RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡабан йылы ҡаңғыртмаҫ!

29.12.2018 Ҡабан йылы ҡаңғыртмаҫ!

Һәр йылдың үҙ яҡлаусыһы булған кеүек, киләһе йыл — Ҡабан йылы. Көнсығыш календарҙарына эйәреп, уны Сусҡа тип атаусылар ҙа бар. Үҙебеҙҙең 12 йыллыҡ мөсәлебеҙ булғанда, ниңә ҡытай йәки япондыҡына яраҡлашыр­ға һуң?! Уларҙың йондоҙнамәһенә ышаныусылар өсөн: Һары Сусҡа йылы 2019 йылдың 5 февралендә генә үҙ хоҡуҡтарына инеп, 2020 йылдың 24 ғинуарына тиклем дауам итәсәк.

«Башҡорттарҙа Сусҡа түгел, Ҡабан йылы, тигәндәр. Ни өсөн шулай? Сөнки башҡорттар, мосолман булараҡ, сусҡа тотмаған, уны ғүмере буйы ла күрмәгән, күбеһе телмәрҙә әр һүҙе булараҡ ҡына ҡулланған. Йылды әр һүҙе менән атауҙан тыйылғандар. Ҡабан иһә – урман йәнлеге, уны белгәндәр. Элекке яҙмалар­ҙа ул тап Ҡабан йылы булып теркәлеп ҡалған.

Тормош арбаһы алға тәгәрәгән һайын телмәребеҙгә яңы төшөнсәләр килеп инә, уларҙы тап үҙебеҙҙең асылыбыҙға ярашлы итеп, ижади тәржемә итеү зарурлығы ла тыуа. Улар башҡорт теле ҡанундарына ла, булмышына ла тап килерлек булғанда ғына ерегеп китә», – ти публицист, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова.

Ҡабан ун ике йыллыҡ циклды тамамлаусы хайуан булараҡ билдәле. Шуға күрә йомғаҡ яһар өсөн уңайлы мәл, артыҡ кешеләр­ҙән, артҡа һөйрәүселәрҙән ҡотолорға кәрәк. Йыл яңы дуҫтар табыу өсөн генә түгел, яңы ҡыҙыҡһыныуҙар, уй-хыялдарҙы бойомға ашырыу өсөн дә яйлы.
Йыл хужаһы ниҙәр вәғәҙә итә һуң? Астрологтар фекеренсә, Ҡабан йылы тыныс, уңышлы һәм тотороҡло үтәсәк. Бигерәк тә ул ауыл хужалығы, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеүселәргә яҡшы булмаҡсы, тип фаразлана. Был иһә уңыш емерелеп уңасаҡ, тигәнде аңлаталыр, моғайын. Ни тиһәң дә, башҡорттарҙың: «Ҡабан йылы – байлыҡ», – тигән йыл һынамышы бар. Ысынлап та, ҡабандар ашауға талымһыҙ – сәтләүек эҙләп, тамыр аҡтарып, үлән һәм башҡаһын ашай. Ялҡауың килмәй һөрөп «эҙләнергә» генә кәрәк, ахырыһы.

йыл тырыштар өсөн уңышлы буласаҡ – һәр кем үҙенә карьера төҙөп, киләсәккә дөрөҫ, изге маҡсаттар ҡуйып, хыялын бойом­ға ашырыуға өлгәшәсәк. Ғөмүмән, 2019 йыл һеҙҙең ныҡышмалылыҡтан тора. Бөтә башланғыста ла инициатива күрһәтергә кәрәк.

Ҡабан – күп балалы ғаиләләрҙе яҡлаусы. Ғөмүмән, йыл хужаһы балаларҙы ярата һәм улар тураһында хәстәрлек күрә.
Был хайуанға ышанырға була. Тауыш-тын сығармаҫ өсөн үҙ-ара компромисс табыуы ла ҡыйын булмаҫ. Сөнки Ҡабан, башҡалар­ға ҡарағанда, мөсәлдең тәртипле хайуаны булып һанала. Тимәк, барлыҡ проблемаларҙы ла килешеү аша хәл итеп буласаҡ.

Ҡабандың аҡыллы хайуан икәнен дә онотмағыҙ. План­дарығыҙҙы аңлы рәүештә төҙөгөҙ, булмаҫтайын уйлап, башығыҙҙы бутамағыҙ.
Ғаиләлә гармония күҙәтелә, ҡайнар хис-тойғолар ситкә китеп торасаҡ. Бер-береһен яратҡандар үҙ-ара мөнәсәбәтенә икенсе ҡараш менән күҙ һалыр, өр-яңы яҡшы сифаттарын асыҡлар һәм был парҙарҙы тағы ла нығыраҡ яҡынайтып ебәрер. Икенсе яртыһын эҙләүселәр дауамлы танышыуҙарға һәм осрашыу­ҙарға әҙер торһон.

Коллектив эшмәкәрлек ыңғай баһалана, әгәр ҙә эшегеҙҙә ҡытыршылыҡтар килеп тыуһа, коллегаларығыҙҙы ла ҡыҙыҡһындырып, мәсьәләне бергәләп хәл итегеҙ. Коллектив менән яңы проекттарҙы башлап ебәреү уңышлы буласаҡ.

Ҡабан йылында туғандар, дуҫтар менән ике яҡлы аралашыу яҡшы һөҙөмтә килтерәсәк. Оло кешенең кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ, уны ярҙамһыҙ ҡалдырмағыҙ. Яҡындарығыҙға ҡылған изгелек үҙегеҙгә икеләтә әйләнеп ҡайтасаҡ – йыл хужаһы изге күңел­леләр­ҙе ярата. Быйыл үҙ-ара мөнәсәбәттәре боҙолған кешеләр генә түгел, хатта илдәр ҙә татыулашасаҡ.

Ауырлыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ һәм ыңғай уйҙа булығыҙ – был саҡта Ҡабан һеҙҙе яҡын күрәсәк.
Киҫкен үҙгәрештәрҙә ҡурҡмағыҙ. Әгәр ҙә хеҙмәт, йәшәү урыны оҡшамай икән, быны хәл итеү өсөн иң уңайлы ваҡыт. Һөҙөмтәлә ғүмерҙә лә күрмәгән уңышты, бәхетте татырһығыҙ. Һәр нәмәнең яҡшы һәм насар яҡтары булған кеүек, Ҡабан йылының кирелеге – аҡсаның бәрәкәтһеҙ булыуы. Еңел эшләп табылған мөлкәт һиҙелмәй таратыласаҡ. Сөнки Ҡабандың аҡсаға иҫе китеп бармай, шуға күрә һаҡсыллыҡ мәсьәләһе икеле-микеле. Бурысҡа аҡса һәм кредит алыуҙан баш тартырға тырышығыҙ.

Үҙ һаулығығыҙҙы ҡайғыртығыҙ. Ҡабан һис тә үҙен ҡарамай, шуға күрә хроник ауырыуҙар аҙып китмәһен.

Яңы йыл бүләген һайлағанда кәрәкле һәм файҙалыһын алығыҙ. Байрам алдынан өйҙө йыйыштырып сығыу мөһим. Һәр бер күркәм сарала таҙалыҡ һәм тәртип урынлашһа, күңелегеҙ ҙә гармонияла буласаҡ. Кем финанс хәлен яҡшыртырға теләй, кеҫәгеҙгә мотлаҡ тәңкә һалығыҙ.
Ҡабан йылы тик именлек, күңел тыныслығы һәм бәхет килтерһен!




Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»