RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Ҡатын-ҡыҙ асылын юғалтмайыҡ...”

16.02.2019 “Ҡатын-ҡыҙ асылын юғалтмайыҡ...”

Һөнәре буйынса табип, булмышы менән дизайнер, биҙәүсе рәссам, тәржемәсе Алһыу Хамматова тыуҙырған ғәжәп образдар әкиәти донъяға сумдыра

Гүзәл заттың, әсәй, ир ҡатыны булыуҙан тыш, йәнә бер төп асылы-үҙенең булмышы арҡылы был донъяны аһәңлерәк, нур­лыраҡ, бәхетлерәк итеүҙәлер... Ундағы мөхәббәт тә - хас нәфис сәскәгә төшкән иртәнге ысыҡ - әллә күпме сағыу төҫтәр балҡышы, паклыҡ вә сафлыҡ сығанағы...
Тик заман талабымы икән, әллә бүтән сәбәпме, ҡатын-ҡыҙ сәскәнән йөк атына әүерелә, буғай: кемуҙарҙан тырышып-тырмашып хан һарайылай донъяларын өйә, карьера баҫҡыстарынан артылып, ҙур ойошмаларҙы етәкләй, ҡара тиргә батып матди йәһәттән мохтажһыҙлығын ҡай­ғырта... Яҡшымы был, насармы, әммә ошо тынғыһыҙ тормош ҡуласаһына эләккән гүзәл затта әлеге ҡатын-ҡыҙ асылы онотола, юҡҡа сыға. Шулай ҙа был шау­ҡымдан ситен торған һөйкөм­лөләр, шөкөр, осрап тора...

Алһыу Хамматова. Күптәргә таныш тәржемәсе, дизайнер, биҙәүсе рәссам, табип. Тамыр­ҙары менән Белорет районынан булған Өфө ҡыҙы тәү күреүҙән үк әсир итте. Күҙгә бәрелеп торған яһалма сағыулыҡ урынына беҙ­ҙең көндәрҙә һирәк осрар танһыҡ тәбиғилек, күңелде ымһындырыр ниндәйҙер серлелек, ғәжәп тыйнаҡлыҡ һәм һөймәлеклек... Уны уратып алған донъяла ла ығы-зығы, сәбәләнеү юҡ төҫлө. Һәммәһе лә үҙ урынында, үҙ мәлендә, үҙ яйы менән...

Алдынғы ҡарашлы, юғары аңлы, илһөйәр рухлы заман­даштарыбыҙ Әнүәр Әкрәм улы һәм Гүзәл Яныбай ҡыҙының ғаиләһендә тыуған Алһыу кескәй генә сағынан уҡ ижади даирәлә ҡайнай. Олатаһы – күренекле дәүләт эшмәкәре, билдәле яҙыусы Яныбай Хаммат улы Хамматовтың башҡорт иле, теле тип янып йәшәүе, һөйөклө ейәнсәрен тик ошо юҫыҡта тәрбиәләүе, Гүзәл ханымдың да, ижад кешеһе булараҡ, ҡыҙын бишектән үк матурлыҡҡа, зауыҡҡа сорнауы бөгөн килеп тос емештәрен бирә. Балалыҡ йылдарында уратып алған бәхетле, мөхәббәтле мөхит иһә – бөгөнгө йәшәйешенең нигеҙе. Хатта кескәй сағындағы мөғжизәле донъяһы ла, ана, үҙе менән...

– Ҡатын-ҡыҙ – ул икһеҙ-сикһеҙ йыһан. Унда – серлелек, иҫ киткес мөмкинлектәр, башҡа һый­маҫ ғәжәп хыялдар... Әсә, ир ҡатыны, ғаилә усағын һаҡлаусы кеүек төп тәғәйенләнештәренән тыш, нәфис заттың уны рухи йәһәттән үҫтер­гән, күңел талабын ҡәнәғәт­ләндергән, бәхетлерәк, үҙен­­­сәлек­лерәк иткән ижади донъяһы ла булырға тейеш. Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәтелер, моғайын, тап әсәлек арҡылы ҡатын-ҡыҙға ҙур мөмкинлектәр асыла, быға тиклем ойоп ятҡан һәләттәре уяна, – ти Алһыу Әнүәр ҡыҙы, асыл тураһында һүҙ сыҡҡас.

