RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Почта аҙнаһына өс мәртәбә таратылырға тейеш”

06.11.2018 “Почта аҙнаһына өс мәртәбә таратылырға тейеш”

“Почта аҙнаһына өс мәртәбә таратылырға тейеш”
Тормошобоҙҙо почта хеҙмәтенән тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Электрон технологиялар көнитмешебеҙгә нығыраҡ үтеп инһә лә, матбуғат баҫмаларына яҙылайыҡмы, хат- бандеролдәр ебәрәйекме, коммуналь түләүҙәрҙе түләргәме – почтаға барабыҙ. Баҙар иҡтисады шарттарында бөгөн был тармаҡ нисек эшләй? Почта килмәгәндә нимә эшләргә? Ауылда хат ташыусы табыу, ысынлап та, киҫкен мәсьәләме?
“Йәшлек” гәзите редакцияһында “Рәсәй почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы – Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы директоры урынбаҫары Ленард Рәмил улы ШАФИҠОВ һәм гәзит уҡыусыларыбыҙ менән “тура бәйләнеш”тә ошо һорауҙарға яуап эҙләнек.
Гәзитебеҙҙе алдырыусылар бик әүҙем булып сыҡты, бихисап шылтыратыу, мөрәжәғәт алдыҡ. Редакция ҡунағы уларҙың һәр береһенә ентекле яуап бирергә тырышты.

Фәнисә ТАһирова, “Учалы гәзите” райо­н гәзитенең баш мөхәррире: Учалы ҡалаһының почта бүлексәһендә подписка бүлеген бөтөрөп, Белорет ҡалаһына күсер­ҙеләр. Редакцияға яҙҙырған гәзиттәрҙе теүәл һәм ваҡытында килтермәй­ҙәр. Ташламалы хаҡҡа яҙҙырыу буйынса декада барғанын почта бүлексәһендә үҙҙәре лә белмәй. Белорет почтампты етәксеһенә мөрәжәғәт итеү ҙә һөҙөмтә бирмәне. Ниндәйҙер саралар күрергә кәрәктер?

Ленард ШАФИҠОВ: Ниндәй ваҡытта яҙҙырған гәзиттәрегеҙҙең һандары теүәл килмәне, шул факт­тарҙы теркәп, минең электрон почтама яҙып ебәрегеҙ. Үтенесегеҙҙе хәл итергә тырышырбыҙ.

Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА: Ғөмүмән, Белореттағы сортировка үҙәгенә ҡарата дәғүәләр күп. Беҙҙең гәзитебеҙҙе күбеһенсә Әбйәлил, Белорет, Бөрйән, Учалы райондары халҡы алдырып уҡый. Ҡайһы бер ауылдарға тотош номерҙар барып етмәгән осраҡтар ҙа бар. Уҡыусылар беҙҙән гәзит таптыра, редакцияға даими шылтыраталар. Баҫмағыҙ был аҙнала әллә сыҡманымы, тип тә һорайҙар.
Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылынан Иҙрис Ноғомановҡа, мәҫәлән, “Йәншишмә” гәзитенең 41-се һаны килмәгән. Тотош ауылға был һан таратылмаған...

Л. Ш.: Бындай хәл асыҡланманы. Урындағы почта бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, почтальондар был кешенең ҡулына һәр саҡ гәзит- журналдарын тапшыра. Бик талапсан гәзит-журнал алдырыусы. Райондарға гәзиттәрҙең ҡайһы бер һандары ни өсөн килеп етмәүен асыҡларбыҙ. Мин һеҙҙең үтенесегеҙҙе ишеттем.

Фаягөл НАСРЕТДИНОВА, Илеш районының Исәмәт ауылы: Үҙебеҙҙең Исәмәт ауылындағы Зәйтүнә Тимерова етәкләгән почта бүлексәһе эшенән бик ҡәнәғәтбеҙ. Был бүлексәгә ҡараған Исәмәт, Туҡайтамаҡ, Йәйләү, Турасы ауылдарын өс почтальон хеҙмәтләндерә. Бик мөләйем, алсаҡ улар. Яҙҙырған гәзит-журналдарыбыҙҙы, электр энергияһына квитанцияларыбыҙҙы ваҡытында килтерәләр. Оло кешеләр почтаға йөрөй алмай. Шуға ла түләүҙәрҙе ошо хат ташыу­сылар башҡара. Хатта йәшелсә-емеш орлоғон, сәй, кәрәкле хужалыҡ әйберҙәрен дә уларҙан һатып алабыҙ. Минең теләгем – һәр ауылда ла почта хеҙмәте эшләп торһон, ҡыҫҡартмаһындар уларҙы.

