RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (24-30 декабрь)

23.12.2018 Йондоҙнамә (24-30 декабрь)


Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был арала эшегеҙҙә лә, өйөгөҙҙә лә ныҡлап тәртип урынлаштырырһығыҙ кеүек. Үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ мотлаҡ артыр. Яҡшы кәйефегеҙ Яңы йылды уңышлы башлап ебәрергә булышлыҡ итер. 2019 йыл килем яғынан уңышлы көтөлә, арыу ғына аҡса йыя алырһығыҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Киләһе йылда тормошоғоҙҙа мөһим ваҡиғалар күп булмаҡсы. Бөтә үҙгәреште алдан уйлап эш итеүегеҙ дөрөҫ булыр. Күптәрҙең ижади һәләте уяныр. Бәғзеләр өр-яңы, элек бөтөнләй таныш булмаған һөнәрҙе үҙләштерер. Үҙегеҙҙе иң юғары кимәлле белгес итеп танытырһығыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Бөгөндән үк киләһе йылға иң мөһим маҡсаттарығыҙҙы асыҡлағыҙ. 2019 йылда төрлө тәҡдим күп буласаҡ. Әгәр дөрөҫ ҡарар ҡабул итһәгеҙ, маҡсатығыҙға күпкә яҡынайырһығыҙ. Йәйге ялға артыҡ өмөт итмәгеҙ, эш күп буласаҡ. Ҙур уңыштар артынан ҡыумағыҙ, булғанын һаҡлап ҡалырға тырышығыҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Был көндәрҙә ниндәйҙер ҙур һәм мөһим мәсьәләне хәл итерһегеҙ. Матди өлкәлә лә һиҙелерлек уңыштар көтөлә. Бәғзеләргә күптән уйлап йөрөгән ҡиммәтле әйберҙе һатып алыу мөмкинлеге сығыр. Тыныс ҡына киләһе йылға маҡсаттар ҡороғоҙ. Һеҙҙең өсөн барыһы ла һәйбәт буласаҡ.

Буға (21.04 – 21.05)
Үтеп барған йыл йомғаҡтары менән тулыһынса ҡәнәғәт булмаҫһығыҙ. Ысынлап та, арыу ғына барған эштәрегеҙгә йыш ҡына нимәлер ҡапыл ҡамасаулап торҙо һымаҡ. Был хәлдең төп сәбәптәрен асыҡлау файҙалы булыр ине. Йондоҙҙар тормош­ҡа ҡарашығыҙҙы үҙгәртергә кәңәш итә.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Күптәрҙе төп эшендә уңыштар көтә. Һуңғы айҙарҙа башҡарған эштәрегеҙ тейешенсә баһаланыр. Бәғзеләр икенсе, юғарыраҡ вазифаға күсеү тураһында тәҡдимдәр ишетер. Кемгәлер эш хаҡын арттырырҙар. Ғөмүмән, 2018 йылды күтәренке кәйеф менән оҙатырға форсат тейер.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Аҙна өмөтлө аралашыуҙарға, яңы танышлыҡтарға бай булмаҡсы. Был арала йондоҙҙар бигерәк тә буйҙаҡтарға булышлыҡ итәсәк. Бәғзеләрҙең тормошона яңы кешеләр инеүе ихтимал. Улар таныштарҙың дуҫтары йәки туғандары булыр кеүек. Ошо көндәрҙә булдырған мөнәсәбәттәр мотлаҡ уңышлы һәм оҙайлы буласаҡ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Бик һәйбәт осор. Ыңғай ваҡиғалар, ҡыуаныслы осрашыуҙар күп булыр. Йыл йомғаҡтарының ҡайһы бер етди һығымталарға ла килтереүе мөмкин. Һеҙҙең менән уртаҡ тел тапмаған, уңыштарығыҙға шикләнеп ҡараған кешеләрҙән арыраҡ тороуығыҙ хәйерле. Яңы йыл башынан уҡ тәүәккәл эш итергә көс-хәлегеҙ етерлек булыр.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Күптәр был арала ниндәйҙер ҡәнәғәтһеҙлек кисерер. Ысынлап та, ҡайһы бер маҡсаттарығыҙҙы тормошҡа ашыра алманығыҙ. Ныҡлап уйлағанда, күпселек хәлдә үҙегеҙҙең дә ғәйебегеҙ бар. Яҡындағылар менән уртаҡ тел табырға өйрәнеү бик мөһим.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Бик уңышлы осор. Һәр эшегеҙҙең йомғаҡтары ҡыуандырып һәм дәртләндереп торор. Артабан үҙегеҙгә бер аҙ ял бирһәгеҙ ҙә була. Яҡын киләсәккә маҡсатығыҙ билдәләнгән һәм ныҡлап уйланылған. Үҙегеҙҙе һәр саҡ тыныс һәм ышаныслы тойорһоғоҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Яңы йылда алдығыҙҙа яңы мөмкинлектәр асылыр. Төп эшегеҙҙә үҙегеҙҙе тулыһынса күрһәтә алырһығыҙ. Йыш ҡына һеҙгә ваҡыт етмәйәсәк. Туғандарығыҙға ҡарата ҡай саҡ тейешенсә иғтибар күрһәтә лә алмаҫһығыҙ, бәлки. Шулай ҙа иң ауыр ваҡыттарҙа яҡындарығыҙ һеҙгә ярҙам итер.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Киләһе йылдың көсөргәнешле килеүе көтөлә. Уңыштар йыш ҡына уңышһыҙлыҡтар менән аралашып торор. Шулай ҙа элек туплаған тәжрибәгеҙҙең һәр саҡ ярҙамы тейер. Йондоҙҙар артығына өмөтләнмәҫкә, таныш ысулдар менән эш итергә һәм эш урынын алмаштырмаҫҡа кәңәш итә.




Автор: Өмөтбай
Фото: Редакция архивынан






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»