RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Көслө лә һин, бай ҙа, яғымлы ла...»

14.12.2018 «Көслө лә һин, бай ҙа, яғымлы ла...»

Өфөлә башҡорт теле көнө уңайынан күркәм сара ойошторолдо

Һәр халыҡтың туған теле – уның мәҙәниәте, тарихы көҙгөһө. ЮНЕСКО тарафынан 21 февраль Халыҡ-ара туған тел көнө тип иғлан ителгән. Шуға ҡарамаҫтан, башҡорт теленең үҙ көнө бар. Ул күренекле мәғрифәтсе, шағир, яҡтылыҡ йырсыһы Мифтахетдин Аҡмулла хөрмәтенә, тап уның тыуған көнө уңайынан 2015 йылдан алып билдәләнә. Был бик хупланған эш. Сөнки телебеҙ сафлығы, матурлығы, аһәңлеге өсөн арымай-талмай көрәшергә, эшләргә кәрәк. Юғары мәҙәниәтле булыуға туған телеңде яҡшы белеү ҙә инә. Үҙ халҡына әсә телендә хеҙмәт күрһәтә алмаған кешене, ниндәй генә вазифа башҡарыуына ҡарамаҫтан, юғары мәҙәниәтле тип әйтеп булмай.



Башҡорт теле көнө уңайынан БР Мәғариф министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Конгресс-холда күркәм байрам ойошторҙо.

Был байрамға ҡарата Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты бер нисә интернет-конкурс иғлан иткәйне. Башҡорт теленә ҡарата һөйөү уятыуға йүнәлтелгән социаль видеоролик һәм плакаттар, иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусылары, педагогик хеҙмәт ветерандары тураһындағы видеояҙма, әҙәби тәржемә – был конкурстарҙа ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәне, уҡыусылар менән бер рәттән, өлкәндәр ҙә ҡатнашты. Ә инде уҡыусылар өсөн «Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, иле юҡтың ғына теле юҡ» тигән темаға инша конкурсына бик күп эш алынған. Шулай уҡ «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсында балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм башланғыс класс уҡыу­сылары әүҙем ҡатнашты. Башҡорт халыҡ әкиәттәре генә түгел, донъя халыҡтары әкиәттәре лә туған телебеҙҙә яңғыраны. Төркөм менән инсценировкалар ҙа ҡабул ителде.



Сараны асып, республикабыҙ­ҙың мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева барыһын да Башҡорт теле көнө байрамы менән ҡотланы һәм ҡатнашыусыларға изге теләктәрен еткерҙе.

– Телдең киләсәге – балаларҙа, – тине үҙ сығышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин. – 20 – 30 йылдан улар үҙ балаларына туған телен өйрәт­һен тиһәк, бөгөн уларҙың күңелен үҫтерергә, телде яҡшы белгәне өсөн ҡанатландырырға бурыслыбыҙ. Киләсәктә тырышып уҡырға, шәхес булырға дәртләндереп торғанда, ыңғай һөҙөмтәне күрәсәкбеҙ. Быйыл инша яҙыу, әкиәт һөйләү бәйгеләре булһа, киләһе йылда конкурстың даирәһе тағы ла киңәйәсәк. Бала телен генә түгел, үҙенең йәшәгән мөхитен дә яҡшы белергә тейеш, тигән маҡсатта топонимика, гидронимика, йәғни ер-һыу атамалары бу­йынса ла ярыш төрҙәре иғлан итмәксебеҙ. Мәҫәлән, Мә­ләүез районында төп­көлдә урынлаш­ҡан Ҡотоҡсумған мәмерйәһен геологтар Ожиганов мә­мерйәһе тип нарыҡлаған. Тағы береһен Антонов мәмерйәһе тип йөрөтәләр. Йәш быуын тыуған яғы тәбиғәтен яҡшы бе­лергә тейеш. Ғөмү­мән, тарихи ер-һыу атамаларын белеү туған телгә ҡарата һөйөүҙе тағы ла арттыра.



Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты бәйгеләре еңеүселәренә башҡорт телен яҡшы белгән иң һәләтлеләр, төрлө олимпиада еңеүселәре, милли проект­тар­ҙа ҡатнашыусы балалар һәм үҫмерҙәр ҡушылды. Ике йөҙҙән ашыу уҡыусы һәм балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе «Туған тел илселәре» республика слетында ҡатнашыуҙарына бик шат ине. БР Мәғариф министрлығының бүлек начальнигы Розалия Сафиуллина әйтеүенсә, байрамдың быйылғы форматы күпкә киңерәк һәм фәһемлерәк. Республиканың һәр ҡала-районынан һәләтле балалар бындай форумдарҙа күберәк ҡатнашһын өсөн киләсәктә уларҙы төбәктәргә барып уҙғарыу күҙал­лана.



