30.11.2018 Хужабикәләргә кәңәш
✔ Ҡыҙҙырыр алдынан һуғанды онда әүәләп алһаң, ул һарғылт- һары төҫкә инер һәм көймәҫ.
✔ Табалағы һуған еҫен бөтөрөү өсөн ҡыҙыу табаға еүеш сәй төпрәһе һалығыҙ.
✔ Һуған турағанда бысаҡты һалҡын һыуға тығып алығыҙ, әсеһе бер аҙ кәмер.
✔ Һуғандың әсеһен кәметеү өсөн бер нисә киҫәккә бүлеп, һалҡын һыуҙа тотоп алығыҙ.
✔ Әгәр тымау тейһә, һуғанды ҡырғыста ҡырып, һутын һығығыҙ һәм аҙ ғына һыу ҡушып, мамыҡты сылатып, танау ҡыуышлыҡтарына ҡуйығыҙ.
✔ Урталай ҡырҡылған һуғандың яртыһы менән бысаҡтың тутын таҙартырға мөмкин.
✔ Бысранған сумканы урталай ҡырҡҡан һуған менән ныҡ ҡына ышҡып таҙартып була. Һуған бысранһа, өҫтөн ҡырҡып алығыҙ ҙа, тағы ышҡығыҙ. Һуңынан сумкағыҙҙы ялтырағансы таҙа ҡоро сепрәк менән һөртөгөҙ.
✔ Ризыҡ әҙерләгәндә икегә ҡырҡылған һуған артып ҡалһа, ҡырҡылған урынға тоҙ һибегеҙ ҙә, һауытҡа һалып ҡуйығыҙ. Һыуытҡыста ҡапҡаслы һауытта һаҡлағыҙ.
✔ Һуғанды янып ятҡан мейес, эшләп торған газ плитаһы янында тураһағыҙ, күҙҙәрегеҙ йәшләнмәҫ.
✔ Ағас таҡтала һуған еҫе оҙаҡ һаҡлана. Шуға ла был йәшелсәне пластмасса таҡтала турарға кәрәк.