08.01.2019 Ниндәй түшәм һайларға?
ПВХ пленканан тарттырылған түшәмдәр (натяжной потолок) хәҙер бик популяр. Фатирына ремонт эшләгән кеше ялтыр (глянцевый) япма ҡуйҙырырғамы әллә тоноғон (матовый) ҡуйырғамы, тип аптырап ҡала.
- Уларҙың өҫтөнлөктәрен ҡарап үтәйек.
- Ялтырауыҡ түшәм бинаны ҡарап тороуға ҙурыраҡ, түшәмде бейегерәк итеп күрһәтә. Интерьерға матур ялтырауыҡ бирә. Тиҙ йыуыла. Уға теләһә ниндәй рәсем төшөрөргә була.
- Кире яҡтары: көҙгө кеүек мебелдә нимә бар, шуны күрһәтеп торасаҡ. Артыҡ ҙур бүлмәгә был вариант отошло түгел.
- Тоноҡ түшәм теләһә ниндәй интерьерға бара, иғтибарҙы артыҡ йәлеп итмәй. Ваҡыт үтеү менән төҫөн үҙгәртмәй.
- Кире яҡтары: асыҡ төҫтәрҙең булмауы. Киңлекте ҙурайтып күрһәтмәй. Гел һөртөп, ҡарап торорға кәрәк.
- Тарттырылған түшәмдәр менән һаҡ ҡыланырға кәрәк, ослораҡ әйбер тейһә, тиҙ генә йыртылып бара. Әммә тигеҙ булмаған түбәгә ПВХ япма ҡуйҙырыуҙан да идеаль вариант юҡ.