10.02.2019 Хан һыйы – тултырма
Ҡыш миҙгеле ит ризыҡтарына мул саҡ. Бигерәк тә ауыл ерендә: һәр йорт һайын тиерлек һуғымға эре мал һуйыла. Уңған хужабикәләр уның итен генә түгел, ә үпкә-бауырын, эсәк-ҡарынын, баш-тояғын да әрәм итмәйенсә, төрләндереп аш-һыу әҙерләй.
Ейәнсура районының Юлдаш ауылында йәшәүсе Рәйлә һәм Нурғәле Бикбулатовтар күпләп һыйыр һәм йылҡы малы аҫрай. Улар, төп эштәренән тыш, үҙ хужалыҡтарынан да байтаҡ килем ала. Быйыл ғына һатыу өсөн тиҫтәгә яҡын эре мал һуйылған.
– Ҡайһы берәүҙәр, тотошлай һуғым һатып алған осраҡта, үпкә-бауырын ҡалдырып китә. Быға мин һис кенә лә бошонмайым: рәхәтләнеп тултырма эшләйем. Ул – беҙҙең ғаиләнең яратҡан ризығы, ҡунаҡ саҡырғанда ла бешерәм. Ҡала ерендә йәшәүсе таныштарыбыҙ ҙа һатып алырға заказ бирә,– ти уңған хужабикә. Бөгөн ул “Йәшлек” гәзитен уҡыусыларға оҫталығын бүлешә.
Аштарығыҙ тәмле булһын!
1. Тултырма өсөн һыйыр, йылҡы, һарыҡ һәм кәзә малының үпкә-бауыры, йөрәге, бөйөрө (уның әсе тәме килмәһен өсөн бер нисә сәғәткә айыртылған һөткә һалып алырға кәрәк), бер аҙ туң майы һәм ҡарын янындағы итле ярпысағы алына. Уларҙы ваҡ булмаған киҫәктәргә турарға.
2. Тултырма малдың эсәгенә тултырыла. Ваҡ малдың туҡ эсәге генә алынһа, эре малдың ас эсәктәренә лә тултырырға мөмкин. Уларҙы 40 – 50 см оҙонлоҡта ҡырҡып, бер яҡ башын ныҡлап еп менән бәйләргә.
3. Туралған үпкә-бауырҙы ит үткәргес аша үткәреп, самалап тоҙ, борос, һыуыҡ һыу һалырға.
4. 2 – 3 баш һуғанды әрсеп, теләк буйынса турарға йәки ит үткәргес аша үткәреп, эслеккә өҫтәргә.
5. Дөгө ярмаһын яҡшылап йыуырға, уны ла эслеккә һалып бутарға. Теләгән кеше дөгө ярмаһы урынына тары йәки ҡарабойҙай ярмаһын ҡуллана. Ҡайһы бер яҡтарҙа ярманы бөтөнләй ҡушмайҙар.
6. Эслек әҙер булғас, уны эсәк эсенә тултырырға кәрәк. Ҡалаҡ менән ҡойоуы мәшәҡәтле. Шуға күрә беҙ 1,5 литрлыҡ пластик шешәнең баш өлөшөн ҡырҡып, воронка кеүек ҡулланабыҙ. Күпкә уңайлыраҡ була.
7. Эсәккә эслекте тултырғас, икенсе осон да еп менән бәйләп ҡуйырға.
8. Тултырманы һыуҙа 1 сәғәт тирәһе бешереп алырға. Бешкән саҡта шартламаһын өсөн эсәкте 3 – 4 урындан энә менән тишкеләп торорға. Бигерәк тә ҡайнап сыҡҡансы.
9. Табынға ризыҡ ҡалын телемдәргә телеп бирелә. Айырым ризыҡ булараҡ та, гарнир менән дә ашарға мөмкин.