RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кешенең матурлығы – эшенә ҡарап

01.02.2019 Кешенең матурлығы – эшенә ҡарап

Етеш тормошта йәшәүсе Миңһылыу һәм Азамат Абдуллиндар ғаиләһе рухи байлыҡҡа ла ынтыла

Сәйетбаба ауылының яңы биҫтәһендә йәшәүсе Абдуллиндарҙың ялт итеп торған донъяһына барып инеү менән күңел дә нурланып һәм яҡтырып киткәндәй булды. Өҫтәүенә, йорт хужаһы һәм уның тормош иптәше лә алсаҡ, асыҡ йөҙлө кешеләр булып сыҡты.


– Бай тарихлы ошо ауылда тыуып үҫкән егетмен, – тип таныштырҙы үҙе менән Азамат Рәфит улы. – Әрменән ҡайтҡас, күп йылдар үҙебеҙҙәге “Еҙем” лесничествоһында эшләнем. Ләкин үҙгәрештәр заманында урман хужалығы идараһы ла баҙар тулҡынына ҡаршы тора алманы. Байтаҡ кеше эшһеҙ ҡалды. Ә беҙгә ғаиләнең именлеген тәьмин итергә, балаларҙы үҫтерергә һәм уҡытырға кәрәк ине. Мин дә, ҡайһы бер ауыл егеттәре кеүек, тәүәккәлләп, Себергә йөрөп эшләй башланым. Шулай “вахтовик”ка әйләнеүемә инде 13 йыл тулды. Ямал-Ненец автономиялы округында урынлашҡан Губкинск тигән ҡалалағы коммуналь предприятиела эшләйем. Унда беҙ технологик йыһаздарҙы көйләйбеҙ, кәрәк икән – ремонтлайбыҙ. Былай ул эш оҡшай. Ул яҡтарҙа, әлбиттә, тәбиғәт шарттары ҡырыҫыраҡ. Шуға башта ҡыйыныраҡ булды, аҙаҡ инде ундағы климатҡа ла күнектек. Себерҙә вахта бер ай дауам итә. Шуныһы һәйбәт, эшләгән урында тулы социаль пакет менән файҙаланабыҙ, юл хаҡын да предприятие түләй. Әле ул ойошмаға ауылдан өс кеше йөрөп эшләйбеҙ. Квалификациябыҙ яҡшы булғас, хеҙмәт хаҡына ла зарланырға урын юҡ. Айына 70 мең һумдан ҡалмайбыҙ. Себерҙәге стажымды 15 йылға еткерһәм, хаҡлы ялға төньяҡ коэффициенты менән сығырмын, тимен. Шул өмөтләндерә, пенсия реформаһына ҡағылышлы яңы закон проектында Себерҙә эшләүсе кешеләрҙең социаль льготаларын һаҡлап ҡалыу хаҡында әйтелә. Ул саҡта мин тағы өс йылдан вахтаға йөрөүемде туҡтатып, 55 йәшемдә пенсияға сығыр инем.


Эйе, барыбер ауыл кешеһенә ай аша алыҫ төньяҡҡа юлланыу, йәғни ярты ғүмерен шунда үткәреү еңелдән түгелдер. Тел төбөнән аңла­шылыуынса, инде ир уртаһын үткән Азамат Рәфит улының күңелен шул тынысландыра – тылы ныҡлы һәм ышаныслы. Ҡатыны Миңһылыу Муса ҡыҙы ла уның үҙе кеүек егәрле һәм булдыҡлы.
– Мин 11-ҙән һуң бухгалтерҙар курсын тамамланым. Аҙаҡ Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумына ин­гәйнем, тик уҡыуымды тамамлап булманы, – тип үҙенең хәтирәләр йомғағын тағатты хужабикә. – Азамат менән бергә тормош ҡороуыбыҙға – 21 йыл. Өйләнешкәндә техникумда уҡый башлағайным. Бер йылдан һуң беренсе балабыҙ – улыбыҙ Азат донъяға ауазын һалды. Әсә булыу бәхетенәндер инде, уҡыуымды ситкә ҡуйып торҙом. Әммә ижтимағи тормош һуңынан барыбер мине үҙенә тартты. 15 йылға яҡын инде ауылыбыҙҙағы мәҙәниәт йортонда эшләйем. Сөнки үҙемде һүҙ оҫтаһы булараҡ танытырға өлгөргәйнем. Ауылыбыҙ бай мәҙәни тормош менән йәшәй, тип әйтергә мөмкин. Заманса мәҙәниәт йортонда үҙешмәкәр сәнғәтте үҫтереү өсөн шарттар ҙа яҡшы. Беҙҙә күп түңәрәк эшләй. “Асанай” халыҡ фольклор ансамбле яңы ижади үрҙәрен яулай. Был коллектив күп бәйгелә райондың данын яҡлап сығыш яһай. Һарытауҙа үткәрелгән һабантуй байрамына ла барып ҡайтты. Үҙем “Байыҡ” телевизион конкурсында беренсе урын алған “Мырҙаҡай” ансамблендә лә бейенем. Ауылда күп концерттарҙы үҙем алып барам. “Йөрәк һүҙе” бәйгеһе ойошторҙоҡ. Унда балаларым менән бергә һүҙ оҫталығын күрһәттек. Миңә беренсе урын бирһәләр, улым Булат “Өмөт” номинацияһында приз яуланы. Ҡыҙым Аҡйондоҙ ҙа тасуири уҡыуҙа өсөнсө урын алып ҡыуанды. Быйыл район кимәлендәге “Оҙон көй” бәйгеһе лә Сәйетбабала үтте. Ҡыҫҡаһы, мәҙәниәт йорто гөр килеп тора. Ундағы коллективыбыҙ ҙа татыу. Халыҡ араһынан яңы талант­тарҙы табып, үҙешмәкәр сәнғәтте үҫтерергә, үҙебеҙҙең традицияларҙы байытырға тырышабыҙ.


