RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Инженер-драматург

24.11.2018 Инженер-драматург

йәки Ижадҡа тотонорға бер ҡасан да һуң түгел


Уның әҫәрҙәрен “тормош драмаһы” тип атарға булыр ине. Ябай кешеләрҙең көндәлек тормошо һүрәтләнгән пьесаларҙа һәр ваҡыт бөгөнгө көндөң актуаль проблемалары күтәрелә. Ғүмере буйы инженер һөнәренә тоғро ҡалған драматург, Рамазан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты Әминә Миңлеғол ҡыҙы ЯХИНА менән театр сәнғәте, драматургия тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.


– Бөгөнгө көндә драматург булып танылған Әминә Яхина нисек итеп инженер булып китте? Ул һөнәр бала саҡ хыялығыҙ инеме?

– Ҡайҙа инде ул ваҡытта инженер булыу тураһында хыялланыр­ға? Мин инженер-химик тигән һөнәрҙең барлығын да белмәй инем. 1969 йылда Баймаҡ интернат-мәктәбен тамамлап, ҡулыма аттестат алған саҡта Башҡорт дәүләт университетының химия факультетына уҡырға инергә теләнем. Был йүнәлеште һайлауыма уҡытыусым Гөлсара Искәндәр ҡыҙының йоғонтоһо ҙур булды. Июль айы башында баш ҡалаға килеп, уҡыу йортона документтар­ҙы тапшырған ваҡытта, был факультетта әҙерлек курсы юҡ, математика йәки физика факультетына бар, тинеләр. Мин, әле генә төпкөлдән беренсе тапҡыр ҙур ҡалаға килгән ҡыҙ, Өфөлә бер туғаным да, танышым да булмағас, бер аҙға юғалып ҡалдым. Шул ваҡытта райондаш ике егет осраны, улар нефть институтына йыйына икән, мине лә унда барырға саҡырҙылар. Көн кискә
ауыша башлағайны, күп уйлап тормай, уларға эйәрҙем. Бер ай әҙерлек курсында уҡып, имтихандарҙы уңышлы биреп, уҡырға инеп киттем.

– Тыуып үҫкән ғаиләгеҙҙә әҙәбиәткә, сәнғәткә, ғөмүмән, белемгә ынтылыш, ҡыҙыҡһыныу булдымы?

– Атайым йәшләй генә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, фашистарҙы тар-мар иткәс, 1946 йылда әсәйем менән танышып, үҙҙәренең тыуған Темәс ауылында ғаилә ҡороп ебәрә. Һуғыш арҡаһында уларға белем алырға тура килмәгән, шулай ҙа атайым ете генә класс белеме менән сельсоветта һалым инспекторы булып эш башлай, унан һуң бухгалтерҙар курсын тамамлап, сельпола бухгалтер булып эшләне. Ә әсәйем бер-бер артлы ете бала табып, беҙҙе тәрбиәләне. Улар икеһе лә китап уҡырға әүәҫ булды, бик күп гәзит-журнал алдыралар ине. “Ағиҙел” журналын талашып уҡығандары һаман да хәтеремдә. Китапҡа һөйөү уларҙан миңә лә бирелгәндер, тип уйлайым. Атайымдың әсәһе Тән­зилә өләсәйем сығышы менән Ирна­заровтар тоҡомонан ине. Улар яғынан уҡымышлы кешеләр бик күп булған. Шуларҙың береһе, Рәшит Ирназаров – профессор. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, атайым был донъя­нан бик иртә китте, ете баланы үҫтереү, уларға белем биреү әсәйемдең иңенә төштө. Уға, йәне йәннәттә булһын, оло рәхмәтлемен: нисек кенә ауыр булмаһын, белем алһын тип, һуңғы тиндәрен биреп, мине уҡырға ебәрҙе.

– Ғәҙәттә, әҙәбиәткә шиғриәт йәки ҡыҫҡа хикәйәләр менән киләләр. Һеҙҙең тәүге яҙ­ған әҫәрегеҙ ни­мә ине һәм ул нисек яҙылды?

