20.02.2019 Шоколадлы сыр
100 г шоколад, 9 процент майлылығындағы 200 г эремсек, 50 г аҡ май, 50 г джем йәки ҡайнатма, 3 ҡалаҡ ҡуйыртылған һөт.
Шоколадты тәүҙә иретеп алырға. Уны кекс бешерә торған силикон формаларға бумала менән һылап сығырға ла, һыуытҡысҡа ярты сәғәткә туңдырырға ҡуйырға. Эремсеккә ҡуйыртылған һөт, май һалып, барыһын бергә болғатырға. Шоколад буялған формаларҙы алып, әҙер массаны, һуңынан джем, тағы эремсек һалырға. Иң аҙаҡ өҫтөнә иретелгән шоколад ағыҙырға ла, туңдырғысҡа кире ҡуйырға. Ҡатҡас, ипләп кенә форманан айырып алырға.
Кәбеҫтә ҡоймағы
500 г кәбеҫтә, 200 г кефир, бер йомортҡа, бер баш һуған, бер ҡалаҡ крахмал, тоҙ, борос, 7 – 8 ҡалаҡ он.
Кәбеҫтәне һаламлап турарға ла, һыуы сыҡҡансы ыуырға. Һуғанды эре ҡырғыстан үткәрергә. Кәбеҫтә менән һуғанға ҡамыр ҡабартҡыс, кефир, он, крахмал, тоҙ, борос һалып болғатырға. Һуңынан майлы табала алтынһыу төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырырға. һыуынғас, бик тәмле була.