Л. Ш.: Почтальондар тураһында йылы фекерҙәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Фаягөл апай. Уны почта бүлексәһенә еткерербеҙ. Почтаның һөҙөмтәле эшләүе ауыл халҡынан тора. Хат ташыусының килеме бар – халыҡты матбуғат баҫмаларына яҙҙыра, тауар һата икән, ҡыҫ­ҡартыу­ға эләкмәйәсәк. Халыҡтан өмөт бар икән, был хеҙмәт тә эшләйәсәк.

З. Й.: Ауыл ерендә почтальондың эш хаҡы бик бәләкәй. Был эшкә кешеләрҙе йәлеп итеүе ауыр...

Л. Ш.: Килешәм. Аңлап тора­һығыҙ, беҙ күптән инде баҙар шарттарында йәшәйбеҙ. Хат та­шыу­сыға эш хаҡын, ситләтелгән мәғәнәлә әйткәндә, “эшкә килгән өсөн” түләйбеҙ. Ҡалғанын ул үҙе эшләй. Гәзит-журналдарға яҙҙыр­ған өсөн – 2 процент, тауар һатҡан сумманан 6 процент килем ала. Башҡа хеҙмәттәр күрһәткән өсөн дә түләүҙәр ҡаралған. Сер түгел, тырышып эшләп, ауыл ерендә 30-ар мең һум эш хаҡы алған хат ташыусылар ҙа бар.

Лира ҒАФАРОВА, Благовар мәғлүмәт үҙәге директоры: Ҡаш­ҡалаша зонаһында хат ташыусы хаҡлы ялға китте лә, почтальон таба алмайбыҙ. Бәләкәй генә эш хаҡына кеше килмәй. Ҡайһы бер ауылдарҙа ла почтальондар ҡыҫҡартылды. Был беҙҙең район гәзитен алдырып уҡыусылар һанын да кәметте. Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеп булмаймы ни?

Л.Ш.: Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең тармаҡты кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе бик киҫкен тора. Хат ташыусылар ғына түгел, ҡайһы бер почта бүлексәләренә начальниктарын да таба алмайбыҙ. Шуға ла район хакимиәттәренә, ауыл советтарына мөрәжәғәт итергә тура килә. Урындағы етәкселек ярҙамынан тыш был мәсьәләне хәл итеп тә булмаясаҡ. Почталь­он­дарҙың эш хаҡын йыл да күтәрәбеҙ, былтыр 30 процентҡа арттырҙыҡ. Хат ташыусы табыу урындағы етәкселектән дә тора.

Әлимә Ғәлләмова, Өфө райо­нының Шамонин ауылы: Ленард Рәмилевич, Шамонин ҙур ауыл булыуға ҡарамаҫтан, һаман да беҙҙә почта бүлексәһе юҡ. Гәзит-журнал алдырып уҡыуҙан мәхрүмбеҙ. Коммуналь түләүҙәр өсөн квитанциялар, һалым түләүҙәре, хаттар ҙа ҡулға килеп етмәй. Посылка килһә, әллә ҡайҙа ятҡан Урыҫ Юрмашына барырға кәрәк. Ҡасан беҙҙә почта бүлексәһе асылыр икән?

Л. Ш.: Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығына ауыл халҡынан коллектив мөрәжәғәт тә булды. Был мәсьәлә хәл ителеү өҫтөндә. Урыҫ Юрмашы ауыл хакимиәте ауылда аренда хаҡы бик юғары булмаған, санитар нормаларға тура килгән бина тапһа, почта бүлексәһен ойошторорға әҙербеҙ.

