RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » "Йондоҙло табын" - Рита ҠАРАСУРИНА

15.02.2019 "Йондоҙло табын" - Рита ҠАРАСУРИНА

Нефтекама филармонияһы артисы, лекторий етәксеһе Рита ҠАРАСУРИНА “Йәшлек” уҡыусыларына үҙенең яратҡан ризыҡтарын әҙерләргә өйрәтә.

Бәрәңге
Дүрт эре бәрәңгене әрсеп, ярымтүңәрәкләп турайым да, тоҙ, борос, өс ҡалаҡ үҫемлек майы, самалап ҡаймаҡ йәки майонез өҫтәп бутайым. Табаны майлап, бәрәң­гене теҙеп һалам да, 2-се ҡатына түңәрәкләп туралған һуған һалам. 3-сө ҡатҡа ит фаршы һылап, тағы ла һуған теҙәм. 5-се ҡат – түңәрәкләп туралған помидор, 6-сыһы – бәрәңге. Иң өҫкә ҡырғыс аша үткәрелгән ҡаты сыр һалырға. 250 градуслы духовкала 50 – 60 минут бешереп алырға. Табынға бирер алдынан өҫтөнә йәшел тәмләткестәр һибергә.

Бауырҙан әҙерләнгән торт

Ярты килограмм бауырҙы йыуып, ит үткәргес аша үткәрәм. Уға бер стакан һөт, тоҙ, борос, 2 йомортҡа һалып бутайым. Ҡоймаҡ ҡойорлоҡ ҡуйылыҡҡа еткәнсе яйлап он өҫтәй-өҫтәй туҡып, ҡыҙған табаны майлап, ҡәҙимге ҡоймаҡ кеүек бешерәһең.
Торттың эслеге айырым әҙерләнә: 2 – 3-әр ҡалаҡ ҡаймаҡ менән майо­незға өс бүлкәт һарымһаҡты иҙеп һалып, бутарға. Ике кишерҙе ҡыр­ғыс аша үткәреп, өс һуғанды турап, көнбағыш майында ҡыҙҙырырға.
Әҙер ҡоймаҡтарҙың өҫтөнә тәүҙә – һарымһаҡлы массаны, икенсе ҡатына ҡыҙҙырылған кишер менән һуғанды һалырға. Шулай итеп, сиратлап ҡатлай-ҡатлай, торт әҙер­ләйһең. Табынға бирер алдынан берәй сәғәт һыуытҡыста тоторға.

“Еңел” салат
Был салат тиҙ генә әҙерләнә. Уның өсөн берәр банка консер­валанған кукуруз, ҡыҙыл фасоль, 1-әр ҡыҙыл татлы борос, ҡыяр, тәме ике төрлө “Кириешки” сохарыйы, бер ҡап краб ите кәрәк. Барыһын бергә майонез һалып бутарға.

“Болгарка” ҡабымлығы
Татлы боросто һыуҙа бешереп алырға ла, уртаға ярып, эслек тултырырға.
Эслек өсөн шампиньон бәшмәген, һуғанды һәм кишерҙе турап, көнбағыш майында ҡыҙҙырырға. Эслекте самалап тултырғас, уның өҫтөнә йоҡа итеп ҡырҡылған ветчина һалырға, сыр ҡырып һибергә лә, ярты сәғәт духовкала бешерергә.




Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: Автор фотоһы






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»