26.11.2018 Етешһеҙлектәрҙе ваҡытында асыҡлағыҙ
Яңы йорттан фатир һатып алғанда етешһеҙлектәре асыҡланғанда нимә эшләргә?
Ю. ҒӘБИТОВ.
Ҡырмыҫҡалы районы.
Һәр һатып алыусы төҙөлөш барышында ебәрелгән етешһеҙлектәр менән осрашырға мөмкин. Яңы фатир һатып алғанда, тәү сиратта, үҙегеҙҙең хоҡуҡтарығыҙҙы өйрәнегеҙ. Торлаҡты ҡабул итеү актына ҡул ҡуйырға ашыҡмағыҙ, асыҡланған етешһеҙлектәрҙе күрһәтеп, дәғүә яҙығыҙ. Төҙөлөш ойошмаһының компетентлы белгестәренән торған комиссия сифат контроле техник саралары менән тикшереп, эксперт һығымтаһы эшләргә тейеш. Күсемһеҙ милекте һатыу- һатып алыу килешеүенә ярашлы, һатып алыусы документта билдәләнгән гарантия ваҡыты эсендә претензия яҙа ала. Әгәр ҙә төҙөүселәр етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә теләмәй икән, судҡа бирергә тура киләсәк.