RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » "Йондоҙло табын" - Рәзилә РӘХМӘТОВА

24.01.2019 "Йондоҙло табын" - Рәзилә РӘХМӘТОВА

Бөгөн “Йәшлек” уҡыу­сыларына йәш йырсы Рәзилә РӘХМӘТОВА үҙенең аш-һыу серҙәрен сисә.

Кекс
3 йомортҡаға 1 стакан шәкәр һалып туҡырға. 150 г аҡ майҙы иретеп, ҡушырға. Һуңынан ярты балғалаҡ соданы аш һеркәһе менән һүндереп, килеп сыҡҡан массаға ҡушырға. Артабан ҡуйы ҡаймаҡ кеүек булғансы он өҫтәп бутарға. Табаға һалыр алдынан ҡайнар һыуҙа бүрттерелгән йөҙөм һалырға.
Махсус кекс өсөн тәғәйенләнгән тимер һауытты майлап, ҡамырҙы һалып, 30 – 35 минут 180 градус эҫелектәге духовкала бешерергә.



Брауни (француз десерты)
Беҙҙең ғаиләнең яратып ашаған тәмлекәсе. Был десерт әле берәүҙе лә битараф ҡалдыр­ғаны юҡ, ҡунаҡтар ихлас ашай. Әҙерләүе лә еңел, тәме лә телең­де йоторлоҡ.
300 г аҡ эремсеккә 2 йомортҡа, 50 г шәкәр һалып, миксер менән яҡшылап туҡырға. Был массаны ҡамыр әҙерләгәнсе ултыртып торорға.
100 грамм әсе шоколадты бүлгеләп (ул булмағанда 2 – 3 ҡалаҡ какао порошогы алырға мөмкин), 120 г аҡ май ҡушып, ҙур сөм быяла һауытҡа һалып, һыу парында (на водяной бане) иретергә. Яҡшылап бутап торорға кәрәк. Икенсе сөм һауытта 2 йомортҡаны, 100 г шәкәр, 1 балғалаҡ ванилин, семтем тоҙ һалып, күперткәнсе миксерҙың юғары режимында туҡырға. Миксерҙы туҡтатмайынса был массаға тәүҙә шоколад менән иретелгән майҙы ҡойор­ға. Яйлап 1 ҡап ҡамыр күперткес, 150 г он ҡушырға. Әҙер ҡамыр ҡаймаҡ ҡуйылығында була.



Үҙегеҙгә уңайлы булған формаға пергамент ҡағыҙын түшәп, майлап, тәүҙә шоколадлы ҡамыр­ҙың яртыһын ҡойорға. Өҫтөн тигеҙләгәс, эремсекле крем һыларға, туңған сейә (300 г тирәһе) һибеп, ҡалған ҡамырҙы һалыр­ға. Духовкала 200 градуста 40 минут тирәһе бешерергә.




Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: Автор фотоһы






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»