06.02.2019 Телеңде йоторлоҡ! (1.02.2019)
Тиҙ генә эшләнә торған салат
уртаса ҙурлыҡтағы 1 – 2 сөгөлдөр, 1 банка кукуруз, майлы балыҡ консерваһы, консерваланған аҡ фасоль кәрәк. Сөгөлдөрҙө шаҡмаҡлап турарға, банкаларҙағы ингредиенттарҙы һалып, майонез менән бутарға.
Ҡоштоң йөрәк-бауырынан рулет
Ике ҡаҙ бүтәгәһен, ике йөрәген, бер бауырын ит үткәргестән үткәреп, һуған, кишер менән яртылаш бешкәнсе ҡыҙҙырырға. Бер йомортҡаға самалап он, һыу ҡушып ҡамыр баҫып, йоҡа ғына йәймә йәйергә, уға әҙер фаршты һалып, рулет итеп урарға һәм парҙа бешерергә. Бик тәмле килеп сыға.