RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » "Йондоҙло табын" - Луиза ЗАКИРЙӘНОВА

12.12.2018 "Йондоҙло табын" - Луиза ЗАКИРЙӘНОВА

“Мисс Башҡортостан” матурлыҡ студияһы директоры Луиза ЗАКИРЙӘНОВА “Йәшлек” гәзите уҡыусыларына үҙенең аш-һыу серҙәрен сисә.


Ҡара емешле пицца

Ҡамыр өсөн барлыҡ ризыҡ та бүлмә температураһында булырға тейеш. Шул осраҡта ул матур булып ҡабарасаҡ. Бер стакан һөт, ике йомортҡа, 25 грамм ҡоро сүпрә, тәменә ҡарап тоҙ һәм самалап он һалып, ҡаты ҡамыр баҫырға ла, бер аҙ ултыртып торорға. Табаны алдан зәйтүн майы менән майлағас, ҡамырҙы йәйеп һалырға. Пицца эслеге өсөн ыҫланған ит ризыҡтарының бер нисә төрөн алырға кәрәк. Мин был осраҡта колбаса, тауыҡ ите, карбонад алам. Ҡамырға томат соусы һөрткәс, ҡатлам-ҡатлам итеп туралған ит ризыҡтары, помидор, һуған, ҡара зәйтүн емеше (маслина) һәм ҡара емеш һалырға. Иң өҫкө ҡатҡа ҡырғыс аша үткәрелгән ҡаты сыр һибергә.
Пиццаны ярты сәғәт духовкала бешергәс, ишеген асып, тағы ла 10 минут тирәһе тоторға.

Маклюбе
Мин сәйәхәт итергә яратам. Мотлаҡ урындағы халыҡтарҙың милли ризыҡтарын тәмләп ҡарайым. Иран, Төркиә, Фәләстан илдәрендә был ризыҡ күпләп әҙерләнә. Ныҡ оҡшағас, өйрәнеп, үҙем дә бешерә башланым.
Итте бешереп алғас, ваҡлап турарға ла, әсе тәмләткестәр һалып, ҡыҙҙы­рыр­ға. Дөгө ярмаһын бешерергә. Уртаса тәрәнлектәге ҙур тәрилкәнең уртаһына ит менән дөгөнө ҡатлап һалырға. Уртаса ҙурлыҡтағы помидор, ҡыяр, борос һәм йәшел тәмләткестәр­ҙе турап, салат эшләргә лә, итле тәрилкәне ситләтеп, яртыһына һалыр­ға. Ә тәрилкәнең яртыһына ҡатыҡ ҡойорға.
Бик үҙенсәлекле ризыҡ килеп сыға. Әлбиттә, һәр ваҡыт бешереү өсөн түгел. Әммә һирәкләп булһа ла әҙерләп, аш-һыуҙы төрләндерергә тәҡдим итәм.

Гөлнур ЮЛДАШЕВА
яҙып алды.




Автор: Г.Ҡыуатова
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»