11.02.2019 Ярһыған саҡта нимә эшләрең билдәле түгел шул...
Бер ваҡыт Сыңғыҙхан күп һаҡсыһы, аусыһы менән бергә һунарға сыҡҡан. Тик ниңәлер уңмағандар, хатта бер генә бөртөк йәнлек тә эләкмәгән быларға. Ахырҙа икенсе юлы хан урман-ҡырға яңғыҙы киткән. Үҙе менән яратҡан аусы ыласынын да алған.
Оҙаҡ йөрөгән Сыңғыҙхан, арып-талсығып бөткән. Был йыл ҡоролоҡ булып, күп шишмә-йылға ла ҡороған. Хан йөрөй торғас, бер ҡаянан субырҙап ҡына ағып торған һыуға тап булған. Йәһәт кенә гел үҙе менән йөрөткән һауытын алып, шуға тамсылаған һыуҙы тултырған. Инде эсәм генә тигәндә, ыласыны ҡанаты менән һуғып, бының кәсәһен түктергән. Яратҡан ҡошона ни әйтһен, һауытын оҙаҡ көтөп, яңынан тултырған хан. Ҡош был юлы ла һыуҙы хужаһына эсермәгән. Тамам йәне көйгән Сыңғыҙхан өсөнсө тапҡырға һыу тултырған ваҡытта ҡулына ҡылысын да алған. Ыласын кәсәне тағы түгәм тигәндә, хан ҡылысы менән бер генә һелтәнеп, ҡошон үлтергән.
Был ваҡытта инде баяғы шишмәсектең һыуы ла әҙәйгән. Хан ҡыҙыҡһынып, ҡаяға үрмәләгән. Унда иһә, һыу эсендә үк шул тирәләге иң ағыулыларҙан һаналған бер йылан үлеп ята, ти. Әгәр Сыңғыҙхан һыуҙы эсһә, мотлаҡ үлер ине...
Хан ҡайтҡас, ыласыны һынын алтындан ҡойҙорған. Ҡанаттарға ике төрлө яҙыу яҙҙырған. Бер ҡанатта “Дуҫың һиңә оҡшамаған эш эшләһә лә, дуҫ булып ҡала”, икенсеһендә – “Ярһыған саҡтағы ҡылығың бер ҡасан да яҡшыға түгел” тип яҙылған була.