– Мәктәп йылдарында йәшереп кенә шиғырҙар яҙа торғайным, тик уларҙы бер кемгә лә күрһәткәнем булманы. Рус теле уҡытыу­сыһы Мәүжиҙә Рахманғол ҡыҙы Айытҡолова мин яҙған иншаларға һәр ваҡыт юғары баһа бирә ине. Әҙәбиәткә ныҡлап 45 йәшемдә килдем тиһәм, яңылыш булмаҫ. Баймаҡта һәр ваҡыт әҙәби, мәҙәни мөхит булды. Йыл һайын район кимәлендә бик күп сара уҙғарылып, район мәҙәниәт йорто гөрләп тора. Шуларҙың береһе – ойошма, ауылдар араһындағы спектаклдәр конкурсы. Ул ваҡытта минән бер класс алда уҡыған Буранбай Исҡужиндың “Һуңғы аҡсарлаҡ” спектакле Сибай театры сәхнәһендә бик ҙур уңыш менән бара ине. Сәмле кеше булған­ғамы: “Ниңә, Буранбай яҙғанды, миңә лә пьеса яҙып ҡарамаҫҡа?” – тигән уй килде. Наил Ғәйетбайҙың “Пьеса нисек яҙыла?” тигән китабын ҡат-ҡат уҡып сыҡтым. Шулай итеп, ҡәләмгә тотондом. “Ҡайырыл­маһын ҡанаттар” исемле пьесаны интуицияма таянып яҙҙым тиһәм, хата булмаҫ. Уны үҙем эшләгән коллектив менән сәхнәләштерергә лә теләгем ҙур ине, тик унда ҡатнашырға ир-егеттәрҙе ризалатып бул­маны.

– Ул пьеса нисек Сибай башҡорт дәүләт драма театрына барып эләкте?

– Бер көн Буранбайҙы тап итеп: “Пьеса яҙғайным, һинең фекереңде белергә ине”, – тигәс, ул ҡуш ҡуллап риза булды. Икенсе көндө иртә менән беҙгә килде лә: “Әйҙә, киттек”, – ти. “Ҡайҙа?” – тим, аптырап. Ул фырт ҡына: “Ҡайҙа булһын, Сибай театрына!” – ти. Театрҙа Буранбай үҙ кеше булып алғанға, туп-тура режиссер Сәлихйән Әфләтүновтың кабинетына алып инде. Режиссер әҙәби бүлек мөдирен, бер нисә артисты саҡыртып, минең әҫәрҙе уҡынылар. Уҡып сыҡҡас, төрлө фекер, һорау ҙа булды. Шулай ҙа, минең күңелде ҡыймаҫ өсөн, пьесаның темаһы бөгөнгө көндә бик актуаль, тик әле ул сей, тип, әҫәрҙе яҡшыртыу буйынса кәңәштәр бирҙеләр. Ыңғай фекер ишетеп, ҡанатланып ҡайтып, пьесаны төҙәтеп, театр тупһаһын бер генә түгел, әллә нисә тапҡыр тапарға тура килде. Яңы йылдан һуң Башҡор­тостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова шылтыратып: “Ниңә килеп тә күренмәйһең? Пьесаңды театр ҡабул итте, хәҙер читка бара”, – тине. Ул ваҡытта театр ҡанундарын белмәгәс, былар минән күстәнәс көтә икән тип, төнө буйы бешеренеп-төшөрөнөп, икенсе көндө иптәшем менән театрға киттек. Ишекте асып, ауыр ғына сумкамды өҫтәлгә ултырттым да: “Бына һый алып килдем”, – тинем. Режиссер ҙа, артистар ҙа йығылып ятып көлөргә тотондо. Уларҙың нимәгә көлгәнен аңламай: “Үҙегеҙ һоранығыҙ бит, читка тип”, – тинем. Баҡһаң, ул читка тигәндәре артис­тарға ролгә инер өсөн ентекләп пьесаны уҡыу икән. Был хәлде аҙаҡтан артистар лаҡапҡа әйләндерҙе.
Башлап яҙған сейле-бешле пьесамды ҡабул итеп, уны профессиональ театр сәхнәһендә ҡуйырға батырсылыҡ иткәндәре өсөн Сибай театр коллективына, бигерәк тә режиссер Сәлихйән Ғиниәт улына рәхмәтлемен. Әгәр шул ваҡытта бороп ҡайтарһалар, ҡабат ҡәләмгә тотоноуым икеле булыр ине.