– Ленард Рәмилевич, Шишмә районынан Зилә Ғәлимйәнова шылтырата. Почтальон булараҡ һорайым, гәзит-журналдарға льготалы яҙылыу осорон ай аҙағынараҡ күсерә алмайһығыҙмы? Ай башында матбуғат баҫмаһына яҙылырға күптәрҙең аҡсаһы булмай. Пенсиялар ҙа 10 – 12-һенән һуң таратыла. Ташламалы хаҡҡа яҙылыу халыҡҡа уңайлы осорҙа ойошторолһон ине.

Л. Ш.: Бик урынлы тәҡдим әйттегеҙ. Ташламалы осорҙо беҙҙең идаралыҡ билдәләй. Икенсе юлы уны халыҡҡа уңайлы ваҡытта уҙғарырға тырышырбыҙ.

Артур Дәүләтбәков: Хәйбулла районы гәзитендә эшләүсе коллегаларыбыҙ: “Әбеш, Аҡъюл, Ива­новка ауыл хакимиәттәре зонаһына ҡараған ауылдарға почта аҙнаһына бер мәртәбә генә таратыла. Гәзит һуңлап килтерелгәс, халыҡтың да яҙылғыһы килмәй”, – тип зарлана. Почта аҙнаһына бер мәртәбә генә таратылырға тейешме?

Л. Ш.: Республикала барып етеүе ҡыйынлыҡтар тыуҙырған бер генә зона бар. Ул – Ҡариҙел районында Павловка һыу һаҡлағысы буйында ултырған ауылдар. Уларҙа почта аҙнаһына бер мәртәбә таратыла. Башҡа райондарҙа аҙнаһына өс мәртәбә таратылырға тейеш. Был хәл ҡабатлана икән, тәүҙә райо­нығыҙҙың почта бүлексәһе етәксеһенә мөрәжәғәт итегеҙ. Күптән түгел унда яңы етәксе ҡуйҙыҡ. Сара күрелмәһә, миңә яҙығыҙ. Килеп тыуған хәлде асыҡларбыҙ.

А.Д.: Йылайыр районының Дмитриевка, Бирҙәш ауылдарында почта бүлексәләре ябылған. Нимә эшләргә, тип һорағандар.

Л. Ш.: Ни өсөн ябылғанын асыҡларбыҙ. Әле республикала, бина булмауы йәки уның авария хәлендә булыуы, кадрҙар булмау сәбәпле, 43 почта бүлексәһе ваҡытлыса ябыл­ған. Улар эшләмәй торһа ла, почтаны был зонаға күрше почта бүлексәһе тарата.

А. Д.: Гәзит уҡыусыларыбыҙ: “Ташламалы хаҡҡа яҙылыу кампанияһы башланһа, почта бүлексәһендә, программа эшләмәй, тип подписка эшләмәйҙәр. Быны нисек аңларға?” – тип дәғүә белдерә.

Л. Ш.: СП – 2 документы буйынса өҙөклөктәр була. Программа эшләмәһә лә, бер ҡасан да подписка эшләүҙән баш тартмайбыҙ. Ҡағыҙға теркәргә лә мөмкин. Подписка эшләмәүгә был етди сәбәп түгел.

Илфат Ишмөхәмәтов, Өфө ҡалаһы: Ҡытайҙан бандероль яҙҙырып алам. Мәскәүҙән ул ике көндә Өфөгә килә. Бында минең ҡулға килеп еткәнсе һигеҙ көн үтә. Бер почта бүлексәһенән икенсеһенә күсеп тик йөрөй. Ни өсөн шулай?

Л. Ш.: Бандеролдәрҙе ҡабул иткән сортировка үҙәге посыл­калар­ҙы, бәләкәй пакеттарҙы, бандеролдәрҙе клиентҡа тура тапшыра алмай. Унда бындай хеҙмәт күрһәтеү юҡ. Улар почта бүлексәһенә оҙата. Сортировка үҙәгендә кадр­ҙар йыш алмашынып тора. Посылкаларҙы яңылыш икенсе почта бүлексәһенә ебәргән осраҡтар ҙа бар. Бындай хәлдәрҙе хәҙер булдырмаҫҡа тырышабыҙ. Тиҙҙән Өфөлә автоматлаштырылған ҙур логистик почта үҙәге төҙөләсәк. Роботтар хат-бандеролдәрҙе, по­сылкаларҙы сортировкалаясаҡ. Һәм улар көнөндә адресатҡа тапшырыласаҡ.