Ысынлап та, «Туған тел илселәре»нең йөкмәткеһе бик ҡыҙыҡлы булды. Интеллектуаль уйындарға ҡоролған ете интерактив майҙансыҡ эшләне.
Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары сығыш яһаған «Белем биреү ойошмаларында милли проекттарҙың үҫеше» тип аталған майҙансыҡта йәштәр өсөн үҙ-ара аралашыу, танышыу, фекер алышыу майҙанына әйләнгән форумдар хаҡында бәйән ителде. Мәҫәлән, «Аҫылташ», «Ҡош юлы», «Мәргән уҡсы» кеүек мәҙәниәтебеҙҙе үҫтергән сараларҙың лидерлыҡты үҫтереү, заманса фекер йөрөтөү, белемгә ынтылыу кеүек сифаттарҙы булдырыуға булышлыҡ итеүен аңлаттылар. Был майҙансыҡта ҡатнашыусы Айрат Батыраев башҡорт телендәге дебат уйындарында призлы урын яулаған. Бишбүләк районының Бикҡол ауылынан килгән егет, ошо көндәрҙә уҙасаҡ Рес­публика милли дебат уйындарында ҡатнашыу өсөн бик күп файҙалы мәғлүмәт алдым, тип белдерҙе. Етмәһә, форум эшендә әүҙем ҡатнаш­ҡаны өсөн уға бүләк тә биргәндәр.

– «Туған тел илселәре» тигән акция барышында хеҙмәттәшем Юлай Сәлимгәрәев менән кескәй дуҫтарыбыҙға «Алтын тирмә» интеллектуаль уйынын үткәрҙек, – тип һөйләй Өфөнөң 95-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы Гөлфирә Миң­ләхмәтова. – «Алтын тирмә» республикабыҙҙың төрлө ҡала, ра­йонынан килгән, туған телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә битараф булмаған рухлы, талантлы балалар­ҙы бер ғаилә итеп берләштерҙе. Бер-береһен тәүге тапҡыр күреүҙәренә ҡарамаҫтан, улар командалар­ға бүленеп, сәмләнеп, зирәклектә, отҡорлоҡта, тапҡырлыҡта көс һынашты. Телһөйәр, илһөйәр балалар менән аралашыуыма, улар менән эшләүемә сикһеҙ шатландым. Уларға ҡарап, ысын күңелдән һоҡландым, телебеҙ киләсәге өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем.



Баймаҡ районының Түбә ауылынан килгән Маргарита Александрова «Мостай иленә сәйәхәт» интеллектуаль уйынында ҡатнашты. Ул башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә һәм республика кимәлендәге олимпиадаларҙа призлы урындар яулаған. Шиғри күңелле ҡыҙ бөйөк әҙиптең әҫәрҙәрен артабан өйрәнергә һәм ятларға дәрт-хис алған.

Ә бына заманса белем биреү өсөн интерактив ҡулланмалар күрһәткән майҙансыҡта йәше-ҡарты мәж килде. «Базис» интеллектуаль үҙәге тәҡдим иткән бындай видео­проектор­ҙар һәр мәктәптә булһа икән ул! Бының кеүек уҡытыу ҡорамалдарын ҡулланғанда күңелле уйын аша телде өйрәнеүен бала һиҙмәй ҙә ҡала, күрәһең. Интерактив өҫтәлдәр, панелдәр, системалар, таҡталар, иң бәләкәстәр өсөн конструктор, ҡомлоҡ, музыка ҡорамалдары – барыһы ла шул тиклем ҡыҙыҡлы һәм телде тиҙ аңлатыуға ҡоролған.

Ә төштән һуң форумда ҡатнашыу­сылар бүләкләү тантанаһына йыйылды, «Тамыр» вокаль ансамбле, «Аҡйондоҙ» халыҡ бейеү коллективы, Наҙгөл Отузова һәм башҡалар ҡатнашлығындағы концертты ҡарап кинәнде. Бер генә бала ла Маҡтау ҡағыҙы һәм бүләк­һеҙ тороп ҡалманы. Ана шулай шаулап-гөрләп үтеп китте сираттағы Әсә телебеҙ көнө. Күптәр уны яҡшы белеүенә ҡыуанып, оло ғорурлыҡ кисерҙе. Башҡорт теленә илтер юлдарыбыҙ күберәк булһын!




Автор: Л.Хәлитова
Фото: Ю.Кәримов






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»