Үҙе лә бит күҙ нурҡайҙары – Әйшә менән Наиләһе тыуғас, гүйә, бала саҡта хыялында йөрөткән тылсымлы илгә ҡабат ингәндәй була.
Күңеленең мөғжизәгә, ижадҡа ныҡ һыуһауын аңлай. Ана шул ваҡыттан, бәләкәстәре менән бергәләп, башкөллө әкиәти донъяға сума ла инде.
Алһыу Хамматованың оҫталығы хайран итерлек: ул тыуҙырған ғәжәп образдар аша иҫ киткес гүзәл солтан һарайҙарына юлығаһың, матурлыҡтары менән һушты алыр һылыуҙар, дейеү­ҙәрҙе турап һалған батырҙар, йөрәкте бер аҙ дерелдәтергә мәжбүр иткән ғифриттәр менән күҙгә-күҙ осрашаһың; хатта дәүерҙәрҙе аша атлап, тарихты ла барлайһың. Айырым нәзәкәт, зауыҡ менән эшләнгән ҡурсаҡ та, улар өсөн яһалған йорттар, йыһаздар бала күңелен генә түгел, тәтәйгә ҡыҙығыр йәштән үткән ҙурҙарҙы ла ымһындыра.

– Ҡыҙҙарыбыҙ тыуғас, ирем Әнүәр менән уларҙы мотлаҡ милли рухта тәрбиәләргә тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Ни сәбәптәндер башҡортлоҡто өнәмәгән, телде юҡ итергә, рухыбыҙҙы һын­дырырға мәшәҡәтләнгән әлеге заманда ниндәйерәк ҡаршы­лыҡтар булыуын да тоҫмаллай инек. Сабыйҙарыбыҙ үҙ телендә ныҡлап һөйләшә, аралаша башлағансы зәңгәр экрандан йәнһүрәт, балаларға тәғәйен­ләнгән тап­шырыуҙарҙы, тама­шаларҙы тик башҡорт те­лендә генә ҡараныҡ; кескәйҙәр өсөн үҙ телебеҙҙә сыҡҡан баҫмаларҙы алдырҙыҡ. Тағы шуныһы: ҡыҙ­ҙарымды сит ил әҙәбиәте, сәнғәте менән таныш­тырырға теләп, китап магазиндарын ҡыҙыра башлағас, башҡорт теленә тәржемә ителгән әкиәт-әҫәрҙәрҙең булмауы асыҡланды. Француз яҙыусыһы Шарль Пер­роның, немец лингвистары ағалы-ҡустылы Грим­мдарҙың әкиәттәрен үҙ телебеҙгә ауҙарып, китап итеп баҫ­тырыуыма тап ошо хәл этәргес булды ла инде.

Тәүге китабымды мин фәҡәт ҡыҙым өсөн бер данала ғына сығарғайным, күпләп баҫтырыу уйымда ла юҡ ине. Әсәйем уны “Китап” нәшриәтенә алып барып, Динә Тал­хинаға күрһәткән. Динә апай иһә, уйынлы-ысынлы, ниш­ләп үҙ ҡыҙыңды ғына уйлайһың, баш­ҡаларҙы мәхрүм итәһең, тип әрләп алғас, әкиәт китабын бер нисә дана сығарайыҡ тигән тәҡдим яһаны, – ти геройым, ихлас йылмайып.

Китаптың биҙәлеше йәһәтенән ҡурсаҡтар менән мауығыуы ҡулай ғына була: әкиәттәрҙәге хәл-ваҡиғалар, ҡулдан яһалған тә­тәйҙәр ярҙамында тыуҙырылған образ-күренештәр аша бар тулылығында ап-асыҡ күҙ алдына баҫа. Әйткәндәй, китаптарҙы уйынсыҡтар ҡулланып, фотоға төшөрөп иллюстрациялау – беҙҙең ил өсөн төптө яңы ысул. Бер туған Гриммдарҙың китабын ошо рәүешле биҙәр өсөн Алһыу Әнүәр ҡыҙы өс йыл баш күтәрмәй ижад итә. Бүтән авторҙарҙың тәржемәүи китаптарын да иллюстрациялай ул. “Гөлнур Яҡу­пованың урыҫ теленән тәржемә иткән “Ал сәскә” (С. Аксаков) әкиәтен биҙәр өсөн бер йыллап ваҡыт кәрәк булды. Ул саҡта декрет ялынан сығып, эшләп йөрөй инем. Шуның өсөн ижади эш төнгө мәлгә ҡала, бик арып киткән саҡтар ҙа була. Әммә был рәүешле иллюстра­цияланған китаптарҙың бәлә­кәстәргә оҡ­шауы, уларҙы телгә, уҡыуға, ижади эшкә ҡомар­ландырыу теләге бар талсығыу­ҙарымды һыпырып ташлай ине”.