З. Й.: Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Ирек Вахитов: “Эшем вахта менән бәйле. Ғинуарҙа килгән посылканы һуңлатып барып алғайным, һаҡлаған өсөн аҡса түләттерҙеләр”, – тип яҙа.

Л. Ш.: Апрелдән посылканы һаҡлаған өсөн аҡса түләттереү туҡтатылды. Посылка 30 көн ятһа, ебәрелгән урынға кире оҙатыла.
З. Й.: Улымдың синыфына өс данала “Йәншишмә” гәзитенә яҙыл­ғанбыҙ. Ете һанын килтермәнеләр. Почта бүлексәһе етәксеһенә мөрәжәғәт иткәс кенә килтермәгән һандарын бирҙеләр. Хәҙер тағы ла, гәзит йома көндө сыҡһа ла, шишәмбе, шаршамбыла алабыҙ. Һәр ваҡыт почта бүлексәһе етәксеһен иҫкәртеп тороп та булмай бит... Өфөлә йәшәп, һуңлатып гәзит алып ултыр әле...

Л. Ш.: Өфөнөң 57-се почта бүлексәһе бик ҡатмарлы бүлексә. Почтальондар йыш үҙгәреп тора. Иҫкәртеүҙәрегеҙгә ҡолаҡ һалмай­ҙар икән, Өфө ҡала почтамтына, сара күреүҙе һорап, мөрәжәғәт итегеҙ.

З. Й.: Иглин районының Аҡбирҙе ауылынан журналистика ветераны Сәлимйән Бәҙретдинов, яҙҙырған гәзит-журналдарым ваҡытында килмәй, почтальон юҡ, тип редакцияла дәғүәһен белдереп киткәйне...

Л. Ш.: Аҡбирҙе ҡасабаһында почтальондар бар. Хәҙер унда бер хат ташыусы – ялда, береһе – “больничный”ҙа. Бер почтальон өс кешенең эшен алып бара. Аҡбирҙелә оҙаҡ ҡына почта бүлексәһе начальнигы вазифаһына кеше эҙләнек. Хәҙер эш көйләнде. Мөрәжәғәттәр аҙыраҡ килә башланы.

З. Й.: Сортировка үҙәктәре киләсәктә тағы буласаҡмы?

Л. Ш.: 2019 йылда Өфөлә ҙур логистик почта үҙәге төҙөлә башлаясаҡ. Әлегә урын эҙләйбеҙ. Ҙур инвестициялар йәлеп ителәсәк. Бында бөтә хаттар, посылкалар сортировкаланып, һәр почтамптҡа тура ебәреләсәк. Халыҡ та корреспонденцияны тиҙ һәм ваҡытында аласаҡ. Тик почта хеҙмәтенән файҙаланыусы һәр кем өй адресын яҙғанда индексын да күрһәтергә онотмаһын ине. Посылка-хаттарҙы роботлаштырылған система тап уның буйынса айыра.

З. Й.: Почта бүлексәләренә күп функциялы үҙәктәрҙең ҡайһы бер функцияларын тапшырыуға нисек ҡарайһығыҙ? Ауыл кешеһенә уңайлы булыр ине.

Л. Ш.: Был мәсьәләне республика кимәлендә күтәрҙек. Әммә тәҡдим яҡлау тапманы. Беҙҙең тармаҡ халыҡҡа был хеҙмәт төрөн күрһәтергә әҙер. Почтальондары­быҙ ауыл ерендә былай ҙа консультанттар ролен үтәй.

З.Й.: Киләсәктә “Рәсәй почтаһы”н ниндәй үҙгәрештәр көтә?

Л. Ш.: Беҙҙең тармаҡ акционерлаштырыу алдында тора. Ин­вестиция, кредиттар йәлеп итеү үҫешергә мөмкинлек бирер, тип уйлайбыҙ.

“Тура бәйләнеш”те Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА ойошторҙо.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»