– Үҙегеҙҙең пьесалар буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙе ҡара­ғанда нимәләр кисерәһегеҙ?

– Пьеса яҙған саҡта геройҙар менән һөйләшәһең, уларҙың яҙмыштарына йә шат­ланаһың, йә ҡай­ғыраһың. Ә инде спектакль булып сәхнәгә күтәрелһә... “Ҡайырылмаһын ҡанаттар” спектакленең премьераһын шундай ашҡынып көттөм. Мине бигерәк тә, спектаклде тамашасы ҡабул итерме, юҡмы, тигән һорау борсоно. Ниһайәт, ул көн килеп етте. Ул ваҡыттағы тулҡынланыуҙарым, кисерештәрем әйтеп бөткөһөҙ булғандыр. Театрҙа зал тулы тамашасыны күргәс, берҙән, шатландым, икенсенән, борсолдом. Спектакль башланып киткәс, бер аҙ тынысландым, сөнки халыҡ бөтә иғтибарын сәхнәгә йүнәлткәйне. Унда артистар бөтә оҫталыҡтарын һалып, тамашасыны йәлеп итеп уйнаны. Үҙем дә һиҙмәҫтән, уларҙың кисерештәре менән йәшәй башланым, хатта әҫәр­ҙең үҙемдеке икәнен дә онотоп, тамашасылар менән бергә, етем егетте йәлләп, илап ҡараным. Ә инде спектакль тамамланғас, мине сәхнәгә сығарыуҙары, ал­ҡышлауҙары матур төш һымаҡ ҡына иҫтә ҡалды, үҙемде ерҙә түгел, ә ҡайҙалыр осоп йөрөгән һымаҡ хис иттем. Бындай хистәрҙе шағир ҙа, прозаик та кисерә алмай. Бары драма әҫәренә генә режиссер, артистар йән индерә, музыкант менән рәссам уны тулыландыра. Ә тамашасы алҡыштары һине тағы ҡанатландырып ебәрә.

– Элекке театр менән бөгөнгө театр айырыламы?

– Театр бер урында тапанмай, ул һәр ваҡыт үҫеш юлында булырға тейеш. Тик шул ваҡытта ғына ул үҙенең тамашасыһын йәлеп итә ала. Хәҙерге ваҡытта республика театрҙарының Мәскәүҙә белем алған режиссерҙар менән тулыланыуы ҙур иғтибарға лайыҡ. Бигерәк тә бындай күренештәр баш ҡала театрҙарында асыҡ күренә, йәш режиссерҙар прогрессив алымдарҙы файҙаланып, бик матур, сағыу спектаклдәр ижад итә, фестивалдәрҙә ҡатнашып, лайыҡлы баһа ала. Ул йәһәттән Айрат Әбү­шаһмановты, Рөстәм Хәкимовты, Илсур Ҡаҙаҡбаевты билдәләп үтер инем. Әлиә Яхина менән Зиннур Сөләймәнов етәкселегендәге “Бөгөнгө драматургия һәм режиссура” бүлеге йәш драматургтарҙы табыу һәм йәлеп итеү өсөн конкурс­тар үткәреп, Мәскәүҙән күренекле белгестәрҙе саҡырып, уларҙың әҫәрҙәрен тикшереп, тейешле баһа биреп, бик ҙур эш башҡара. Үҙем йәшәгән Сибай ҡалаһына килгәндә, ун йыл элек театр коллективы көслөрәк булып, төрлө жанрҙағы әҫәрҙәргә ҡыйыуыраҡ тотонһа, хәҙерге ваҡытта йәш көстәрҙең әҙ булыуы, шулай уҡ режиссерҙарҙың ҡуйған спектаклдәрендә яңы алымдар юҡлығы һиҙелә.

