтаждарға барып етергә тейеш.
Хәҙер аныҡ ҡына иҫләмәйем, хәтерем яңылышмаһа, Чечняла бер икмәк бешереүсе кесе йома һайын ауылдаштарына бушлай икмәк тарата икән. Ошоға оҡшаш хәбәрҙе үҙебеҙҙең Башҡортостанда ла күреп ҡалғайным. Эшҡыуарҙар үҙҙәренә сауап ала. Ә ҙур бай компаниялар тонналап ризыҡты ташлай. Санкт-Петербургтағы теге оператор ҡыҙҙың, яңынан эшкәртелеү өсөн ебәреләлер тигәне лә бик шикле. Сөнки Рәсәйҙең төрлө ҡалаһында күпләп асылған «Лента»ларҙа еләк-емеште кире Питерға алып ҡайтҡансы улар сереп юҡҡа сығасаҡ. Әгәр беҙҙең Бүздәктәге консерва комбинаты кеүек ойошмалар менән килешеү төҙөп, шунда оҙатһалар, алманан джем, повидло, боростан лечо кеүек ризыҡтар әҙерләргә булыр ине.
Ә былай... ризыҡ йәл, бик йәл. Бигерәк тә блокада кисергән төньяҡ баш ҡала компанияһының ҡылығы аптырата...