18.11.2018 Теш щеткаһын нисек дөрөҫ һайларға?
- Теш щеткаһын өс айға бер мәртәбә алмаштырығыҙ. Уны дарыухананан йәки махсус магазиндарҙан ғына алығыҙ.
- Сифатлы теш щеткаһының ҡылдары ҡойолмай.
- Щетканы һайлағанда тештәрегеҙҙең үҙенсәлеген дә иҫәпкә алығыҙ. Пломба ҡуйылғандарына уртаса ҡатылыҡтағы (медиум), һиҙгер тештәргә - йомшаҡ (софт), сәләмәт тешле кешеләргә - ҡаты (хэрд) теш щеткаһын һайларға кәңәш ителә.
- Теш щеткаһының ҡылдары ҡыҫҡа булһа яҡшыраҡ. Ул теш ҡаҙнаһын йәрәхәтләмәйәсәк.
- Ҡылдары синтетик материал – нейлондан яһалған ябай теш щеткалары сифатлыраҡ . Тәбиғи материалдан яһалғанында иһә бактериялар күп була.