“Ал сәскә” әкиәтенә материалдар эшләгәндә Алһыу Әнүәр ҡыҙына әсәһе Гүзәл Хамматова ла ярҙам итә. Тап уның алтын ҡулдары, бай ижади фантазияһы мөһабәт һарайҙы, күҙ яуын алырлыҡ малахит бүлмәне, ғәжәп матур беседканы һәм башҡаһын тыуҙыра. Ҡәҙерле өләсәһе, Яныбай Хаммат улының хәләл ефете Фидан Ғәббәс ҡыҙы ла үҙ мәлендә ейәнсәренә хәленә килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙған. Эш, ижади мәшәҡәттәр менән ҡайнағанда, тәмле итеп аш-һыуын да әҙерләгән, бүләсәрҙәрен дә ҡарашҡан ул. Әле лә, оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, аҡыллы кәңәштәрен биреп, берҙән-бер ейәнсәрен һәр саҡ хуплап, дәртләндереп кенә тора Фидан апай.

Һәләтле кеше бар яҡлап та һәләтле. Һәр күренештең үҙен­сәлекле мәлен, матурлығын тотоп, фотоаппарат төймәһен “шылт”­латһынмы, күңелендә ҡайнаған хис-тойғоларҙы төҫтәр, образдар аша рәсемдәренә күсерһенме – эштәренең һәм­мәһендә лә зауыҡ һәм оло мәғәнә ярылып ята.

“Шөғөлдәрегеҙ матди килем килтерәме?” – тигәнерәк һорауҙы ла биргәйнем әңгәмәсемә. “Ғөмү­мән, байлыҡ, аҡса тип бөтөнләй иҫем китмәй. Минең өсөн иң мөһиме – күңел бөтөн­лөгө, рухи камиллыҡ. Дауаханала эш сә­ғәттәремде тамамлап, бәхетле, мөхәббәтле, имен донъяма, үҙемде һағынып көтөп алған яҡын кешеләрем янына ҡай­тыуым, балалар менән мәж килеп, уй­ҙарымды рәтләгән, үҙ-үҙем менән аһәңлелектә йәшәргә ярҙам иткән ижади шөғөлдәргә сумыуым – үҙе бер мөҡәд­дәслек”, – тигәйне ул.

Һөнәр һайлауға айырыуса етди ҡараған Алһыу Әнүәр ҡыҙы. Табип булыу – бала саҡ хыялы уның. Атаһы Әнүәр Әкрәм улының апайҙары, һеңлеләре лә ошо өлкәлә хеҙмәт итә. Мәктәпте тамамлағас, рәссамлыҡ һәләтенә эйә ҡыҙ тәүҙә юғары уҡыу йорттарының береһенә художество-графика факультетына барып ҡарай, әммә ниәтенән тиҙ дүнә – был йүнәлеш уға бигүк етди күренмәй. “Табиплыҡ – изге эш. Беҙ кешенең тәнен генә түгел, йәнен дә дауалайбыҙ. Күҙгә күренеп сәләмәтләнгән, йөҙҙәре асылып, күңелдәре үҫеп киткән пациенттарҙы күреп, улар менән бергә ҡыуанаһың, эшең ни тиклем яуаплы, ҡатмарлы булыуға ҡа­рамаҫтан, хеҙмәтең­дең емеш­тәрен татып, оло ҡәнәғәтлек тойғоһон кисерәһең”, – ти Алһыу Хамматова кинәнес менән.

Олатаһының тыуған яҡтарын да онотмай һөйкөмлө әңгәмәсем. Яйы сыҡҡан һайын, алыҫ ара тип тормай, яҡындары менән Белорет ҡалаһында урынлашҡан Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһына, Сермән ауы­лындағы данлыҡлы яҡта­шыбыҙ иҫтәлеген мәңгеләш­тергән ки­тапханаға, олата­һының тыуған ауылы Исмаҡайҙағы музейға барып, әсәһе Гүзәл Яныбай ҡыҙы менән төрлө әҙәби уҡыуҙа ҡатнашып, яҡташтарын өр-яңы әҙәби-тарихи китаптар менән ҡыуандырып, күңеленә-дәрт, илһам, йөрәгенә ял алып ҡайта ул.

Эйе, кешелек өсөн мөһим, файҙалы һөнәр һайлап, уны тәғәйенләнеше итеп ҡабул ҡыл­ған, шул уҡ мәлдә Хоҙай тарафынан бирелгән һәләттәренә лә ҡул һелтәп ҡуймай, үҙ-үҙен үҫтереү, камиллаштырыу йә­һәтенән күп көс түккән, әҙәмде нәфселе, ҡомһоҙ итер матди байлыҡтарҙан рухи асмандарға ашыуҙы өҫтөн күргән Алһыу Хамматова үҙенең ирек һөйәр булмышы, заман шауҡымына би­релмәй, үҙ асылында ҡалыуы менән һоҡланғыс һәм ҡабат­ланмаҫ! Тап ошондай гүзәл заттарыбыҙ арҡылы – донъяларҙың китмәҫ бәрәкәте һәм ырыҫы...




Автор: Нәркәс СӨЛӘЙМӘНОВА
Фото: Автор фотоһы






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»