13.10.2018 Урман-ҡырға сығып аҙашһағыҙ, түбәндәге кәңәштәрҙе хәтерегеҙҙән сығармағыҙ
- Мал-тыуар эҙҙәре, бесән кәбәндәре, сабылған ялан кеше торлағының яҡында булыуы тураһында һөйләй.
- Юғары вольтлы электр сымдарынан айырылып киткән тармаҡ мотлаҡ кешеләр йәшәгән йәки эшләгән урынға алып сығыр. Ҡунырға тура килһә, эргәгеҙҙә шылтырлап торған ҡулайламалар элегеҙ. Януар-фәлән урап үтер. Йоҡларға ботаҡ-үләндәрҙән ҡыуыш эшләгеҙ.
- Төнгө ҡараңғыла атламағыҙ.
- Бер нисә кеше аҙашһағыҙ, гел бергә ҡалығыҙ. Бер-берегеҙҙән айырылмағыҙ.
- Аҙашҡан кеше үҙен эҙләгәндәрҙән тиҙерәк атлай. Юғалған еренән көн эсендә 40 саҡрым алыҫлыҡҡа китә ала.