RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йүрмә бешереп ашайыҡ!

13.11.2018 Йүрмә бешереп ашайыҡ!

Йүрмә бешереп ашайыҡ!
Аллаға шөкөр, бөгөн табындарҙа талҡан, буҙа, ҡымыҙ, сәк-сәк, бишбармаҡ һәм башҡа төрлө милли ризыҡтар ныҡлы урын алды. Ауыл ерендә хужабикәләр уларҙы үҙҙәре әҙерләһә, ҡалаларҙа махсус магазиндарҙа һатып алырға була. Элегерәк ҡыҙыл эремсек, ҡорот, айранды эҙләп тә табып булмаһа, бөгөн улар һәр бер сауҙа йорттарында тиерлек һатыла. Туҡмас, һалма, бишбармаҡ етештергән бәләкәй цехтарҙың да күпләп асылыуы һөйөнөслө.

Шулай ҙа башҡорт халҡының өйрәнелеп бөтмәгән хазиналары байтаҡ әле. Мәҫәлән, Ейәнсура районының һабантуй байрамдарында 2000 йылдар башында уҡ йүрмә, балан ҡатығы, “бетле” икмәк кеүек һирәк осраған ризыҡтар бешерелә ине. Әйткәндәй, башҡа яҡтарҙа эсәктән үреп бешерелгән ашты йүрмә тиһәләр, беҙҙең яҡтарҙа ул үрмә тип атала. Ә ысын йүрмә бешерергә бөгөн беҙгә Ейәнсура районының Юлдаш ауылында йәшәүсе хеҙмәт һәм тыл ветераны, 88 йәшлек Фәтхиямал Кәлимулла ҡыҙы ИШЕҒОЛОВА өйрәтә. Ул һуғыш йылдарында колхоздың барлыҡ ауыр эшендә ҡатнаша, аҙаҡ Өфө китапхана техникумы янындағы курстарҙы тамамлап, оҙаҡ йылдар ауыл китапханаһында эшләй. Ҡулынан килмәгән эше юҡ, тиҙәр ундайҙар тураһында. Күлдәк тә тегә, бәйләм эшенә лә оҫта. Бәйләгән шәлдәре менән район һәм республика конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яуланы. 11 йыл рәттән һабантуй байрамдарына табын әҙерләүҙә ҡатнашҡан.
– Аллаға шөкөр, хәҙер ашарға нимә теләйһең, барыһы ла бар. Рәхәтләнеп бешеренергә була. Бала саҡта михнәттәрҙе күп күрҙек, һуғыш йылдарында ыумас, йәшел үлән менән йән аҫраныҡ. Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, матур йәшәргә насип булһын һәр кемгә. Һуғыш йылдарында бер телем икмәккә зар булып ултырғанғамы, хәҙер ҙә ризыҡты исраф итке килмәй. Әйткәндәй, беҙҙең әсәй-өләсәйҙәр әсегән һөттән дә, малдың баш итенән дә телеңде йоторлоҡ аш-һыу әҙерләгән, эс-ҡарындан бешерелгән бәлеш, тояҡты өтөп яһалған һерелдәк (холодец) кенә ни тора! Йүрмә лә – бауырҙы төрләндереп бешереүҙең бер төрө. Бала саҡта гел бешергәндәрен хәтерләйем, аҙаҡ онотолдо. Һабантуй байрамдарына милли ризыҡ әҙерләү башланғас, иҫкә төшөрөп бешерә башланым, – ти Фәтхиямал инәй.
1. Йүрмә әҙерләү өсөн төп ризыҡтар – йәш малдың эс майы һәм бауыры. Эс майын йыртмай, тишмәй генә биҙҙәренән таҙартҡас, уны 15х15 сантиметр ҙурлыҡтағы шаҡмаҡтарға ҡырҡырға. Бауырҙы артыҡ ҙур ҙа, ваҡ та булмаған өлөштәргә турарға.

2. Эс майының өҫтөнә туралған бауыр, һуған (яҙ айҙарында йыуаны ҡулланырға була), укроп, бер аҙ бүрттерелгән тары ярмаһы һалыр­ға, тоҙ, борос һибергә. Тары ярмаһын яратмаған кеше дөгө һала, тик уны яртылаш бешереп алырға кәрәк.
– Бер йылы һабантуй байрамында дөгө менән бешергәс, бер жюри ағзаһы: “Борон ул булмаған, тимәк, йүрмә милли ризыҡ түгел”, – тип белдерҙе. Шунан бирле элеккесә тары ярмаһы менән бешерәм, – ти Фәтхиямал инәй.

3. Эслеге ҡойолмаҫлыҡ итеп эс майын матурлап төрөргә лә, таралмаһын өсөн малдың ас эсәге менән бәйләп ҡуйырға. Майҙың ҡалыныраҡ ерен урта тирәгә тура килтерергә кәрәк. Эсәк урынына сығырлы еп ҡулланырға мөмкин.

4. Кәстрүлгә йүрмәләрҙе теҙеп һалғас (бәйле яғын аҫта ҡалдырырға), һыу ҡойоп утҡа ҡуйырға. 40 минут тирәһе бешерергә.
5. Табынға уртаға бүлеп бирергә. Әгәр еп менән бәйләгән булһағыҙ, уны ҡырҡып алырға кәрәк. Кем май ашай ала – эс майы менән бергә ашай. Оҡшатмағандар эслеген генә ала.
6. Майлы һурпаны әрәм итергә теләмәһәгеҙ, бәрәңге һалып бешереп алырға була.

Гөлнур ҠЫУАТОВА яҙып алды

Йүрмә бешереп ашайыҡ!
Йүрмә бешереп ашайыҡ!
Йүрмә бешереп ашайыҡ!
Йүрмә бешереп ашайыҡ!
Йүрмә бешереп ашайыҡ!
Йүрмә бешереп ашайыҡ!
Йүрмә бешереп ашайыҡ!
Йүрмә бешереп ашайыҡ!
Йүрмә бешереп ашайыҡ!
Йүрмә бешереп ашайыҡ!
Йүрмә бешереп ашайыҡ!
Йүрмә бешереп ашайыҡ!










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»