RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (29 октябрь - 4 ноябрь)

29.10.2018 Йондоҙнамә (29 октябрь - 4 ноябрь)

Йондоҙнамә (29 октябрь - 4 ноябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был көндәр бик ҡатмарлы көтөлә. Теләһә ҡайһы ваҡытта тормош һеҙгә артын күрһәтеүе ихтимал. Аҙнаны тыныс, уйлап үткәреүегеҙ мөһим. Төрлө дәғүәнән, буш һөйләшеүҙән ары тороғоҙ. Етәкселәр күҙенә лә салынмаҫҡа тырышығыҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Алдығыҙҙа яңы офоҡтар асылып киткәндәй тойолор. Иң мөһиме – ялҡауланмағыҙ һәм ауыр эштәрҙән ҡурҡмағыҙ. Уҡып һәм белем арттырып йөрөгәндәр бигерәк тә уңыр. Был көндәрҙә ҡәҙимгенән бик күпте башҡара алырһығыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа ла ыңғай ваҡиғалар булыр.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙнаны бик әүҙем башлап ебәрерһегеҙ. Яҡындағыларҙың эштәре менән булышыр­һығыҙ һәм уларға һиҙелерлек ярҙам итә алыр­һығыҙ. Бер юлы өмөтлө танышлыҡтар ҙа булдырырһығыҙ. Шаршамбылағы хәлдәр һеҙҙән етеҙлек һәм яуаплылыҡ талап итер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Дүшәмбенән үк төрлө ваҡиға, ваҡ-төйәк мәшәҡәт араһында ҡайнарһығыҙ. Тыры­шыуығыҙға ҡарамаҫтан, улар һис тә кәмемәҫкә оҡшай. Тап был арала кемдер ышаныслы фекер­ҙәштәр ҙә табыр кеүек. Йомала ниндәйҙер бәхетле мәл кисереүегеҙ ҙә бар.

Буға (21.04 – 21.05)
Осор өйөгөҙҙә һәм эшегеҙҙә тәртип урынлаштырыу өсөн уңайлы. Ғөмүмән, был аралағы үҙгәрештәр һеҙҙең файҙаға булыр. Шар­шамбыла ниндәйҙер бик ҙур уңышҡа өлгәшеүегеҙ мөмкин. Йомала осраған ҡыйынлыҡты еңел хәл итерһегеҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был көндәр бер аҙ көсөргәнешле башланыр. Килеп тыуған мәсьәләләргә тыныс ҡарарға тырышығыҙ. Кеше фекеренә лә ҡолаҡ һалығыҙ, өмөтлө кәңәш ишетеүегеҙ ҙә бар. Аҙна аҙағында ғаилә ағзалары мәшәҡәт тыуҙырыуы ла ихтимал. Уйламаған сығымдар ҙа килеп сығыр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Барыһы ла һәйбәт барған кеүек. Ваҡиғаларҙы ашыҡтырырға кәрәкмәҫ, юғиһә көткән һөҙөмтәләргә ирешмәҫһегеҙ. Артыҡ тауыш сығармай эш итеүегеҙ файҙалы булыр. Иң ауыр саҡта дуҫтарығыҙ ярҙам итер. Иң яҡшы көндәрегеҙ – йома һәм шәмбе.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Тормошоғоҙҙоң күпселек өлкәһендә ыңғай үҙгәрештәр көтөлә. Эш урынығыҙҙа ла бәғзеләр өсөн яңы офоҡтар асылыр. Һуңғы ваҡыттағы тырышлығығыҙҙы күрерҙәр һәм тейешенсә баһаларҙар, моғайын. Хәлдәр алыҫ сәфәргә лә саҡырыуы ихтимал. Ул мотлаҡ уңышлы уҙыр.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Был көндәрҙә шәхси мөнәсәбәттәрегеҙ һәйбәтләнер. Яратҡан кешегеҙ менән арағыҙ йылыныр, бер-берегеҙгә ҡарата ышаныс та артыр. Элек сирләгәндәр мотлаҡ еңеллек тойор, күптәнге ауырыуҙар ҙа сигенер. Кеше араһында күберәк йөрөү бигерәк тә файҙалы булмаҡсы.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Уйығыҙҙы йыш ҡына аҡса мәсьәләләре биләр. Яҡын арала көтөлмәгән килем сығанаҡтарын да табырһығыҙ. Шаршамбыла күптән борсоған һорауҙарға асыҡ яуап табырһығыҙ. Уны ҡатын-ҡыҙ ауыҙынан ишетерһегеҙ кеүек.

Саян (24.10 – 22.11)
Осор белем алыу өсөн һәйбәт. Был арала һаулығығыҙ ҙа нығыныр. Эштәге мөнәсәбәттәр ҙә күҙгә күренеп яҡшырыр. Ҡайһы бер фекерҙәрегеҙҙе етәкселәргә лә еткерергә яйы сығыр. Тик бының өсөн йома уңайлы күренә. Йомала бүләк алырһығыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна аралашыуға бай булмаҡсы. Кеше йомоштары менән дә булышырға тура килер. Ҡайһы бер яңы таныштарығыҙ һуңынан файҙа килтерер. Мәл күптән уйлап йөрөгән йорт-хужалыҡтағы үҙгәрештәрҙе башлау өсөн дә уңайлы. Шаршамбыла ишеткән яңылыҡтың буш һүҙ булыуы ла мөмкин.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»