RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (19-25 ноябрь)

19.11.2018 Йондоҙнамә (19-25 ноябрь)

Йондоҙнамә (19-25 ноябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Мәл яңы эш урыны эҙләү өсөн уңайлы. Бәғзеләр күптән көткән ыңғай хәбәрҙе ишетер һымаҡ. Был арала алыҫ һәм яҡын араға сәфәр­ҙәрегеҙ уңышлы булыр. Үткәндәргә йомғаҡ яһағыҙ, маҡсат ҡороғоҙ, тик был турала бер кем дә белмәһен.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Ҡайһы бер ваҡиғаларҙың башы бөтөнләй уйламағанса йүнәлеш алыр. Был арала эштәрегеҙҙең ваҡытлыса туҡтауы ла бар. Кемдер иңегеҙгә яңы йөкләмәләр һалырға маташыр. Быға ҡаршы торорға тырышығыҙ. Кеше фекеренә таянмағыҙ, үҙ башығыҙ ҙа бар бит әле.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Алдығыҙҙа ҡалҡып сыҡҡан мәсьәләләр тәү ҡарашҡа хәл итә алмаҫлыҡ һымаҡ күренер. Аҙна барышында ниндәйҙер шәхси мөнәсәбәттәрҙең бөтөнләйгә боҙолоуы ихтимал. Быны тыныс ҡабул итегеҙ. Йомала килгәнде бүләк итеп ҡабул итегеҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Осор тырыш кешеләр өсөн һәйбәт. Ялҡауҙар был көндәрҙе ҡәҙимгесә үткәрер. Йондоҙҙар был арала ҙур эштәргә тотонмаҫҡа ҡуша. Иң тәүҙә башлағандарын тамамлағыҙ. Кесе йомала дәғүәләрҙән ары тороғоҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Дүшәмбе – шишәмбелә әүҙемлек күрһәтеүегеҙ мотлаҡ уңышҡа килтерер. Йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыу бигерәк тә һәйбәт барыр. Яҡын тирәләге кешеләрҙе яҡшыраҡ аңлай башлар­һығыҙ. Бәғзеләрҙең ышанысһыҙ икәнен дә асыҡ күрерһегеҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Ниндәйҙер мәсьәләне хәл иткәндә шишәмбелә яңылыш юлдан китеүегеҙ ихтимал. Хәлде төҙәтеү һеҙҙән көс һәм, иң мөһиме, ваҡыт талап итер. Йондоҙҙар аралашыуҙа йомшағыраҡ булыр­ға, тиҫкәреләнмәҫкә ҡуша. Аҙнаның икенсе яртыһы күпкә тынысыраҡ уҙыр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Был көндәр шәхси тормошоғоҙға күптән көткән тыныслыҡ килтерер. Элекке үпкәләшеүҙәр һәм дәғүәләр ҙә яйлап онотолор. Етди һөйләшеүҙәрҙе кесе йомаға ҡалдырмағыҙ. Был арала күптәр эшендә тулы тәртип урынлаштырыр.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Бар көсөгөҙҙө йыйып, иң мөһим мәсьәләне генә хәл итеүгә йүнәлтһәгеҙ, һеҙҙе мотлаҡ уңыш көтәсәк. Аҙна белем арттырыу һәм уҡыу өсөн һәйбәт. Иң ауыр имтихандарҙы ла еңел тапшырырһығыҙ. Йомала тотонған эшегеҙҙең аҙағы мотлаҡ яҡшы тамамланыр.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙнаның тәүге яртыһында етдиерәк булырға, күңел асыуҙан тыйылырға кәңәш ителә. Төп эшегеҙҙә төрлө хәл ителмәгән мәсьәлә күбәйеп китер. Уларға ныҡлап тотонорға тура килер. Шаршамбынан һуң бер нисә ыңғай ваҡиға көтөгөҙ. Ҡулығыҙға аҡса ла инер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ баһалауығыҙ мөһим. Ҡайһы бер яңы эштәрегеҙ һеҙ уйлағанса бармаҫ кеүек. Аҡсаға ла ҡытлыҡ кисерерһегеҙ. Кесе йоманан һуң хәлегеҙ бер аҙ һәйбәтләнер. Был аралағы танышлыҡтар өмөтһөҙ күренә.

Саян (24.10 – 22.11)
Тормошоғоҙҙа ниндәйҙер үҙгәрештәр көтөлә. Ғөмүмән, бөтә яңылыҡ һеҙҙең файҙаға булырға тейеш. Аҙна уртаһында ниндәйҙер дәғүәгә инеүегеҙ бар. Әгәр ҙә уны тиҙ һәм ашығыс хәл итә алмаһағыҙ, һөҙөмтәләре оҙаҡҡа һуҙылыр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Осор һәйбәт башланып китер. Шулай ҙа дүшәмбе, шишәмбелә әүҙемлегегеҙҙе бер аҙ кәметеүегеҙ дөрөҫ булыр. Кесе йомала ниндәй­ҙер бигүк килешмәгән тәҡдим ишетерһегеҙ. Унан ҡәтғи баш тартығыҙ. Ғөмүмән, был арала кеше эштәренә ҡыҫылмаҫҡа тырышығыҙ.











Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»