– Пьеса күпме ваҡытта яҙыла? Алдан уйланылғанса тамамланамы әллә, яҙыу барышында яңы идеялар килеп, башҡа боролош алыуы ла мөмкинме?

– Кеше яҙмышы төрлө булған һымаҡ, һәр әҫәрҙең дә яҙмышы төрлө була. Ҡайһыһы бик тиҙ яҙыла, ә икенсеһе, күпме генә тырышлыҡ һалһаң да, барып сыҡмай. Яҙыусының күңел торошон да иҫәпкә алырға кәрәк. Тормошоң ыңғай барһа, яҙыуы ла рәхәт, ә инде ҡытыршылыҡтар килеп сыҡһа, ҡулға ҡәләм алғы килмәй. Мин үҙем яҙыусылыҡ һөнәренә шөғөл тип кенә ҡарайым, сөнки күп ваҡыт төп эшкә йүнәлтелә. Унан һуң, ҡатын-ҡыҙ булараҡ, ғаиләңде, балаларҙы ла ҡарарға кәрәк. Әлеге ваҡытта ололар һәм балалар өсөн егерменән ашыу пьеса ижад итеп, шуларҙың туғыҙы профессиональ театр сәхнәһендә ҡуйылһа, бик күптәрен халыҡ театрҙары үҙ итте.

– Заказ буйынса яҙғанығыҙ бармы?

– Сибай ҡалаһының ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һорауы буйынса, балалар өсөн “Юл ҡағиҙәләре әлифбаһы” исемле пьеса яҙырға тура килде. “Сулпан” балалар театры уны ике телдә сәхнәләштереп, балалар баҡсаһы һәм мәктәп балалары алдында сығыш яһай. Унан һуң тағы юл ҡағиҙәләре менән балаларҙы таныштырыу өсөн “Синьор светофор” исемле пьеса ижад иттем. Был пьеса ла “Сулпан” балалар театрында сәхнәләштерелде. Тағы ла театрҙар янғын хәүефһеҙлеге, наркомания тура­һындағы әҫәрҙәр менән бик ҡыҙыҡһына. Бындай пьесалар балалар өсөн бик кәрәк, бәлки, киләсәктә ундай темаларға ла тотонормон тип уйлайым.

– Әлеге ваҡытта ниндәй әҫәргә тотондоғоҙ? Ниндәй темаға яҙырға теләйһегеҙ?

– Яҙыусы булараҡ, әле шуны яҙам, тип бик асылып барырға яратмайым. Сөнки ҡайһы бер әҫәргә тотонам да, үҙемдән ҡәнәғәт булмай, ул эште туҡтатып ҡуям. Ана шундай эштәр әллә күпме йыйылып китте. Әлеге көндә “Китап” нәшриәтендә балалар өсөн яҙыл­ған пьесалар йыйынтығым нәшер ителергә әҙерләнә, шуға һөйөнәм. Хәҙерге ваҡытта мине ауылдарҙа йәшәгән кешеләрҙең тормошо, эш урындары булмағанлыҡтан ир-егеттәрҙең сит яҡтарға сығып китеп, күп ғаиләнең тарҡалыуы борсоуға һала. Юғары белем алып та, йәштәрҙең һайлаған һөнәре буйынса эшкә урынлаша алмауы бик хәүефләндерә. Шул турала яҙырға кәрәк, тип маҡсат ҡуйғанмын.

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Әнисә апай. Киләсәктә яңы пьесаларығыҙҙы театр сәхнәләрендә күрергә насип булһын!

Нургөл ШӘРИПОВА
әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»