18.02.2019 Йондоҙнамә (18-24 февраль)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Әүҙем үткәргән көндәрҙән һуң ҡайһы ваҡыт ялҡаулыҡ еңә башлар. Уға бер-ике генә көнгә бирелергә мөмкин, артабан яңынан эшкә тотоноғоҙ. Ҡайһы бер онотолған уй-маҡсаттарығыҙға кире ҡайтыу ҙа ҡамасауламаҫ.
һыуғояр (21.01 – 19.02)
Үҙегеҙҙе һәр саҡ ышаныслы һәм тыныс тойорһоғоҙ. Аҙна һәйбәт кенә башланыр. Ләкин шишәмбелә хәлдәрҙең һеҙ уйлағанса бармауы ла ихтимал. Ҡайһы бер пландарығыҙҙы ҡапыл үҙгәртергә лә мәжбүр булырһығыҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна барышында ҡаршылыҡтар осрап торор. Шаршамбынан уларҙың күбәйеп китеүе лә мөмкин. Был ваҡытлыса ғына, шуға кәйефегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Бик тиҙҙән һеҙҙе оҙайлы һәм үтә уңышлы осор көтә.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Көндәр бер-береһенә оҡшаған булыр, ваҡиғалар тиҙ-тиҙ алмашынып торор. Был арала бәғзеләргә мөһим ҡағыҙҙар менән эш итергә тура килер. Шаршамбыла иғтибарлыраҡ булығыҙ, етди хата ебәреүегеҙ бар.
Буға (21.04 – 21.05)
Осор уртаса килер. Ҡайһы бер уңыштарға ла өлгәшерһегеҙ. Шишәмбелә ниндәйҙер эшегеҙ килеп сыҡмаҫ. Уны алдағы көндәргә күсерергә мәжбүр булырһығыҙ. Оҙаҡ күрмәгән кешенән хәбәр алырһығыҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Ҡәҙимге мәл. Һәр саҡтағыса, ысынды ялғандан айырыуы ҡыйын буласаҡ. Йәшерен дошмандарығыҙ ҙа һәр саҡ «арбағыҙға» таяҡ тығып торор. Ошо сәбәптәр арҡаһында бер мөһим эшегеҙҙе уйлағанса тамамлай алмаҫһығыҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Көндәр уртаса тип фараз итергә мөмкин. Кешеләргә артыҡ ышаныуығыҙ ҡайсаҡ зыян килтереүе лә ихтимал. Был йәһәттән шишәмбе хәүефле. Кесе йомала кире ваҡиғалар төҫмөрләнә, ләкин улар һеҙгә ҡағылмаҫ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙна һәйбәт килер. Йондоҙҙарҙың һәр ваҡыт ярҙам итеп торғанын асыҡ тойорһоғоҙ. Шаршамбыла ниндәйҙер ҙур эште уңышлы ғына тамамларһығыҙ. Бынан тәрән ҡәнәғәтлек кисерерһегеҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Әллә ни ҙур ваҡиғалар көтөлмәй кеүек. Көндәр тыныс килер. Матди хәлегеҙ яйлап ыңғай яҡҡа үҙгәрә башлар. Кесе йомала ниндәйҙер юғалтыу кисерерһегеҙ, бәлки. Был хәл кәйефегеҙҙе һис тә боҙмаҫ, моғайын.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Шишәмбелә кемдер һеҙҙе алдарға тырышыр. Уяу булһағыҙ, уның мәкерле маҡсаты барып сыҡмаҫ. Шаршамбынан һуң уйламаған мәсьәлә килеп сығыр. Уны хәл итеү әлегә мөмкин түгелдер.
Саян (24.10 – 22.11)
Бар көндәр ҙә тигеҙ һәм тыныс үтер. Шишәмбеләге тырышлығығыҙ тейешенсә баһаланыр, моғайын. Йомала икеле йәки шикле тәҡдимдәрҙән ары тороуығыҙ хәйерле. Аҙна йомғаҡтары менән ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Был арала бер нисә һәйбәт мәл кисерерһегеҙ. Элегерәк туҡтап торған эштәрегеҙҙе яңынан башлап ебәрерһегеҙ. Бөтә йүнәлештә лә һеҙҙе һиҙелерлек уңыштар көтә. Һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булырһығыҙ.