RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » 811 көн һәм төн...

15.02.2019 811 көн һәм төн...

1989 йылдың 15 февралендә совет ғәскәрҙәренең һуңғы колоннаһы Афған ере менән хушлашып, сик һыҙығы аша үҙ иле еренә үтте. Шул йылдан башлап был көн Яугир-интернацио­налистарҙы иҫкә алыу көнө булараҡ билдәләнә.
Бөгөнгө геройыбыҙ – Балтас районының Иштирәк ауылы ир-егете, Үрге Янаҡтай ауылы биләмәһе башлығы Рәшит Мусин.


1963 йылда тыуған егет, йәше еткәс, 1982 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Райондан 20 егет бер көндө хеҙмәткә юллана. Хәрби комиссариатта уларға йә Монголияла, йә Афғанстанда хеҙмәт итәсәктәре хаҡында әйтәләр. Рәшит Мәғрүф улына хеҙмәтте Афғанстан ерендә урынлашҡан 1356-сы дөйөм ғәскәри штурм батальонының тәьминиәт ротаһында пулеметсы сифатында үтәргә тура килә.
– Беҙ Афған еренә аяҡ баҫҡанда күҙ асҡыһыҙ ҡом бураны күтәрелгәйне. 811 көн һәм төнгә һуҙылған хеҙмәтте Ҡабулда, Йәләлабадта үттем. Шул ваҡытта күпте күрергә тура килде. Алты тапҡыр ер тетрәүҙең шаһиты булдым. Яҡташтарым менән күрешкәндә, тыуған ерем һулышын тойҙом. Күрше батальонда хеҙмәт иткән райондашым, капитан Дауис Әхмәтов менән бер нисә тапҡыр күрештек. Әммә бергә ҡайта алманыҡ, ул һәләк булды... – тип ауыр иҫтәлектәрен яңыртты геройым.

Рәшит Мусин хеҙмәт иткән 1982 – 1984 йылдарҙа «Жаркое лето Кабула» нәфис фильмы төшөрөлә. Сюжеттарҙағы эпи­зодтарҙы төшөргәндә район­дашы­быҙҙың хеҙмәттәш­тәре лә ҡатнаша.
Күп һанлы операцияларҙа ҡатнашкан рядовой Мусин хеҙмәт иткән хәрби часть Пакстан менән Афғанстан сиген һаҡлай. Һуғыш яланын миналарҙан арындыр­ғанда яралана яҡташыбыҙ.
– Иң ауыры – «дембель» ваҡы­ты еткәс, үҙең менән ҡайтыр юлға сығырға тейешле егеттәрҙең арабыҙҙа булмауы. Ҡот осҡос был... – Мәңгегә ун һигеҙ, ун туғыҙ йәштә ҡалған замандаштарын юҡһынған ир уҙаманы был һүҙҙәрҙе бөгөн дә тетрәнеп әйтә.

Ветеран СССР Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамо­таһы менән бүләкләнгән. Уның күкрәген «Афған һуғышы ветераны» ордены, Тыуған ил һәм Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн, Рәсәйҙең Афғанстан ветерандары Союзы тарафынан бирелгән «Яугир-интернационалисҡа – Рәхмәтле Афған халҡынан» һәм башҡа юбилей миҙалдары биҙәй.

Ошо көндәрҙә ул йәш быуынды хәрби-патриотик тәрбиәләүҙә һәм йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы Рәйесе Константин Толкачевтың Рәхмәт хатын ҡабул итте.
– Йәштән спорт менән дуҫ булдым. Еңел атлетика – әле лә яратҡан шөғөлөм. Әрме хеҙмәтенә саҡырылғансы саңғы спорты буйынса разрядтарым бар ине. Күрәһең, иммунитетым көслө булған, Афған еренә аяҡ баҫҡас, күп хеҙмәттәшем тиф, һары сирҙәре менән яфаланды. Ә мине был ауырыуҙар ситләп үтте. Шуға күрә йәштәрҙе лә сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға, күңелдәренә хуш килгән спорт төрҙәре менән шөғөл­ләнергә өндәйем, – ти яугир-интернационалист.



Ике йылдан ашыу Афған сүллегендә палаткаларҙа ҡунып, утлы ҡурғаш ямғыры аҫтында башынан күпте үткәргән район­дашыбыҙ тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәй. Ҡатыны Гөлиә Фәтихйән ҡыҙы менән Руслан, Рәмзил исемле улдар тәрбиәләп үҫтергәндәр. Икеһе лә нефть колледжын тамамлаған. Руслан ил алдындағы бурысын Кавказ ерендә, һауа-десант ғәскәр­ҙәрендә үтәп ҡайтҡан. Өйләнгән. Тиҙҙән ике улдары ла юғары уҡыу йортон тамамлаясаҡ. Әлеге ваҡытта Когалымда нефтсе булып эшләгән улдары – өлкән Мусин­дарҙың ҙур терәк-таянысы.
– Өлкән улыбыҙ Руслан менән киленебеҙ Филиә ейән бүләк итте. Бәләкәс Тамерландың һәр яңылығына шатланып таң аттырабыҙ, тыныслыҡта үткән көнгә шөкөр итеп, үҙ көнөбөҙҙө үҙебеҙ күреп йәшәйбеҙ. Тормош дауам итә! – ти Рәшит Мәғрүф улы.




Автор: Аида ХӘЙРЕТДИНОВА.
Фото: Фотолар ғаилә архивынан






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»