Беҙ килгәндә Абдуллиндар оло улдары Азатты әрме хеҙмәтенән ҡаршы алырға йыйына ине. Әрме сафына алынғанға тиклем уңған егет колледж­да уҡып, электрик һөнәрен алып сыҡҡан. “Атаһына оҡшап, ул да булдыҡлы, шуға был тормошта үҙ урынын табасағына ышанысыбыҙ ҙур. Артабан уҡыуын дауам итергә лә уйы бар. Ҡалала эшләргә теләһә лә, фатихабыҙҙы бирәсәкбеҙ”, – ти тулҡынланыуын йәшерә алмаған әсәй кеше.
Улдары Булат 9-сы синыфты тамамлаған. Ул бәләкәйҙән спорт менән дуҫ, бөгөн мәктәптә иң көслө еңел атлеттарҙан һанала. ГТО-ны алтын билдәгә тапшырған. Әсәһе телгә алыуынса, ғаиләлә Булат – атаһының уң ҡулы, ул өйҙә бул­мағанда хужалыҡ эштәрендә уны алмаштыра. Бигерәк тә ҡышын мал ҡарауҙа төп хәстәрлекте үҙ иңенә алырға күнеккән. Миңһылыу Муса ҡыҙы инде улының уҡыуҙа ла, өйҙә лә һынатмауына, эш һөйөүсән булып үҫеүенә ҡыуанып бөтә алмай.

Ҡыҙҙары Аҡйондоҙ ҙа яҡын­дарының исеменә тап төшөр­мәй. 3-сө синыфта белем ала. Мәктәптә айырыу­са математика, рус теле фәндәрен яратып уҡый. Әсәһенә оҡшап, Аҡйондоҙҙоң үҙешмәкәр сәнғәттә лә һәләте асылған. Ул бейергә лә, йырларға ла әүәҫ. “Асанай” фольклор ансамбле составында Стәрлетамаҡта үткәрелгән “Ашҡаҙар таңдары” фестивалендә лә ҡат­нашҡан. Күңеленән йыр-моң ур­ғылған талантлы ҡыҙҙы унда Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләгәндәр.

Шуны әйтке килә, матур ғаиләлә балаларҙың һәләтен үҫтереү, ижади мөмкинлектәрен киңәйтеү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Тырышлығы һәм уңғанлығы менән алдырған Абдуллиндар етеш тормошта йәшәй. Шәхси хужа­лыҡтарында ишле мал аҫрайҙар. Әлеге көндә хужабикә ике һыйыр һауа. Көтөүгә һәүкәш һәм башмаҡтар менән бергә 20 баш ваҡ мал да ҡыуалар.
– Хәҙер бит сабынлыҡ яғынан иркен. Бесәнде лә техника ярҙа­мында ғына әҙерләйбеҙ, – ти хужа. – Өс гектарҙан ашыу пай ере лә бар беҙҙең. Тик ул рәс­миләштерелмәгән, кадастр иҫәбенә ҡуйылмаған. Шул хаҡта башҡа пайсылар ҙа һүҙ ҡуҙ­ғатып ҡараны, ләкин һаман да ерҙең ысын хужаларына әйләнеп китә алмайбыҙ. Ғөмүмән, сөм ҡара туп­раҡлы ер­ҙәрҙең эш­кәртелмәй ятыуы, таш­ландыҡҡа әүерелеүе күңелде әрнетә. Ауылда, ҙурмы-бәләкәйме, бер генә ауыл хужалығы пред­приятиеһының да булмауы бәкәлгә ныҡ һуға.


Бындай шарттарҙа инде ауылдың иҡтисади йөҙөн тик шәхси хужалыҡтар ғына билдәләй. Абдуллиндар ғаиләһен дә ана шундайҙар рәтенә индерергә була. Хәҙерге заманға ҡулайлашып, матур донъя көтөүе менән улар йәшәгән төйәктәренең йәмен һәм ҡотон үҫтерә. Шуныһы тағы иғтибарға лайыҡ: мәҙәни тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәү уларға рухи байлыҡҡа эйә булыуҙа ла этәргес көс бирә.




Автор: М. ШӘРИПОВ
Фото: Автор фотоһы






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»